Аҙан тауышы йәм өҫтәй12.05.2017
Таң – районыбыҙҙың иң матур ауылдарының береһе. 2006 йылда, ауылыма йәм биреп, мәсет асылды. Хәҙер хаҡ мөьминдәрҙе намаҙға саҡырып, аҙан тауышы яңғырай.
2014 йылда имам-хатип булып Динар хәҙрәт Ғәлиев килгәс, эштәр тағы ла йән­ләнеп китте. Ололар һәм балалар өсөн айырым төркөмдәр ойошторолоп, улар шәриғәт нигеҙҙәрен һәм Ҡөрьәнде өйрәнә. Әйтергә кәрәк, хәҙрәттәрҙең эше уҡытыусы хеҙмәтенән дә ауырыраҡ, күптәре хеҙмәт хаҡы ла алмайынса эш­ләй. Мәсеткә мәктәп йәшендәге ун өс уҡыусы йөрөй. Тәүге уңыштар ҙа күренә. Мәҫәлән, Азалия Әхмәтшина “Мин Исламды танып беләм” тигән район конкурсында – беренсе, ә III класс уҡыусыһы Илназ Хәмиҙуллин Ҡөрьән уҡыусыларҙың төбәк-ара бәйге­һендә өсөнсө урынды алды.
Мәсет ҡарамағындағы “Йәннәт” исемле балалар мөнәжәт төркөмө уңышлы эшләй. Улар төрлө телдәрҙә мөнәжәттәр һәм дини эстәлекле йырҙар башҡара. Таң ауылының һәм мәсетенең киләсәге бар.


Вернуться назад