Күңелдәрендә – дала иркенлеге16.05.2017
Күңелдәрендә – дала иркенлеге Аҡ ҡылғанлы далалары, тау-урмандары, уңдырышлы баҫыуҙары, ер аҫты байлыҡтары, ҡунаҡсыл һәм эшһөйәр халҡы менән дан тота Хәйбулла районы. Бында ғына бойҙайҙың иң юғары ҡаты сорты үҫә. Һәр саҡ алға ҡарап йәшәгән төбәктең социаль-иҡтисади хәле өлгө булырлыҡ: төҙөлөш объекттары күпләп сафҡа инә, юлдар төҙөкләндерелә, күперҙәр һалына, шәхси йорттар йылдам ҡалҡа... Был эштәр халыҡтың тормош сифатын яҡшыртыуға йүнәлтелгән.
Билдәле яҡташтары менән дә хаҡлы ғорурлана хәйбуллалар. Арҙаҡлы бейеүсе Мәхәмәт Иҙрисов, дәүләт эшмәкәре, әҙибә Йомабикә Ильясова, халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбаев, яҙыусы Фәрзәнә Аҡбулатова, шағир Ҡадир Әлибаев, тау белгесе Миңләхмәт Моталов, опера йырсыһы Зәйтүнә Ғәзизова, тәүге башҡорт дирижеры Ғәйнетдин Моталов, билдәле сәхнә оҫтаһы Хөрмәтулла Үтәшев, танылған ҡурайсылар Сәйфулла Дилмөхәмәтов, Ишморат Илбәков һәм башҡа талант эйәләре ошо изге төбәктә ҡанат нығытҡан.
Бөгөн ниндәй уй-хыял, маҡсаттар менән йәшәй хәйбуллалар? Уңыштарының сере ниҙә? Хәл итәһе тағы ниндәй мәсьәләләр бар? Муниципаль район хакимиәте башлығы Раил ИБРАҺИМОВ менән әңгәмәбеҙ ошо хаҡта.
– Раил Хажморат улы, Хәйбулла – төбәктә (Урал аръяғы райондары күҙ уңында тотола) тау сәнәғәте предприятиелары иң күп урынлашҡан райондарҙың береһе. Һүҙебеҙҙе был ойошмаларҙың райондың социаль-иҡтисади үҫешенә индергән өлөшөнән башлайыҡ.
– Ысынлап та, беҙҙең район файҙалы ҡаҙылмалар менән дан тота. Төбәктә 85 йылдан ашыу тарихы булған Бүребай тау-байыҡтырыу комбинаты уңышлы эшләй. Башҡа тау предприятиелары араһында Бүребай комбинаты продукция­һының үҙҡиммәте түбән, ә баҡыр концентраты юғары сифатлы булыуы менән айырылып тора. Шулай уҡ 15 йылдан ашыу Башҡортостан шахта проходкалау идаралығы һәм “Башҡорт баҡыры” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте илдең һәм төбәктең тау сәнәғәтен байыта. Әлбиттә, район ҡаҙнаһын тулыланды­рыуҙа тау-байыҡтырыу предприятиелары­ның өлөшө тос. Сәнәғәт тармағында 2 мең 500 кеше хеҙмәт итә, шуларҙың 70 проценты – райондан. Тимәк, халыҡты эш менән тәьмин итеүҙә лә уларҙың өлөшө баһалап бөткөһөҙ.
– Һуңғы йылдарҙа Аҡъярҙа күпләп шәхси йорттарҙың төҙөлөүе күҙгә ташлана, ул ҙур төҙөлөш майҙансығын хәтерләтә. Төҙөлөш булған ерҙә киләсәккә өмөт бар.
– Һүҙҙәрегеҙ менән тулыһынса киле­шәм. Сибай яғынан килгәндә, иғтибар иткәне­геҙ барҙыр, тотош бер ауылды хәтерләткән яңы биҫтә барлыҡҡа килде. Заман ауыр, эш юҡ тиһәк тә, йәштәрҙең күбеһе үҙ йортон төҙөүҙе хуп күреүе ҡыуандыра. Күп балалы ғаиләләрҙең күбеһе бушлай ер биләмәләре менән тәьмин ителде, шулай уҡ теләүселәргә йорт төҙөү өсөн урын да бүленде. Был яҡтан беҙҙең районда проблема юҡ. Алдан әйтеүемсә, халыҡтың күпселеге урындағы тау сәнәғәте предприятиеларында эшләй, шуға күрә уларҙың күбеһе район үҙәгендә йорт һала, балалар тәрбиәләй. Шулай уҡ ауылдарҙа эш урындары аҙ булыу сәбәпле йәки балаларын артабан уҡытыу маҡса­тында күп ғаиләнең Аҡъярға күсенеүе лә төҙөлөштөң үҫешенә килтерә. Беҙ, үҙ сиратыбыҙҙа, яңы барлыҡҡа килгән биҫтәләрҙең инфраструктураһын булдырыу ниәтендә маҡсатлы эш алып барабыҙ. Йәш саҡтарында ситтә йәшәп, пенсия йәшенә еткәндән һуң тыуған яҡтарына ҡайтырға теләк белдереүселәр ҙә байтаҡ. Аҡъярҙың киләсәктә матур һәм төҙөк булыуы өсөн шарттар етәрлек, тик унда йәшәүселәрҙән иғтибар һәм тәртип талап ителә.
– Ҡаты сортлы бойҙайҙы күптән инде Хәйбулланың бренды тип белә­ләр. Бөгөн тағы нимәләрҙе бренд кимә­ленә күтәрергә мөмкин? Әйткән­дәй, иң ҡаты сортлы бойҙайҙың килә­сәге бармы?
– Тәбиғәттең ҡырыҫлығына ҡарамай, хәйбуллалар элек-электән игенселек менән шөғөлләнә. Уны артабан да үҫтерергә кәрәк. Район буйынса 15 мең гектар майҙанда ҡаты сортлы бойҙай үҫтерәбеҙ, киләсәктә уның күләмен 25 мең гектарға арттырыу планлаштырыла. Уның хаҡы ла юғарыраҡ. Ҡаты сортлы бойҙай күберәк беҙҙә һәм Баймаҡ районында үҫә.
Үткән йыл уңыш яҡшы булды, агра­рийҙар мул уңыш йыйып алды, шунлыҡтан игенгә хаҡ бер аҙ төштө, әммә яҡшы тауар бер ҡасан да үҙ хаҡын юғалтмай. Бойҙайҙың киләсәгенә килгәндә, ул һис шикһеҙ бар, һәм хәйбуллалар был яҡтан быйыл да һынатмаҫ тип ышанғы килә. Тик көндәр яҡшы торһон, ямғыр яуһын, игенселәр тырышасаҡ.
Йәнә бренд булырлыҡ ике әйберҙе билдәләр инем. Беренсеһе – Хәйбулла ҡымыҙы. Дөрөҫ, “ни өсөн?” тип әйтер күптәр, сөнки күп райондарҙа бөгөн йылҡысылыҡ яҡшы үҫешкән. Әммә беҙҙең ҡымыҙ файҙалы һәм шифалы булыуы менән башҡаларҙан айырылып тора. Боронғолар әйткәнсә, беҙҙең ҡымыҙҙы эсеп ебәрһәң, тәндәр семерләп китә, тын юлдары иркенәйә, сихәте хаҡында әйтеп тораһы түгел. Эсемлектең үҙенсәлекле сифаты тик беҙҙең сал далалы ерҙә үҫкән аҡ ҡылғандан килә. Милли эсемлегебеҙҙең шифалы үҙенсәлектәрен өйрәнеүсе ғалимдар әйтеүенсә, тибенлектә ҡышлап, йәй буйы иркенлектә, үҙҙәре һайлап ҡылған ашаған бейәнән һауылған һөт төрлө микроэлементтарға бик бай. Шуға күрә ҡымыҙсылыҡ менән шөғөлләнеү­селәргә шифалы эсемлектең үҙенсәлегенә иғтибар итеп, фәнни-ғәмәли яҡтан иҫбатлап, уға ғалимдарҙы йәлеп иттереп, уны Хәйбулла брендына сығарыу бурысын ҡуйырға кәрәк тигән уйҙамын. Бер нисә йылдан Хәйбулла ҡымыҙының даны бар республикаға таралыр тигән ышаныста ҡалайыҡ. Икенсенән, беҙҙең төбәктә үҫкән помидорҙы атар инем. Мәҫәлән, үҙебеҙҙә үҫкән йәшелсәне Өфө яҡтарына алып барһалар, уны ашап ҡараусылар тәмле булыуын һәр саҡ билдәләй. Ҡояштан был йәшелсә үҙенә кәрәкле нурҙы тулыһынса ала, шунлыҡтан ул татлы һәм файҙалы. Эшҡыуарҙар был тәңгәлдә уйланып, үҙ һүҙен әйтер.
Күңелдәрендә – дала иркенлеге– Районда ниндәй йүнәлештә эш­ҡыуарлыҡ күберәк үҫешкән?
– Районда урта һәм бәләкәй эшҡыуар­лыҡты үҫтереү буйынса бар шарттар булдырылған. Төбәккә хас малсылыҡ, игенселек һәм умартасылыҡ йүнәлешен һайлаусылар һаны йылдан-йыл арта. Балыҡсылыҡ, йәшелсәселек, ҡошсолоҡ тармаҡтарында, ағас эшкәртеү йүнәлешен­дә эш башлаусылар ҙа байтаҡ. Уларҙың күбеһенә район, республика ҡаҙнаһынан төрлө программаларға ярашлы, субсидия биреү ҡаралған. Үткән йылда 100-ләп крәҫ­тиән (фермер) хужалығы, ауыл хужалығы предприятиелары 60 миллион һумлыҡ дәүләт ярҙамы алған. Федераль һәм республика маҡсатлы программаларында ҡатнашып, 2016 йылда дүрт фермер 6 миллион һумлыҡ грант алды. Бөгөн һәр кем үҙенә ниндәйҙер шөғөл, кәсеп табырға тейеш, хәҙер йүнселдәр заманы, кемгәлер ҡайҙандыр килеп, эш бирмәйә­сәктәре билдәле. Бигерәк тә ауыл ерендә йәшәүселәргә был тәңгәлдә уйланырға урын бар, ә беҙ үҙ сиратыбыҙҙа һәр кемгә ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер.
– Раил Хажморат улы, районда эшкәр­теүсе предприятиеларҙың булмауы иген, ит, һөт тауарҙарын һатыу­ҙа ҙур ҡыйынлыҡтар тыуҙыра. Һөҙөм­тәлә ауыл ерендә етештерелгән продукция арзан хаҡ менән ситкә “оса”, мал һуйыуға ҡағылышлы яңы ҡанундар ҙа халыҡты яҡламай. Был хаҡта нимәләр әйтер инегеҙ?
– Тулыһынса килешәм. Ауыл ерендә етештерелгән һөт, ит продукциялары күп­селек күрше Ырымбур өлкәһенә һатыла, шуға күрә ауыл хужалығы продукцияһын урында эшкәртеүсе цехтар төҙөү буйынса эш алып барыла. “Көньяҡ-көнсығыш райондарын иҡтисади үҫтереүҙең ҡыҫҡа сроклы комплекслы программаһы”на ярашлы, районда үҙебеҙҙә үҫкән ҡаты бойҙайҙы эшкәртеү буйынса цех төҙөргә инвесторҙар эҙләйбеҙ. Макарон изделиеларын һәм башҡа продукцияларҙы етештереп, уларҙы һатыуға сығарғанда, игендең хаҡы тағы ла артыр ине. Былтыр 30 мең тонна ҡаты бойҙай йыйып алдыҡ, шуларҙы урында етештереү күпкә отошлораҡ булыр ине лә... Ҡасандыр “Аҡъяр-һөт” заводы эшләне, хужаһы Орскиҙан ине. Ҡорол­маларҙың яңы стандарттарға яуап бирә алмауы сәбәпле, уларҙың ныҡ иҫкереүе һөҙөмтәһендә банкротлыҡҡа дусар булып, һатыуға ҡуйылды. Хәҙер уны нисек тә үҙебеҙгә һатып алырға ине лә, йәнә бер проблема – аҡса мәсьәләһенә килеп төртөлә. Районда йәшәүселәргә эләкһен, тип уйлайбыҙ, бәлки, яңы хужа, һөт етештереүҙең мөһимлеген аңлап, ең һыҙғанып эш башлар. Бөгөн күптәр үҙебеҙҙән тыш Ырымбур өлкәһенә һөт тапшырырға мәжбүр. Урал аръяғы райондарында һөт етештереү цехтары юҡ, ә бит халыҡтың күбеһе мал иҫәбенә йәшәй.
2014 йылдың 1 майынан, Таможня союзының техник регламенттарына ярашлы, һатыуға сығарыла торған малды шәхси хужалыҡтарҙа һуйыу тыйыла. Республикала әлегә был ҡанун бер ни тиклем ваҡытҡа кисектерелеп торҙо, әммә уның яңынан тормошҡа ашырылыуы көтөлә. Был юҫыҡта районда эш башланды. Подольскиҙан Н.В. Власенко тигән эшҡыуар мал һуйыу цехын асыуҙы планлаштыра, шулай уҡ ит етештереү буйынса ла эште тергеҙеү мотлаҡ. Һанап китеүемсә, ит, һөт, иген етештереү буйынса мини-цехтарҙы булдырыу – заман талабы. Үҙебеҙҙә етештерелгән колбаса, билмән, һөт ризыҡтарын, макарон изделиеларын халыҡ яратып аласаҡ. Экологик яҡтан таҙа, сифатлы аҙыҡ магазин кәштәләрен тулыландырһа, насармы ни?!
Халыҡҡа көн итергә кәрәк, шунлыҡтан улар ошо продукцияны төрлө шарттарҙа (баҙарҙа, өйҙә, урамда) һатырға мәжбүр.
– Һуңғы ваҡытта туризмды үҫтереү буйынса эш йәйелдерелде. Хәйбулла киләсәктә туристарҙы йәлеп итерлек төбәк исеменә дәғүә итә аламы?
– Һис шикһеҙ. Күптәр беҙҙең районды дала тип кенә күҙ алдына килтерә, әммә улай уйлаусылар тәрән яңылыша. Урман зонаһына ҡараған ауылдар, йәғни Йәнтеш, Ғәлиәхмәт, Әбеш, Аҡназар, Һаҡмар-Наҙарғол яҡтарының тәбиғәте бик хозур. Йәмле Һаҡмар йылғаһы буйында урынлашҡан ауылдарға йәй буйы Ырымбур, Силәбе яҡтарынан ял итеүселәр күпләп ағыла. Шунлыҡтан тап был яҡтарҙа туризмды үҫтереү йүнәлешендә эш башлау мотлаҡ. Әйтергә кәрәк, был йүнәлештә эш башлаусылар ҙа бар, әммә бөгөн туристарға заман талаптарына яуап бирерлек шарттар булдырылмаған әле. Шул уҡ ваҡытта юлдарҙың төҙөк булыуы ла төп шарттарҙың береһе. Ял итеүҙе йыл әйләнәһенә ойошторғанда ғына унан табыш алыу мөмкинлеге күберәк. Шулай уҡ район кимәлендә, бигерәк тә ҡыш тау-саңғы спортын үҫтереү ҙә өлгөрөп еткән эштәрҙең береһе. Иләс ауылы — шуға асыҡ миҫал. Район халҡы тау шыуырға ғаиләләре менән Баймаҡ, Белорет, Әбйәлил райондарына йәки Ырымбур өлкәһенә юл алғансы, үҙебеҙҙә рәхәтләнеп ял итә алыр ине.
– Быйыл Рәсәйҙә – Экология йылы, ә республикабыҙҙа Экология һәм айырым һаҡланған тәбиғәт биләмәләре йылы тип иғлан ителде. Районда тирә-яҡ мөхитте һаҡлау буйынса ниндәй эш башҡарыла?
– Дөйөм алғанда, районда экология торошо ҡәнәғәтләнерлек. Тау-байыҡтырыу предприятиелары күп булғас, ҡайһы берәүҙәр экологик хәл насар тип һөрән­ләүсән. Бөгөн һәр предприятие был тәңгәлдә маҡсатлы эш алып бара, уларҙы даими рәүештә тикшереп тора. Миҫал өсөн генә әйткәндә, беҙҙең районда ха­лыҡтың оҙаҡ йәшәүе билдәле, йөҙйәшәр­ҙәр һаны буйынса беҙ – төбәктә иң алдынғылар рәтендә. Уларҙың күбеһе тау предприятиелары урынлашҡан ауылдар­ҙан. Тимәк, был тәңгәлдә хәүефләнергә урын юҡ.
Икенсе мәсьәләгә килгәндә, барыбыҙға ла уйланырға кәрәктер. Күпселек халыҡ рөхсәт ителмәгән урындарға сүп-сар түгә, яйлап ул ҡыйлыҡҡа әүерелә. Йыйыштыр­ған ерҙә түгел, ә сүпләмәгән урында таҙа булыуын күп ваҡытта онотабыҙ, аҙаҡ тотонабыҙ ҡайҙандыр ғәҙеллек юлларға, ғәйеплене эҙләргә.
– Райондың төп проблемаларына туҡталғанда...
– Рәсәйгә хас булғанса, юл проблема­һынан беҙ ҙә азат түгел. Ауылдарға, тротуарҙарға асфальт түшәү – төп бурыстарҙың береһе. Яҡын арала Первомайск, Һамар, Рафиҡ, Вәлит, Ивановка ауылдарында күперҙәр төҙөү ҡарала. Беҙҙең районға тулыһынса зәңгәр яғыулыҡ үткән кеүек, бар ауылдарҙы ла һыу менән тәьмин итеү планлаштырылған.
– Ошо көндәрҙә һеҙ күркәм юби­лейығыҙҙы ҡаршылайһығыҙ. Ябай ауыл малайынан район етәксеһе вази­фаһына үрләү өсөн ниндәй сифат­тарға эйә булырға кәрәк?
– Ҡайҙа ғына хеҙмәт итһәң дә, эшеңде белеү мотлаҡ. Башҡарған бурысыңа ҡарата яуаплылыҡ тойорға, түҙемле булырға, кешегә яҡшы мөнәсәбәттә ҡала белергә тейешһең, тип уйлайым. Оло Әбеш ауылында тыуып үҫтем, мәктәпте тамамлағас, ауыл хужалығы институтына уҡырға керҙем. Йәш белгес булараҡ, тыуған яғыма ҡайттым, төрлө яуаплы урындарҙа эшләнем. Кемдәр менән генә осрашманым да кемдәр менән генә аралашманым. Әммә бер ваҡытта ла хужамын тип тауышымды күтәрмәнем, кешене тың­лай белдем, хәлдең төбөнә төшмәйенсә, ашығыс ҡарар ҡабул итмәнем.
– Ир-аттың аҫылы ил эшендә һы­налыр, ти халыҡ мәҡәле. Бына инде нисәмә йыл һеҙ район хәстәрен иңе­геҙгә йөкмәп, уңған яҡташтарығыҙға таянып, төбәгегеҙҙе күтәреп, халҡы­быҙға ярҙам итеп йәшәйһегеҙ. Тыуған яғығыҙҙы үҙ хеҙмәтегеҙ менән ырыҫ­лы итергә тырышыуығыҙ оло хөрмәт­кә лайыҡ. Һеҙҙе юбилейығыҙ менән ихлас ҡотлайбыҙ! Уңыштар насип итһен!


Вернуться назад