“Ҡыҙыл әтәс” шаяртмай16.05.2017
Әбйәлил районының Ишбулды ауылында бер юлы ике йорт, мунса, һарай янған.
Райондың янғын һүндереү хеҙмәтенең диспетчер пультына ут сығыу хаҡындағы хәбәр киске сәғәт алтынсы яртылар тирәһендә килә, ҡаза урынына өс төркөм юллана. Ауыл халҡы әйтеүенсә, янғын тәүҙә өйҙәрҙең береһендә сыға. Йорт хужаһының эскелек менән мауығыуын, өйҙә тәмәке тартыуын һәм хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен һанға һуҡмауын билдәләйҙәр.
Ғөмүмән, күп осраҡта кешенең вайымһыҙлығы арҡаһында янғын сыға. Байрамдарҙы күңелле үткәреү өсөн урманға сығып шашлыҡ ҡыҙҙырыу хәҙер ғәҙәткә әйләнгән. Республикала теркәлгән янғындарҙың күбеһе күңел асыу, хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен теүәл үтәмәү арҡаһында барлыҡҡа килә. Ут менән һаҡһыҙ ҡыланыу ҙур бәләгә килтереүе ихтимал.