Ислам динендә мәғрифәткә ифрат ҙур урын бирелә. “Ҡөрьән”дәге иң тәүге аят-кәримәнең “Һине юҡтан бар итеп яралтҡан Аллаһ Тәғәлә исеменән уҡы” тип башланыуы, пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләмдең бик күп хәҙисе аша ғилемгә әйҙәүе лә – быға ныҡлы дәлил.Дөйөм алғанда, илдең, милләттең алға барыуы ғилемгә, уны файҙаланыуға, тормошҡа ашырыуға бәйле. Шул уҡ ваҡытта белем кешене һәр яҡлап тәрбиәләргә, рухландырырға тейеш. Кире осраҡта ул файҙаһыҙ.
Аллаһ Тәғәлә әҙәм балаһына аҡылды, зиһенде, ғилемде һәр төрлө итеп биргән. Уларҙың һәр береһенә ниндәйҙер мөмкинлек биргән: берәүҙең аҡылы, зиһене үткерерәк, икенсенең көсө күберәк, ҡайһыларҙың һәләте хайран ҡалмалы.
Йәш быуын араһынан һәләтле йәштәргә юл күрһәтеү йәһәтенән ошо көндәрҙә мосолман йәштәре лидерҙарының уҡыуы үтте. Сараның маҡсаты – унда ҡатнашыусыларҙы урындарҙа йәштәр тормошон ойоштороу, сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау, экстремистик ағымдарҙың йәштәр мөхитенә үтеп инеүенә ҡаршы тороу алымдары менән таныштырыу, халыҡтар араһындағы милләт-ара мөнәсәбәттәрҙе һаҡлап алыу булды. Ҡатнашыусылар өсөн лекциялар һәм дискуссиялар оҫталыҡ дәрестәре менән үрелеп барҙы.
Сара Республика Башлығы ҡарамағындағы Дәүләт-конфессия ара мөнәсәбәттәр советы һәм Башҡортостан Республикаһы мосолмандарының Диниә назараты ярҙамы менән “Йәштәрҙең конфессия-ара һәм этник-ара бәйләнеше: төбәк аспекты” фәнни-ғәмәли конференция нигеҙендә үткәрелде.
Барлығы Башҡортостандың 40 районынан 45 кеше уҡыу курсы үтте. Ойоштороусылар күҙаллауынса, сара айыҡ аҡыллы, белемле йәштәрҙе берләштереүгә, үҫтереүгә булышлыҡ итәсәк.
– Киләсәктең ниндәй булыуы әлеге йәштәрҙең белеменә, ҡиммәттәренә, рухи, әхлаҡи принциптарына бәйле, – тине Башҡортостан мосолмандарының Диниә назараты рәйесенең 1-се урынбаҫары Айнур хәҙрәт Арыҫланов.
Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләмдең бөтөн педагогиканы үҙ эсенә алған дүрт кенә юллыҡ хәҙисе бар: “Ғилемде иң еңел юл менән бирегеҙ. Баланы ҡыуандырығыҙ, дәртләндерегеҙ, рухландырығыҙ, күңелен һындырмағыҙ”. Хоҙай Тәғәлә, иншаллаһ, һәммәбеҙгә лә файҙалы ғилем насип итһен.