Эшҡыуарҙар Башҡортостанды һайлай16.05.2017
Башҡортостан 2017 йылда Рәсәй субъекттарында инвестиция мөхите торошоноң милли рейтингында тәүге унау иҫәбенә инер, моғайын. Был хаҡта Стратегик башланғыстар агентлығының корпоратив директоры Елена Мякотникова Өфөлә үткән Петербург иҡтисади форумы сессияһында белдерҙе. Рейтинг рәсми рәүештә 1-3 июндә Петербург форумында иғлан ителәсәк.
“Башҡортостан Республикаһы эшҡыуарлыҡ өсөн шарттарҙы яҡшыртыу буйынса ҙур эш башҡарҙы, – тип һөйләне Елена Мякотникова сессияның пленар ултырышында. – Яҡынса алғанда, Башҡортостан позицияларын ике тапҡырға яҡшыртып, рейтингта тәүге унау исемлегенә инде. Беҙ әле һөҙөмтәләрҙе барлайбыҙ”.
Рейтинг рәсми рәүештә иғлан ителмәгәнлектән, республика хөкүмәте вице-премьеры Евгений Гурьев был мәғлүмәткә аңлатма биреп торманы, бары тик «Беҙ лайыҡлы урын алырға иҫәп тотабыҙ», тип белдерҙе, ләкин Башҡортостан Башлығының тәүге унау иҫәбенә инеү бурысын ҡуйғанын иҫкә төшөрҙө.
Инвестиция мөхите торошоноң милли рейтингы – дүрт эшлекле берекмәнең (Рәсәй сәнәғәтселәр һәм эшҡыуарҙар союзы, Сауҙа-сәнәғәт палатаһы, “Эшлекле Рәсәй”, “Рәсәй терәге”) һәм Стратегик башланғыстар агентлығының берлектәге проекты. Тәүге тапҡыр ул Владимир Путиндың ҡушыуы буйынса 2015 йылда төҙөлгәйне. Рейтинг иң яҡшы тәжрибәләрҙе асыҡларға мөмкинлек бирә һәм уларҙы башҡа төбәктәргә таратырға булышлыҡ итә.