Ризаитдин Фәхретдинов нәсихәттәре12.05.2017
Күҙебеҙгә шундай зиннәтле булып күренгән донъя хыянат, алдау, йәбер һәм золом кеүек насар нәмәләрҙе күрһәтә. Әхирәттә бер көн Аллаһ Тәғәлә алдына барып, һәр бер яҡшы һәм яман эштәребеҙ өсөн яуап һәм хисап бирәсәгебеҙҙе онотмағыҙ. Әхирәттә мәсхәрәгә төшөрәсәк, дуҫ һәм дошман ара­һында йөҙ ҡыҙартасаҡ нәмәләрҙе эшләмәгеҙ. Матур холоҡтарға өйрәнегеҙ, тоғро юлдан, ҡаршы­лыҡтар осраһа ла, айырылмағыҙ. Донъя йәһәтенән үҙегеҙҙән түбән­дәргә һәм дин йәһәтенән үҙегеҙҙән бөйөктәргә ҡараһағыҙ, донъяла һәм әхирәттә бәхетле булырһығыҙ. Изгелек орлоҡтары сәсһәгеҙ, бәхет игендәре урырһығыҙ. Матур хо­лоҡло кешеләргә юлдаш булығыҙ, улар һеҙгә түбәнгә төшкән ва­ҡытығыҙҙа һәм ҡыйырһытылғанда күтәрелергә ярҙам итер. Боҙоҡ холоҡлоларҙан йыраҡ булығыҙ, сөнки уларҙан хәйер күрмәҫһегеҙ, улар дәрәжәгеҙҙән төшөрөр, ама­натығыҙға хыянат итер һәм сер­ҙәрегеҙҙе фаш итер. Гонаһтарығыҙ өсөн үкенегеҙ һәм Йәнәб-и Аллаһҡа етешһеҙлектәр менән булһа ла ғибәҙәт итегеҙ. Пәйғәм­бәренә мөхәббәт һәм хөрмәт күрһәтегеҙ. Бәләләрҙән һаҡлауын һорағыҙ. Сабырлыҡ бирергә ҡөҙрәте булған Аллаһ Тәғәләнең бәләләрҙән именлек бирергә лә ҡөҙрәте барҙыр. Сәләмәтлек ҡәҙәр ҡиммәтле һәм ләззәтле һис бер нәмә юҡтыр, быны сәләмәт ва­ҡытығыҙҙа белегеҙ. Етемдәр ха­ҡына ҡул һуҙмағыҙ, күрше­лә­регеҙ менән яҡшы тороғоҙ, нама­ҙығыҙҙы ҡалдырмағыҙ, мөмкин булһа, мәсеткә барығыҙ. Бер-берегеҙҙең хәлен белешеп тороғоҙ, изгелек менән бойороғоҙ һәм бер-берегеҙ араһындағы уҫаллыҡҡа ҡаршылыҡ күрһәтегеҙ, аҡылһыҙҙар менән дуҫ булмағыҙ. Үлемдең киләсәген иғтибарҙан ситкә ҡуймағыҙ, һәр ваҡытта, һәр сәғәттә үлем килеүе мөмкин. Аллаһ Тәғәләгә яҡын­лаштырасаҡ нәмәләрҙең ахирәттә уттан йыраҡ итеүен һәм утҡа яҡынлаштырған нәмәләрҙең Аллаһ Тәғәләнән йыраҡ итәсәген һәр ваҡыт күңелегеҙҙә тотоғоҙ.




Вернуться назад