Балаң булмаһа, һалым түлә...16.05.2017
Рәсәйҙә аҙ балалыҡ өсөн һалым барлыҡҡа килеүе ихтимал. Был туралағы закон проектын Демография, миграция һәм төбәк үҫеше институты директоры Юрий Крупнов әҙерләгән. Башланғыс концепцияһы ил башлығына тәҡдим ителгән дә инде.
Закон проектына ярашлы, бала тәрбиәләргә теләмәгән, йәки бер бала менән генә сикләнгән ғаиләләргә өҫтәмә һалым индереү күҙаллана. Юрий Крупновтың фекеренсә, был закон илдәге демографик хәлде яҡшыртырға булышлыҡ итәсәк. Әле Рәсәйҙәге һәр өсөнсө ғаилә балаһыҙ йәшәй.
Әйткәндәй, Советтар Союзы осоронда бындай һалым төрө булған. Балалары булмаған 20-нән 50 йәшкә тиклемге ир-егеттәр һәм 20-нән 45 йәшкә тиклемге ҡатын-ҡыҙҙар эш хаҡының 6 процентын Хөкүмәткә түләгән.