Ләйсән шоуға әҙерләнә16.05.2017
Ләйсән шоуға әҙерләнә Яҡташыбыҙ, данлы спортсы, художество гимнастикаһы буйынса донъя чемпионы, танылған алып барыусы Ләйсән Үтәшева үҙенең бейеү тамашаһының премьераһына әҙерләнә. Ошо көндәрҙә Интернет селтәрендә Bolero by Liasan Utiasheva тип аталған проекттың тәүге тизеры донъя күрҙе.
– Бер нисә ай дауамында ныҡлы әҙерләндек. Ниһайәт, яңы тамашаның тизерын тәҡдим итәбеҙ! Тиҙҙән сер пәрҙәһен бер аҙ асып, тамашанан өҙөк тә күрһәтербеҙ. Артабан инде донъя буйлап турға юлланасаҡбыҙ! – тип пландары менән уртаҡлашҡан Ләйсән Үтәшева селтәрҙә.
Уның әйтеүенсә, проект буйынса эш дауам итә, хореография ҡуйыла, музыка яҙыла, махсус эффекттар уйлап табыла, кейемдәр тегелә.
– Үҙебеҙ тамашасы булараҡ күргебеҙ килгән шоу ҡуймаҡсыбыҙ, – ти Ләйсән.


Вернуться назад