Эш – халыҡты борсоған шеш16.05.2017
Эш – халыҡты борсоған шешСер түгел, һуңғы йылдарҙа эшһеҙлек Рәсәй халҡын борсоған иң мөһим мәсьәләгә әүерелә бара. Эше юҡтың – ашы юҡ, тигәндәй, тормошта эшһеҙ йәшәү мөмкин түгел, ул бигерәк тә ишле ғаиләлеләрҙең бәкәленә һуға. Яңғыҙаҡ нисек тә тамағын туйҙыра, өҫтөн бөтәйтә. Шуғалыр ҙа илебеҙҙә 30 – 40 йәшлек буйҙаҡтар һаны артҡандан-арта.
Рәсәйҙә эшһеҙҙәр иҫәбен алыу ике ысул менән башҡарыла: мәшғүллек хеҙ­мәтенең мәғлүмәттәре һәм халыҡтан һорау алыу. Квартал һайын 15 –72 йәшлек 65 мең самаһы кешенән һорау алына. Был инде йылына 260 мең кеше тигән һүҙ.
Тикшереүҙәр күрһәтеүенсә, әлеге мәлдә илебеҙҙә эшкә яраҡлы 5 миллион самаһы кеше эшһеҙ. Мәшғүллек хеҙмәтендә иҫәптә торғандарҙың һаны 1 миллионға яҡын. Шул уҡ ваҡытта, халыҡтың 27 проценты үҙҙәре эшләгән предприятиеларҙа ҡыҫҡартыуҙар булыуын билдәләй. Росстат мәғлүмәттәре буйынса, һуңғы 10 йыл эсендә эшһеҙҙәр халыҡтың 6 проценты самаһын тәшкил иткән.
Төбәктәргә килгәндә, иң насар хәл Ингуш Республикаһында – 30 процент. Төньяҡ Кавказдың башҡа төбәктәрендә, шулай уҡ Ҡалмыҡстанда, Тыва Респуб­ликаһында, Ненец автономиялы округында 10 проценттан артып китә.
Эшһеҙлек кимәле Мәскәүҙә һәм Санкт-Петербургта 3 проценттан артмай. Фәҡәт Рәсәйҙең үҙәгендә генә эшһеҙлек күрһәт­кесе түбән, ә инде башҡа төбәктәрҙә ул 6 – 8 проценттан да кәм түгел.
Йәшерен-батырыны юҡ, халыҡты тынысландырыр өсөн рәсми мәғлүмәттәр эшһеҙлек кимәлен түбәнәйтеп күрһәтергә тырыша. Тимәк, үрҙә телгә алған һандарға тағы ла бер нисә процент өҫтәгәндә, бер ниндәй ҙә хилафлыҡ китмәҫ ине. Әйтергә кәрәк, һуңғы ике йыл эсендә эш эҙләүселәрҙең һаны 94 процентҡа артҡан.
Әгәр 6 процент эшһеҙҙәрҙе күҙ уңында тотоп, социаль селтәрҙә эш эҙләүселәрҙең һанын иҫәпкә алһаҡ (һуңғы ике йыл эсендә улар 1,94 процентҡа артҡан), 11 процентҡа үҫергә тейеш ине. Ләкин рәсми күрһәт­кестәр буйынса ул 0,1 процент ҡына. Рәсми статистика менән ысынбарлыҡтың тап килмәүен йәшерен эшһеҙлектең үҫеү һөҙөмтәһе тип аңлатырға була. Икенсерәк әйткәндә, кемдәрҙер формаль рәүештә ойошмала эшләгән булып иҫәпләнә, ләкин бөтөнләй эшләмәй.
Матбуғат баҫмалары, Интернет аша эш эҙләү халыҡ араһында киң таралған. Был осраҡта шуны онотмаҫҡа кәрәк: белгесте тиҙерәк йәлеп итеү маҡсатында эш биреүсе хеҙмәт хаҡын юғарыраҡ итеп күрһәтергә ынтылыусан. Тимәк, предприя­тиеға йә ойошмаға үҙең барып, барыһын да ентекләп өйрәнгәндән һуң ғына “ҡа­мыт”­ты муйынға кейергә мөмкин. Юғиһә күптәр, эшкә инеп, бер-ике ай тир түккәндән һуң китергә мәжбүр була.
Рәсәйҙә һөнәри йәһәттән белгесте икенсе һөнәргә әҙерләү эшһеҙлек менән көрәштә нигеҙ булып тора, ләкин был тиҙ арала эшкә урынлашыу тигән һүҙ түгел. Шулай ҙа мөмкинлеге булған кеше форсаттан файҙалана ала. Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ, тигәндәй, яңы һөнәр үҙләштереү зыянға китмәҫ барыбер.
Рәсәй төбәктәре араһында эшһеҙлек кимәле бер-береһенән ныҡ айырыла. Әгәр ҙә төбәктәр сәйәсәтендә һаман да ошо йүнәлеш һаҡлана икән, бының етди тетрәнеүҙәргә килтереүе ихтимал, бигерәк тә Төньяҡ Кавказ, Алыҫ Көнсығыш төбәктәрендә.
Үкенескә ҡаршы, үҙәк матбуғат баҫмалары тарафынан бөйөк ҡаҙаныш тип яҡтыртылған яңы эш урындарының күләме ҡәнәғәтләнерлек түгел. Мәҫәлән, Алыҫ Көнсығышта эшһеҙҙәрҙең һаны 224 меңдән ашып китә, шул уҡ ваҡытта 40 мең тирәһе эш урыны булдырылған. Был, әлбиттә, эшһеҙлек мәсьәләһен хәл итмәй.
Башҡортостанда хәлдәр ул тиклем аяныслы тип әйтеп булмаһа ла, күкрәк ҡағырға иртәрәк әле. Былтыр, мәҫәлән, эшһеҙҙәр һаны 116 мең самаһы тәшкил иткән. 2015 йыл менән сағыштырғанда 6 процентҡа кәмерәк. Нисек кенә булмаһын, бәләкәй аҙымдар менән булһа ла алға китеш һиҙелә. Быйыл ғинуар айында эшһеҙлек 5,8 процент кимәлендә билдә­ләнде. Республиканың хеҙмәт баҙарында көсөргәнеште бөтөрөү маҡсатында 253 миллион һум аҡса бүленде. Шуның 178 миллион һумы федераль, 76,5 миллионы республика бюджетынан. Мәшғүллек өлкәһенә барлығы 1 миллиард 700 миллион һум аҡса һалынды. Был сығымды Башҡортостан етәкселеге бүлде. Шул уҡ ваҡытта балалы ғаиләләргә 4,5 миллиард һум йүнәлтелде.
Белгестәр әйтеүенсә, мәшғүллек өлкәһендәге хәлдәр артабан да ауырлаша барасаҡ. Әлбиттә, беренсе сиратта был халыҡтың йәшәү кимәлендә сағыласаҡ, ләкин “алма беш, ауыҙыма төш” тип көтөп ятмаған кеше әмәлен таба. Республи­кабыҙҙа үҙ эшен булдырған, ҙур ҡаҙаныш­тарға өлгәшкән эшҡыуарҙар етерлек. Уларға бер нәмә лә күктән төшмәгән, ете ҡат тир түгеп етеш тормошҡа ирешкәндәр. Хәйер, үҙ эшен булдырырға теләгәндәргә дәүләт етәкселеге тарафынан да ярҙам ҡулы һуҙырға торалар, төрлө социаль программалар эшләй. Фәҡәт теләкте бойомға ашырыр өсөн ең һыҙғанырға ҡала.


Вернуться назад