Салауаттан Эмиль Сәйфетдинов спидвей буйынса донъя чемпионатының икенсе этабынан һуң донъяның иң көслө уҙышсылары тиҫтәһендә ҡалды. Варшавала үткән этапта, 274 метрлыҡ араны үткәндә Башҡортостан спортсыһы, ни бары алты мәрәй йыйып, 11-се урынды яуланы. Өс тапҡыр донъя чемпиондары: Даниянан Ники Педерсен һәм Американан Грег Хэнкок иһә унан ҡалышып, 13-сө һәм 14-се урындарҙы алды. Әйткәндәй, уларҙың тәүгеһе 2016 йылда Европа чемпионы, икенсеһе донъя чемпионы булғайны.
Эмиль Сәйфетдинов был юлы еңә алманы. Беренсе урауҙа икенсе, киләһендә – дүртенсе, унан һуң тағы ла ике тапҡыр финишҡа икенсе булып килде. Һуңғы урауҙа ҡоланы. Бәхеткә күрә, ҡаты имгәнмәне.
Алда – тағы ла ун этап. Сираттағыһы 27 майҙа Латвияла үтәсәк.