Сабырлыҡтың төбө – һары алтын12.05.2017
– Һуңғы ваҡытта ауырлыҡтар бер-бер артлы килеп тора. Күңелем шуға тыныс түгел. Муллаға барғайным, “Юлың бикле”, – тине. Һеҙ ошоға нисек ҡарайһығыҙ, Нур­мөхәмәт хәҙрәт?
Таңһылыу ВӘКИЛОВА.
Миәкә районы.


Башҡортостан мосолмандарының Диниә назараты рәйесе мөфтөй Нурмөхәмәт хәҙрәт НИҒМӘТУЛЛИН:
– Бисмилләһир-рахмәнир-рахим!
Аллаһы Тәғәлә йән эйәләре араһында иң күр­кәм, матур, аҡыллы итеп әҙәм балаһын яралтҡан. Уға ғилем, зиһен биргән, ғилем арттырырға бойорған. “Һине юҡтан бар иткән Аллаһ Тәғәләнең исеменән уҡы” тип башлана “Ҡөрьән Кәрим”дәге тәүге аят-кәримә. Раббы­быҙ әҙәм балаһын Ерҙә ғилем өйрәнеү, уны тара­тыу, киләһе быуын­дарға еткереү өсөн яралтҡан. “Һәр нәмә биреү менән кәмей, ә инде белем уртаҡлашҡан һайын арта ғына бара”, – тигән Пәй­ғәмбәребеҙ үҙенең мөбә­рәк хәҙисендә. – Мосолман ғилемле, аҡыллы, зирәк булырға тейеш. Тимәк, хөрмәтле ҡәрҙәш­тәр, белем алыуға етди ҡарарға бурыслыбыҙ. Уҡыу, белем алыу – әҙәм балаһы өсөн изге бурыс. “Ғилемде бишектән алып гүргә ингәнсе өйрәнегеҙ”, – тигән Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм. Икенсе хәҙисендә: “Ҡытайға барып булһа ла ғилем өйрән”, – тигән.
Ғилем алыу еңел түгел, юҡҡа ғына уны энә менән ҡоҙоҡ ҡаҙыу тип әйтмәгәндәр. Донъяла бер нимә лә еңеллек менән бармай. Донъя – ул һынау йорто. “Һынау” тиһәң, кешеләрҙең күбеһе уҡыу йорттарында белемдең сифатын тикшереү алымдарын күҙ алдына килтерер. Ысынбарлыҡта Аллаһ Тәғәлә биргән һәр көн имтихандарҙан тора. “Һеҙҙе ниндәй ҙә булһа ҡурҡыныс, аслыҡ, йәндәрҙең, малдың, емеш-еләктең кәмеүе менән һынайбыҙ” тиелгән изге “Ҡөрьән Кәрим”дә. Тимәк, бындай халәттән бер әҙәм балаһы ла ситтә ҡалмай. Шул уҡ ваҡытта, хөрмәтле ҡәрҙәштәр, иң ҙур ауырлыҡтарҙы кисергән әҙәм балаһы ябай кеше түгел. Бындай йөк пәйғәмбәрҙәргә, Аллаһ Тәғәләнең иманын, тәрбиәһен, бойороғон еткереп тороу бурысын йөкмәгәндәргә генә һалына.
Ҡайғы-хәсрәт килгән ваҡытта әҙәм бала­ларының күбеһе уны күтәрә, сыҙай алмай. Шул саҡта “Барыбыҙ ҙа – Аллаһ Тәғәләгә ҡайтыусы” тип доға ҡылһаң, сабыр итһәң, Хоҙай рәхмәтен насип итер. Мәшәҡәтте сабыр үткәреү тик ултырыу тигәнде түгел, ошо ауырлыҡтан сығыу юлын эҙләү тигәнде аңлата. Мәҫәлән, йөҙә белмәгән кеше һыуға ҡолап төшһә, батыуы ихтимал. Әгәр инде баҙап ҡалмайынса аяҡ-ҡулын хәрәкәт иттерһә, әкренләп ярға килеп сығасаҡ. Күсер ҡоштар, әйтәйек, бала сығарыу өсөн күпме юл үтә. Ошоларҙы ғына алып ҡарағанда, хөрмәтле ҡәрҙәштәр, йәшәү көсө күңелдә булырға тейеш. “Сабырлыҡ, ҡәнәғәт була һәм шөкөр итә белеү – әҙәмдең иң мөһим сифаты”, – тип өйрәткән Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм. “Сабырлыҡтың төбө – һары алтын”, “Сабыр иткән – мораҙына еткән” һәм башҡа мәҡәлдәр юҡтан ғына яралмаған.
Ә инде кемдер беҙгә: “Һинең юлың ябылған”, – тип әйтә икән, бындай һүҙҙәрҙе күңелебеҙгә яҡын алырға тейеш түгелбеҙ. Тормош – ул көрәш. Унда хәрәкәт иткән, тырышҡан, хеҙмәт иткән кеше генә еңә. Ауырлыҡтарҙы сабырлыҡ, тырышлыҡ менән үтәйек тә алға атлайыҡ. Тормош юлы бормалы, Хоҙай уны бер-беребеҙҙең ҡәҙерен белеп, ҡыйын саҡтарҙа ярҙам күрһәтешеп, шатлыҡ-ҡайғыны уртаҡлашып үтергә, уңыштарҙан шашын­маҫҡа, күркәм холоҡта ҡалырға насип ҡылһын.
Әс-сәләмү-ғәләйкүм үә рәхмәтул-лаһи үә бәрәкәтүһ! Амин.


Вернуться назад