Йыйылышта12.05.2017
Йыйылышта Ҡала урамы буйлап бер ир килә. Ата-әсәләр йыйылышына китеп бара. Иртән Таңһылыу ханым уға:
– Исмаһам, ғүмереңдә бер тапҡыр булһа ла, һин бар әле, минең мөһим эшем бар, – тигәйне.
Зыялы кешеләргә хас булғанса оҙон плащ кейгән, галстугы күренеп торорҙай итеп яғаһын асыбыраҡ ҡуйған, ҡулына бызырмаҡлы-бызырмаҡлы һимеҙ портфель эләктергән уҙамандың тәү күреүҙә үк әкәй-шөкәй кеше булмауын тоҫмалларға мөмкин.
Байморат Ғәйзуллович тип йөрөтәләр үҙен. Мәғариф идаралығында ике-өс кешенән торған бүлеккә етәкселек итә. Көнө буйы бүлмәнән бүлмәгә сабып, арманһыҙ була. Әллә күпме ҡағыҙ-ҡоғоҙҙоң һәр береһенә имза ҡуйҙырта, унан әллә нисә төрлө тикшереү урындарына юллай, илебеҙҙең йөрәгенә оҙата. Шул арала фән менән дә шөғөлләнергә ваҡыт табыуы үҙе бер батырлыҡ бит. Бынан бер нисә йыл элек “Йәш быуынды тәрбиәләү” тигән темаға кандидатлыҡ диссертацияһы яҡланы.
Уның ауыҙ эсенән нимәлер мөңгөр­ләүенә, кеше менән һөйләшкән кеүек иренен ҡыбырлатыуына һис аптырарға ярамай. Бер уңайҙан күңеленән ата-әсәләр алдында һөйләйәсәк телмәрен барлай.
Ай, заманалар үҙгәрҙе, ай, үҙгәрҙе шул. Хәҙерге атай-әсәйҙәр бер-ике бөртөк балаһына ла йүнле тәрбиә бирә алмай. Балаһы ҡайҙа йөрөй, нимә менән мәшғүл? Белмәйҙәр ҙә, күрмәйҙәр ҙә. Үҙ-ара аралашыу, бәйләнеш юҡ. Эштән ҡайтҡас, атай диванға һуҙыла ла телевизорға ҡаҙала, әсәй телесериалдар менән һаташа-һаташа, ашын таштыра-көйҙөрә кискелеккә әҙерләй. Балалары компьютерға ҡаплана. Хатта күршеләре менән дә шул нәмәкәй аша ғына һөйләшәләр бит. Балаларға иғтибар юҡ, иғтибар. Шунан килеп тыуа ла бөткөһөҙ проблемалар. Аҙаҡ, ни өсөн тегеләй булды ла, ниңә былай килеп сыҡты икән, тип ыуалана башлайҙар...
Байморат Ғәйзулла улының уйҙары юлдың уң яғындағы китап магазины янында өҙөлдө. Бынан теүәл утыҙ йыл беренсе тапҡыр ошонда инеп, күп итеп китап алғайны. Был юлы ла күнегелгән ғәҙәтенә хыянат итмәне. Ул магазин ишеген асып инде. Һатыусылар ҙа уны танып-белеп бөткән, яғымлы иҫәнләштеләр:
– Әйҙәгеҙ, үтегеҙ!
Фән әһеленең мотлаҡ бер пакет китап аласағын, шуның менән уларҙың планын тултырыуға аҙмы-күпме өлөш индерәсәген яҡшы беләләр. Юҡһа ҡайһы берәүҙәр бигерәк сәйер инде. Магазинға музейға барған кеүек йөрөйҙәр. Икенселәре ҡайҙа һуғылырға белмәй килеп керәләр. Кәштәләрҙәге бөтә китаптарҙы тотоп, әйләндереп-тулғандырып, биттәрен бер асып, бер ябып ҡарайҙар ҙа:
– Фәләндең төгән китабы бармы? – тип таптыралар.
Һорағанын табып бирәләр. Теге тағы аҡтарып-аҡтарып ҡарай ҙа, аҙаҡ алырмын, тип сығып китә. Ә был ағай һис улай итмәй.
Бына бөгөн дә ул “Белем һәм тәрбиә” тигән бүлек эргәһенә килеп, үҙенең былтыр ғына сығарған китабын бер нисә дана һатып алды.
– Хәҙерге ата-әсәләрҙе әйтер инем, – тине ул эргәләге һатыусы ҡыҙға. – Исмаһам, балаһын иҫенә лә төшөрмәгән моңһоҙҙарға, ошоно алып уҡығыҙ, тип күрһәтермен. Әтеү китап уҡыуҙы ла онотоп баралар бит маңҡорттар. Шул килеш нисек бала тәрбиәләмәк кәрәк! Ана, былтыр ошо магазинға нисә китап килтергән булһам, һаман шул килеш тора. Берәүгә лә кәмемәгән.
Әлбиттә, өйгә ҡайтҡас, ҡатыны “ҡай­һы­лай шәп булған” тип әйтмәҫ. Ғәҙәтенә тоғро ҡалып:
– Тағы бер ҡосаҡ итеп шул нәмәләреңде тейәп ҡайттыңмы? Шунда берәй буханка икмәк менән һөт алһаң ни булған. Икмәк итеп китабыңды ашарға уйлайһыңмы? – тип меңенсе тапҡыр бупылдар-бупылдауын. – Ана, китаптарыңдың яртыһын сысҡан кимереп бөткән. Тәҙрә ябылмай, ишектең тотҡаһы ҡутарылып төшөүгә биш былтыр.
Әммә ул уны матур ғына итеп тәрбиәләп алыр.
– Эй, кәләш, кәләш! Тағы кеше алдында берүк шулай тип әйтә күрмә. Үҙеңә оят булыр. Даның ҡалаға таралыр. Белгең килһә, китап – иң ҙур хазина, – тип бармағын күтәреп әйтер. – Бөйөк рус яҙыусыһы Максим Горький нимә тигән әле? “Үҙемдәге бөтә яҡшы нәмә өсөн китапҡа бурыслымын” тигән.
Байморат Ғәйзулла улы малайы уҡыған класҡа барып ингәндә йыйылыш башланғайны. Уның кинәт пәйҙә булыуына класс етәксеһе тәүҙә ғәжәпләнгәндәй итһә лә, һуңынан, ҡайһылай ваҡытлы килде, бына-бына имтихандар башланырға тора, уның кәңәш-төңәше атай-әсәйҙәргә файҙалы булыр, тип уйлап, ҡыуанып ҡуйҙы.
Юғиһә бынау Берҙәм дәүләт имтиханы башланғаны бирле ҡот-йән юҡ бит. Һынауҙар бөткәнсе йоҡо йоҡо түгел, ашағаның аш түгел. Хәҙер балаларҙың һеркәләре һыу күтәрмәй. Саҡ ҡына ҡырын һүҙ әйтер әмәл юҡ, әллә нимә эшләргә әҙер торалар. Ҡайҙалыр берәү муйынын элмәккә тыҡҡан, ҡайҙалыр тағы әллә нимә булған. Тәүбә, тәүбә!
Йыйылыш шаҡтай оҙаҡ барҙы.
– Быйыл беҙҙең кластан ун кеше алтын, ун кеше көмөш миҙалға тамамларға тейеш, – тип һүҙен дауам итте класс етәксеһе Сәлимә Сәғит ҡыҙы. – Үҙегеҙ беләһегеҙ: беҙҙең гимназия – ҡалала иң абруйлыһы. Атай-әсәйҙәрҙең барыһы ла тиерлек ҙур урындарҙа эшләй. Тимәк, бөтә балалар ҙа юғары белем алырға һәм киләсәктә етәксе булырға тейеш. Никакуй техникум-мехникум! Беҙ ун бер йыл буйы тәк зерәгә уҡытмағанбыҙ. Унан, миҙал тигәс тә, рәхмәт, “бишле”гә генә уҡының, мә, рәхим итеп ал, тип тормайҙар. Алдан хәстәрләп, тегенеһен майлап, быныһының күңелен күрмәһәң, ғүмер буйы һеперелеп тә һыңар миҙал ала алмауың да бар. Былтыр, мәҫәлән, фәлән шыр “бишле”гә тамамлаһа ла, миҙал тәтемәне. Сәбәбе нимәлә тиһегеҙме? – Уҡытыусы атай-әсәйҙәргә һынамсыл ҡараны. Унан үҙ һорауына үҙе яуап бирҙе. – Ата-әсәһе йоҡлап йөрөнө, аҙ-маҙ аҡсаһын йәлләне.
Шул саҡ араларынан берәү ризаһыҙ ғына:
– Нимәгә шул алтын миҙал тип зыҡ ҡубаларҙыр, – тине. – Бына мин алтынға бөтмәһәм дә, кеше йөрөгән юлдан йөрөйөм, бер ҙә төртөп киткәндәре юҡ. – Унан бер ваҡиғаны хәтергә төшөрҙө.
– Ана, былтыр күршеләрҙең ҡыҙы алтынға бөтәм тип йөрөгәс, алып ҡуйҙы бит. Бала уҡыһын, бала әҙерләнһен, мәшәҡәтләмәйек, тип ата-әсәһе сыға ла китә, сыға ла китә. Алтын миҙал алған көндә ҡыҙҙары ауырып китеп, шалҡан кеүек игеҙәк малайҙар тапты. Бала табыу өсөн миҙал кәрәктер шул. Уҡырға ла инә алманы, атай-әсәйҙәренең аҡсаһы аҙыраҡ булған, тиме. Кредит та алған һымаҡтар ине, етмәгәндер инде. Ул игеҙәктәре торғаны ен кеүек, ти. Әсәләренең миҙалы менән уйнап, береһе тамағына ҡапланып үлә яҙған. Аҙаҡ бәләһенән баш-аяҡ тип уны сиғандарға һатып ебәргәндәр ҙә балаларының өҫ-башына кейем алғандар, тиме…
Класс бүлмәһе йәнләнеп китте, әммә уҡытыусы шау-шыуҙы тиҙ туҡтатты.
– Ярай, улай тәрәнгә кереп китмәйек әле, – тип тынысландарҙы ул. – Миҙал миҙал булыр әле ул. Мәҫәлән, миңә маҡтаулы исем юллағанда уның булыуы бик мөһим. Унан “Хеҙмәт ветераны” тигән танытма аласаҡмын.
Класс етәксеһе атай-әсәйҙәргә күҙ ташланы ла тағы һөйләй башланы:
– Һәр кемгә хыялына өлгәшеү өсөн уңғанлыҡ талап ителә. Юҡҡа ғына, бер процент талантҡа туҡһан туғыҙ процент тырышлыҡ өҫтәргә кәрәк, тимәгәндәр. Бына, мәҫәлән, Әтәмбай яҙыусы булырға хыяллана, Мәскәүгә институтҡа барам, ти. Ә үҙе рус теленән инша яҙғанда шыр хата ебәрә, бының өсөн бөгөндән фәлән кеше менән танышып, хаҡын килешеп ҡуйыу мотлаҡ. Баҙар заманында йәшәгәнде оноторға ярамай. Былтыр шулай эшләнеләр. Тағы унда ингәндә бер нисә хикәйә лә кәрәк. Ә Әтәмбай ижад итеү түгел, әҙерҙе күсереп яҙа белмәй. Бының өсөн берәй яҙыусының әҫәрен тәржемә иттереп алырға кәрәк.
– Башҡа яҙыусыныҡын? – тип аптырап һораны егеттең әсәһе.
– Уның бер нәмәһенә лә ғәжәпләнәһе түгел, – тине уҡытыусы ҡәтғи итеп. – Ундай миҫалдар бар. Мәскәүҙә ултыр­ғандарҙың шул хикәйәнең авторы башҡа кешенеке булыуы башына ла инеп сыҡмаясаҡ. Үҙегеҙ беләһегеҙ, беҙҙең халыҡ элек-электән барлыҡ эште бергәләп йырып сыҡҡан, өмә уҙғарғанда бөтәһе лә еп-еңел. БДИ ла шул уҡ өмә кеүек инде. Туғандарығыҙ, таныштарығыҙ ошо өмәгә ҡушылһа, миҙал алыу ҙа, БДИ биреү ҙә ап-анһат ул.
Уҡытыусы ошо хаҡта әйткәс, класс йәнләнеп китте. Кемдер:
– Эйе шул, шулай шул, – тип уны йөпләне.
– Уҡыу менәнме ни, эше булмағас, – тине Сара исемле ҡатын. – Былтыр университетта ҡыҙыбыҙ менән бергә утыҙ бала диплом алып, береһе лә һөнәре буйынса эш тапманы. Хәҙер кемелер магазинда һатыусы булып йөрөй, икенселәре урам һеперә, өсөнсөләре хеҙмәт биржаһында тора.
– Шулай шул!
Гөж килә башлаған атай-әсәйҙәрҙе уҡытыусы йәнә туҡтатты.
– Йә, ярай, тынысландыҡ. Үҙебеҙҙең кем икәнлегебеҙҙе онотмайыҡ. Беҙ – интеллигенция вәкилдәре, халыҡты иң алғы рәттә алға әйҙәп барыусылар. БДИ тигәс тә, был өмәлә үтә тырышып ташламайыҡ, уны яңылыштан йөҙ балға эшләп ҡуймайыҡ. Әтеү обрнадзор, ни өсөн улай, был тиклем балды балалар түгел, профессорҙар үҙҙәре лә йыя алғаны юҡ әле, тип еҫкәнеп килеп тә етер. Йөҙгә бер нисә балл етмәһә, иң шәбе буласаҡ. Мәҫәлән, 95-96 балл тирәһе.
Шул саҡ Сәлимә Сәғит ҡыҙының телефоны шылтыраны. Ул йыйылғандарға ҡараш ташланы ла:
– Ярай, һеҙ һөйләшә тороғоҙ, мине мөһим эш менән саҡыралар, – тип сығып китеп өлгөрмәне, уның өҫтәле янына беренсе кластан бирле үҙ теләге менән ата-әсәләр комитеты рәйесе булып, был бурысты саманан тыш ҙур кинәнес менән башҡарған Әлисә ханым тып итеп сығып баҫты.
– Ҡәҙерле дуҫтар, беҙҙең гимназия ҡалала билдәлеләрҙән һанала. Һәр беребеҙҙең балаһы ғәзиз, – тип һүҙ башланы ул. – Икенсенән, сығарылыш кисәһе ғүмергә бер генә була торған тантана. Шулай булғас, хушлашыу тантанаһы ла башҡалар көнләшерҙәй булырға тейеш. Мәҫәлән, мин балаларҙы төнгө ҡала буйлап лимузинда йөрөтөргә кәрәк тип уйлайым. Иң затлы күлдәктәр булырға тейеш. Бал ваҡытында, анауҙар, бахыр икән, тип төртөп мыҫҡыл итерлек булмаһын. Туфли, прическа, сумка – барыһын да ентекле уйларға кәрәк.
Шул саҡ кемдеңдер:
– Үтә ҡыйбатҡа төшә бит, – тиеүе булды, үҙенән егерме йәшкә оло, бай депутатҡа кейәүгә сығып, бер бөртөк бала тәрбиәләгән Сара таҡта алдына тыҡ-тыҡ атлап сығып, бармағы һайын гәүһәр йөҙөктәрен борғолап телгә килде.
– Улай ваҡланып тормайыҡ инде. Балаһын тапҡанбыҙ икән, аҡсаһын да табырға тейешбеҙ. Кеше ғүмерендә бер генә була торған байрам бит. Йә, шул аҡсаны балабыҙҙан йәлләп, байып китәбеҙме? Оят! Ғәзиздәребеҙ өсөн иҫәпләшеп тормайыҡ инде.
Уны башҡалар йөпләне.
– Дөрөҫ һөйләйһегеҙ!
– Даны ни тора! Ҡайһы гимназия – шул гимназия! Ҡайһы класс – шул класс!
– Шулай шул!
Кәңәшмә шаҡтай дауам итте. Класс етәксеһенә конвертҡа һалып аҡса бирергә ҡарар иттеләр. Хәҙер йолаһы шулай икән. Китап, сәй сервизы, картина, кер йыуыу машинаһы бүләк итеү үткән заманда ҡалған. Директорға, ун бер йыл балалар­ҙың күҙен асҡан уҡытыусыларға ла үҙҙәренең вазифаһына ярашлы бүләктәр билдәләнде.
Ахырҙа Байморат Ғәйзуллович һүҙ алды:
– Ысынлап та, барыбыҙ өсөн етди ваҡыт етте, – тип һүҙ башланы ул. – Мин ғалим, педагог булараҡ үтенәм: балаларығыҙға ҡарата үтә иғтибарлы булһағыҙсы. Уйланыусан, аҡыллы атай-әсәй сабыйына бәләкәйҙән күңелендә ышаныс тәрбиәләгән һүҙҙәр табырға тейеш. Иң мөһиме – балалар менән асыҡ йөрәктән, ысын күңелдән булған мөнәсә­бәттәр урынлаштырыу кәрәк. Һәр атай-әсәй, һәр өлкән кеше, кем булып эшләүенә ҡарамаҫтан, күңеле, йөрәге менән педагог булырға тейеш һәм яратыу хисенә бирелеп кенә түгел, ә үҙ балаларының күңелен аңлап, үҙ дәрәжәһен баһалай алырлыҡ кеше булып раҫланырға ярҙам итергә тейеш.
Баланы арҡыры ятҡанында тәрбиәлә, ти халыҡ. Уны йүргәктә сағынан бөхтәлеккә өйрәтеү, ваҡытында ашатып йоҡлатыу, төргәндә лә, йыуындырғанда ла бәпес менән аралашыу мөһим тигән мәғәнә ята был әйтемдә. Телмәрҙе аңламаһа ла, сабый әсәһенең яғымлы тауышын ишетә һәм үҙенә ҡарата йылы мөғәмәләне аңлай. Шул уҡ ваҡытта бала бағыуҙа әсәй генә яуаплы түгел. Атайҙың һөйөүе, иғтибары, әсәгә мөнәсәбәте лә сабый күңеленә һеңә бара. Балағыҙға нисә йәш булыуына ҡарамаҫтан, ата-әсәләр йыйылышына йөрөгөҙ, хәҙер ҙурайҙы, тип тормошона иғтибарҙы кәметмәгеҙ, юғиһә, мине яратмай башланылар, тип уйлауы ихтимал. Үпкәләүҙәр йыйылып барып, уны ата-әсәнән алыҫайта. Бала күңеленең аҡ ҡағыҙ икәнлеген иҫтән сығармайыҡ. Уға нимә яҙһаҡ, шуны уҡырбыҙ. Һәр бала талантлы булып тыуа. Һәләт уға әсә ҡарынында уҡ һалына. Эстән көйләп йөрөһә, көй ишетеү менән бейеп китергә торһа, тимәк, ошо йүнәлештә асылырға мөмкинлек биреү отошло.
Унан Байморат Ғәйзулла улы, ҡулын­дағы китабын барыһына ла күрһәтеп:
– Балаларҙы нисек тәрбиәләү хаҡында мин ошонда яҙғанмын. – тине. – Барығыҙға ла китап магазинынан алырға кәңәш итәм. Әле ҡалабыҙҙың “Белем” магазинында ғына ҡалған. Өлгөрөргә тырышығыҙ.
Йыйылыш тамамланғанда сәғәт ун икене һуғып, беренсе киткәйне.

Иртәгәһенә иртүк Таңһылыу ханымдың телефоны тауыш бирҙе. Улының класс етәксеһе ине. Иҫәнлек-һаулыҡ һорашҡас, ул кисә ата-әсәләр йыйылышына килмәүҙең сәбәбе менән ҡыҙыҡһынды:
– Әллә берәй етди эш килеп сыҡтымы? – тип һораны.
– Мин бармаһам, иптәшем барҙы бит.
– Иптәшем тиһегеҙме?! – Телефондың теге башындағы уҡытыусының тауышы бер аҙға өҙөлөп ҡалды. Унан йәнә телгә килде. – Ни өсөндөр мин күрмәнемсе.
– Күрмәнегеҙ? Бәлки, танымайһы­ғыҙҙыр?
– Нисек инде танымайым? Аҙна һайын тигәндәй уҡытыусыларҙы идаралыҡҡа йыялар бит. Тағы ул – республикала шаҡтай билдәле кеше. Бына ҡулымда йыйылышҡа килгәндәрҙең исемлеге. Журналды партанан-партаға йөрөтөп, һәр береһе үҙенең исем-шәрифен яҙҙы. Ул юҡ.
– Юҡ? – Таңһылыу ҡабатлап һораны. – Нисек бармаған? Барҙы бит! – Таңһылыу телефонды ярырҙай итеп ярһып һөйләүгә күсте. – Етмәһә, бала тәрбиәләү темаһына сығыш яһаған. Төн уртаһында ғына ҡайтты.
Бер аҙҙан Байморат Ғәйзулловичтың йыйылышта улы уҡыған унынсы класта түгел, ә ун беренселәрҙә булыуы асыҡланды.



Вернуться назад