Рәсәй Президенты Владимир Путиндың бойороғона ярашлы, 1 июлдән башлап халыҡтың дәүләт властарына, муниципалитеттарға ҡарата ялыуҙары һәм ғаризалары Кремлгә тапшырылырға тейеш. Указ буйынса, граждандарҙың мөрәжәғәтен һәр ай һайын анализлау Президент хакимиәтенә йөкмәтелә.Владимир Путин тарафынан хоҡуҡ бирелгән Мәғлүмәт демократияһы фонды Президент хакимиәтенә техник ярҙам күрһәтәсәк. Бынан тыш, Президент аппараты “Рәсәй Федерацияһы граждандарының йәмәғәтселек инициативаларын ҡарау һөҙөмтәһе”н анализлаясаҡ. Оппозиция иһә был указдың сығыуын киләһе президент һайлауҙары менән бәйләй.
“Власть органдары граждандарҙың һәм ойошмаларҙың мөрәжәғәттәрен ҡарау һәм улар буйынса күрелгән саралар тураһында ай һайын Президент Хакимиәтенә мәғлүмәт бирергә тейеш”, тиелә указда. 1 июлгә тиклем һәр бер дәүләт һәм муниципаль орган үҙенең рәсми сайтында граждандарҙан килгән мөрәжәғәттәрҙе теркәп барыу өсөн айырым бүлек булдырырға бурыслы.
Әйтеүҙәренә ҡарағанда, Рәсәй халҡының мәсьәләләрҙе юғары вазифа биләгәндәргә ялыу һәм мөрәжәғәт менән хәл итергә тырышыуын иҫәпкә алһаң, эш күп буласаҡ. Әгәр ялыу юғары орган тарафынан контролдә тотола икән, саралар 30 көн эсендә ҡабул ителергә тейеш. Был турала “Рәсәй Федерацияһы граждандарының мөрәжәғәттәрен ҡарау тәртибе” тураһындағы Законда асыҡ әйтелгән. Шулай уҡ был законда вазифа биләгәндәр тарафынан ялыуҙарҙы инҡар иткән йә ваҡытында үтәмәгән өсөн яуаплылыҡ та ҡаралған. Шуға күрә, урындарҙа граждандарҙың мөрәжәғәттәре менән эшләүҙе Кремлдең даими күҙәтеп тороуы, һис шикһеҙ, яуаплылыҡты арттырасаҡ.