Һуңғы ҡыңғырау – спиртлы эсемлекһеҙ16.05.2017
Һуңғы ҡыңғырау –  спиртлы эсемлекһеҙ Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев хоҡуҡ һаҡлау органдарын Һуңғы ҡыңғырау көнөндә эскелекте тыйыу тураһындағы закондың үтәлешен тәьмин итергә саҡырҙы.
Былтыр декабрҙә Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары “Башҡорт­остан Республикаһында этил спирты, алкоголле һәм спиртлы продукция етештереү, уларҙың әйләнеше өлкә­һендәге эшмәкәрлекте көйләү тура­һында”ғы республика законына үҙгә­рештәр индереү хаҡында” Закон ҡабул иткәйне. Үҙгәрештәргә ярашлы, Һуңғы ҡыңғырау көнөндә бөтә республикала иҫерткес эсемлектәр менән сауҙа итеү тыйыла. Яңы закон быйыл ғинуарҙан көсөнә инде. 25 майҙа, Һуңғы ҡыңғырау көнөндә, ошо сикләү беренсе тапҡыр ғәмәлгә инәсәк.
– Уҡытыусылар ҙа, ата-әсәләр ҙә был яңылыҡты хуплар, тип ышанам. Ул байрам осоронда балаларҙың именлеген тәьмин итеүгә йүнәлтелә. Мәктәп менән һаубуллашыу тик ыңғай, ҡыуаныслы тәьҫораттар менән генә хәтерҙә һаҡланып ҡалырға тейеш. Сауҙа вәкилдәре лә яңы законды аңлап ҡабул итер, уның талаптарын үтәр тип уйлайым. Хоҡуҡ һаҡлау органдары Һуңғы ҡыңғырау көнөндә был норманың тәүге тапҡыр ҡулланылыуын иҫәпкә алып эш итһен ине, – тине Константин Толкачев.


Вернуться назад