Ауылдыҡылар ауырлыҡты еңел үткәрә16.05.2017
Юғары иҡтисад мәктәбе мәғлүмәттәренә ярашлы, Рәсәй ауыл мәктәптәре халыҡ-ара уҡыу сифаты буйынса һөҙөмтәләрҙе ярайһы яҡшыртҡан. Уның ҡарауы, ҡалала ата-әсәләр балаларының белеменә иҫәпһеҙ-һанһыҙ сығым түгеүенә ҡарамаҫтан, ул үҙен бигүк аҡламай, был йәһәттән ныҡ ҡына ҡалышалар.
Ни өсөн шулай килеп сыға? Абсурд түгелме был? Меңдәрсә һум аҡса елгә осмаймы? Психологтар аңлатыуынса, баҡтиһәң, бүтән кешегә һалышыу тигән кире сифат бала күңеленә бәләкәйҙән инеп оялаһа, унан ҡотолоу бик ауыр икән, “барыбер атай-әсәйем минең өсөн хәл итә” тигән принципты малай-ҡыҙҙар еңел үҙләштереүсән.
Уйлап ҡараһаң, ысынлап та, айырыуса ҡала мөхитендә өлкәндәр балалары өсөн нимә генә эшләмәй! “Ғәзиз кешеңде ҡурсалау насармы ни?” – тиерһегеҙ. Һүҙ ҙә юҡ, яҡшы, ул шулай булырға тейеш тә, ләкин кемдеңдер эшен бөтөрөп ҡуйыу, бала өсөн барыһын да тормошҡа ашырыу күптәрҙе үҙаллы фекерләүҙән азат итә. Икенсе төрлө әйткәндә, йәш кеше төрлө сетерекле хәл-ваҡиғалар алдында йыш ҡына юғалып ҡалыусанға әйләнә. Ә ауылда нисек? Хәҙер бигерәк тә социаль проблема өҫкә ҡалҡып сыҡҡас, әсәй булһынмы, атай тиһегеҙме, улына һәм ҡыҙына “тегене эшлә”, “быны теүәллә” тип һәр ваҡыт туҡып тормай, уларға иғтибар әллә ни юҡ та тиерлек. Бындай осраҡта балалар үҙаллылыҡҡа өйрәнә, күп мәсьәләне үҙе хәл итә, шул уҡ ваҡытта белем эстәгәндә лә.