Элегерәк район гәзиттәрендә, хатта республиканыҡыларҙа ла хеҙмәт алдынғылары, ауыл хужалығы эшсәндәре, игенселәр, малсылар тураһында күп яҙалар ине. Ундай яҙмалар бер ни тиклем ҡалыпланғаныраҡ була, ә инде жанрҙың иң юғары нөктәһе – ниндәйҙер малсының һарыҡ бәрәсе йәки быҙау ҡосаҡлап төшкән фотоһы була торғайны. Хайуандарҙың балаһы ла бала бит инде. Матур улар шундай, һоҡланғыс. Уларҙы, ысынлап та, ҡосаҡлағы, иркәләге килә. Бөгөн ундай яҙмалар юҡ инде, ауыл хужалығы үҙе лә юҡҡа сығып бара буғай.
Ҡайһы саҡта шундай яҙмаларҙы һағынам мин. Улар танһыҡ булып тойола. Гәзит өсөн үҙем эшләрмен әле, тип уйлайым да – онотам. Ҡайһы бер төбәктәрҙә тыйнаҡ ҡына итеп: “Беҙҙә малсылыҡ юҡ шул инде”, – тинеләр. Ҡайһыһында – һарыҡ, ҡайһыһында – быҙау, ҡайһыһында айныҡ малсы табып булмай. Һуңынан онотола.
Ниндәйҙер һауынсы йәки быҙау ҡараусы тураһындағы яҙманы уҡыусы ҡабул итер инеме икән? Белмәйем, әйтә алмайым.
Миңә ҡалһа, бик иҫтәре китмәҫ кеүек, сөнки беҙ инде ябай хеҙмәт кешеһен маҡтауҙан бөтөнләй ситләштек. Кешеләргә файҙа килтерә торған ғәмәлдәр, әгәр етди төшөм бирмәй икән, бик сәйер булып тойола. Беҙ “файҙа” һәм “төшөм” тигән һүҙҙәрҙең мәғәнәһен бер иттек.
Унан һуң, беҙ тоҙло, боросло, ҡанлы күренештәргә күнектек. Телевидениенан үлтерештәр менән шыплап тултырылған яңылыҡтар ҡарайбыҙ. Унда “ҡот осҡос” жанрына ҡараған фильмдарҙан да хәтәрерәк хәлдәрҙе күрһәтәләр. Мәйеттәр, ҡан, үлем. Беҙ шуларҙы ҡарай-ҡарай, көнбағыш сиртә-сиртә, һағыҙ сәйнәй-сәйнәй яҡындарыбыҙ менән гәпләшәбеҙ.
Бына был урында минең гел телевидениены ғәйепләгем килә. Ниңә һеҙ беҙгә гел шундай ҡот осҡос хәлдәрҙе генә күрһәтәһегеҙ? Һәр төрлө фажиғәләр, авариялар, янғындар, көрсөктәр – Рәсәйҙең яҙмышы ул, бында хакимиәт ғәйепле түгел тип әйтергә теләйһегеҙме? Беҙгә ниндәйҙер фекерҙе һеңдерергә итәһегеҙме? Хатта телевидение ғына ла түгел, барлыҡ матбуғат сараларын ғәйепләгем килә. Гәзиттәрҙе, журналдарҙы… Ҡайһыһын ҡарама – юл һәләкәте, янғын, фажиғә, енәйәт… Ҡан, үлем, аҙғынлыҡ…
Ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе иҫәпкә алмаһаҡ та әле… “Ғәҙәти фажиғә” тип әйтәйемме һуң инде… Ҡыҫҡаһы, йыл һайын була торғандары… Рәсәйҙә йыл һайын 30 мең кешене үлтерәләр, 30 меңе юл һәләкәтендә, 15 меңе батып, 40 меңе эсеп, 20 меңе янып, 20 меңе гриптан, 300 меңе яман шештән, 5 меңе СПИД-тан үлә. 30 меңе хәбәрһеҙ юғала. 50 меңе үҙ-үҙенә ҡул һала, 1,6 миллион аборт яһала. Бында әле армияла үлеүселәр һанын, көсләнеүгә дусар балаларҙы, хеҙмәт урындарында вафат булыусыларҙы өҫтәргә мөмкин. Әллә күпме фажиғә, үлем, енәйәт табырға була. Улар хаҡында ентекләп һөйләргә, һәр детален ҙур планға алып күрһәтергә мөмкин… Һәм шул рәүешле йыл әйләнәһенә дауам итергә.
Матбуғат сараларын ғәйепләгем килә лә – ғәйепләй алмайым. Эйе, үҙем был өлкә менән бәйләнештә булған өсөн дә. Журналист яңылыҡ эҙләй, яңылыҡ һөйләй, күрһәтә, яҙа… Әгәр поезд билдәләнгән урынға барып еткән икән, был яңылыҡ була алмай. Әгәр ул рельстарҙан сығып тәгәрәгән, шартлаған, яҡындағы ауыл аша уҙған һәм бик күп кешенең һәләкәтенә сәбәпсе булған икән, был – яңылыҡ. Был хаҡта бер нисек тә яҙмай ҡала алмайһың. Был хәлдәрҙе матбуғатта сағылдырған өсөн журналисты ғәйепләп тә булмай. Икенсе яғы ла бар. Үҙ ваҡытында һәм ентекле яҡтыртылған фажиғә – баҫманың рейтингы ул. Ҡараусылар, уҡыусылар, реклама биреүселәр һаны. Тимәк, был – редакция өсөн тираж, рейтинг, бер һүҙ менән әйтһәк, аҡса килтереүсе күренеш.
Һәм бына инде ҡыҙыҡ урынға ла килеп еттек буғай. Мин – журналист, әгәр һеҙ теләмәйһегеҙ икән, бер ниндәй фажиғә, үлтереш, аҙғынлыҡ тураһында ла яҙмайым да, уны күрһәтмәйем дә. Мин һеҙ теләгән нәмәләрҙе яҡтыртам: алдынғы малсының тормошон һүрәтләйем, оҙаҡ йылдар буйына татыу йәшәгән ғаилә тураһында һөйләйем, Герой-әсә тураһында…Теләйһегеҙме?!
Ә һеҙ теләмәйһегеҙ. Махсус эҙләп ҡараным, өҫтә телгә алынған темаларға яҙмалар Интернетта юҡ тиерлек. Булһа ла, уларҙың рейтингы бик түбән, ҡараусылар һаны бик аҙ. Ә фажиғәләр, авариялар, үлемдәр, әҙәм ҡыйнау күренештәре… Бындайҙарҙы күрергә теләүселәрҙең сиге-самаһы юҡ. “Шундай ҡанһыҙ күренештәрҙе күберәк күргән һайын кешенең хис-тойғоһо тупаҫлана, яуызлыҡ уның өсөн нормаға әүерелә”, – тип борсолабыҙ инде беҙ.
Үҫмер саҡта ҡараған бер фильмдан шундайыраҡ күренеш хәтерҙә ҡалған. Исемен хәтерләмәйем инде. ХIХ быуат. Ҡыш. Халыҡ яза майҙанына йыйылған. Ҡалтыранып баҫып торалар, көтәләр. Кемделер аҫырға тейештәр икән. Шунан алып сығалар теге ғәйепле кешене. Башына ҡара ҡапсыҡ кейҙерәләр. Аяҡ аҫтындағы нәмәне алалар. Бөттө. Һәм шунда фильм героиняһы “аһ” итеп күҙҙәрен ҡаплай. Фильмды мин аңламағанмындыр инде. Миндә: “Һуң, күргең килмәгәс, ниңә шул тиклем оҙаҡ көтөп торҙоң һуң?” – тигәнерәк һорау тыуғаны иҫтә. Ә бит элекке дәүерҙәрҙә бындай күренештәр бик тәбиғи булған. Майҙанда кемделер аҫалар, киҫәләр, аталар икән – быны тамаша ҡылырға халыҡ йыйылған. Бындай асыҡтан-асыҡ язалау сараларына концерт, театр йәки циркка йөрөгән кеүек йөрөгәндәр.
Бәлки, быға аптырарға кәрәкмәйҙер. Беҙ, әлбиттә, кеше тигән затты күктәргә күтәрәбеҙ. Ә биологик яҡтан ҡарағанда, һөтимәрҙәрҙең бер төрө бит инде ул – ит ашаусы һөтимәр. Бесән ашаусы ғына түгел. Ә ит ашау өсөн йәки үҙеңә кемделер үлтерергә, йәки үләкһә эҙләргә кәрәк. Бер һүҙ менән әйткәндә, йыртҡыс булырға.
Әҙәм теленә күсерһәк, һәр төрлө фажиғәләрҙе, үлем-китемдәрҙе тамаша ҡылырға яратыуы – әҙәм балаһының боҙоҡлоғо түгел, ә бары тик уның тәбиғи ихтыяждарын ҡәнәғәтләндереү генә булып сыға, кәрәк уның организмына ошондай ҡот осҡос тамашалар. Был ниндәйҙер гормондар бүлеп сығара, үҙ тормошондағы ҡурҡыныс ваҡиғаларға тынысыраҡ ҡарарға, уларҙы һалҡын ҡан менән еңеп сығырға булыша. Белгестәр шулай, ти.
Шулай ҙа... берәр малсы тураһында яҙаһы, уны, һарыҡ бәрәсе тоттороп, фотоға төшөрәһе килә... Был минең боҙоҡлоҡтан түгел, ә кешенең тәбиғи ихтыяждары тураһында уйлауҙан. Кәрәктер кеүек уның организмына шундай самими күренештәр...
Кәрәкме икән? Һоҡландырыр инеме икән? Нәфсеһен генә ҡуҙғатмаҫмы икән?