Был яҙыуҙы башламаҫ та инем,
Әгәр йөрәк талап итмәһә.
Йөрәк талап итмәҫ ине, бәлки,
Анау ямғыр үтеп китмәһә.
Йәй. Тәбиғәттең иң матур һоҡланғыс миҙгеле. Беҙ, Ҡотлобай ауылы малайҙары, ғаиләләребеҙҙә эш күп булһа ла, рәхәтләнеп уйнап, һыу инеп еләк-емеш йыйып өлгөрә инек.Йәйҙең уртаһында бер нисә көн тын алғыһыҙ эҫе тора. Төшкөлөктә ауыл тынып ҡала. Балаларҙың һәм өлкәндәрҙең тауышы ишетелмәй, хатта әтәстәрҙең бер-береһе менән ярышып ҡысҡырыуы ла баҫыла, сөнки улар ҡыҙыуҙан йонсоп, күләгә бар ерҙәргә инеп ял итә. Тик ауыл тирәһендә Сөй исемле күлдә арымаған-талмаған сарҙаҡтарҙың, ҡыр һәм өй ҡоштарының тауышы тирә-яҡҡа тарала.
Зәңгәр күктә бер болот та күренмәй, тик яҡты ҡояш ҡыҙҙыра. Алыҫҡа күҙ һалһаң, йәшкелт офоҡ билдәләнә. Бындай көндәрҙе өлкәндәр селлә ваҡыты тип йөрөтә ине.
Төш ваҡыты уҙып, бер нисә сәғәт үткәс, Үртәй ауылы яғынан тар ғына һыҙат булып ҡара болот күренде. Бөтә булған йән эйәләре һауаға ҡарап ямғыр көтә. Оло инәйҙәр үҙ яндарына балаларҙы саҡырып, теләк теләтә, беҙ ысын күнелдән: “Ямғырҡайым, яу-яу...” – тиеп һамаҡлайбыҙ. Теләктәребеҙҙе Хоҙай ишеткәндер тип уйлайым – теге болот әкренләп, ашыҡмай ғына һауаның көнбайыш өлөшөн ҡапланы, күк күкрәүе лә асыҡ ишетелде. Дөбөр-шатыр күк күкрәне, ут уҡтарын тирә-яҡҡа сәсеп, ялт та йолт йәшен йәшнәне.
Күк күкрәгән тауыштар оҙаҡ ҡына ауылды түңәрәкләп уратып алған урмандарҙа яңғырап торҙо. Артабан ямғыр тамсылары, берәм-берәм төшөп, туҡ-туҡ итеп, “барабандарҙа” уйнай башланы. Күп ваҡыт та уҙманы, яуын көсәйеп, күнәктән ҡойғандай тойолдо.
Ямғыр бер сәғәттәй дауам иткәндән һуң, болот ашыҡмайынса, ялҡауланып ҡына Сөләймән ауылы яғына ҡуҙғалды. Ямғыр бөтөүгә, ҡояш, үҙенең ҡыҙыулығын баҫып, йылмайып нур һипте. Болот юғалғас, көнсығышта матур Салауат күпере ҡалҡты. Шул ваҡытта тәбиғәт оҙайлы йоҡоһонан уянған кеүек тойолдо. Ян-яҡта ҡоштар тауышы яңғыраны. Ауыл халҡы өйҙәренән сығып, тирә-яҡҡа ҡарап, ҡәнәғәтләнеп: “Был ямғыр бик килеште”, “Шифалы булһын ине”, – тип һөйләште. Иҫ киткес саф һауала һәр төрлө сәскәләрҙең, үләндәрҙең хуш еҫе танауға бәрелде. Ай-һай, бик матур, онотолмаҫ минуттар!
Ямғыр һыуҙары уйһыу ерҙәргә ағып та өлгөрмәне, беҙ, ауыл малайҙары, салбарҙарыбыҙҙы тубыҡтарға тиклем төрөп, ялан аяҡ урамға йүгерҙек. Йылы, дымлы, йомшаҡ ҡомло урам буйлап уйнай башланыҡ. Бер-беребеҙ менән бәхәсләшеп, шатланып, әсәйҙәр саҡырып кереткәнсә рәхәтләндек.
Ошо ваҡыт, минеңсә, беҙҙән дә бәхетлерәк кеше булмағандыр: тыуған ауылыбыҙҙа үҙебеҙҙең замандаштар менән ҡайғы-хәсрәтһеҙ, тормоштоң, тәбиғәттең матурлығына һоҡланып, ғорурланып йәшәй инек...
Ш. АРЫҪЛАНОВ.
Һинең һүҙҙәр – күңел төбөндә Баҡай ауылында йәшәп,
шул ауыл зыяратында ерләнгән
Биби-Ҡобора ҡәртнәйемә.Арҡаларҙан һөйөп,
Сәстәремде үреп,
Ҙур ҡәртнәйем мине яратҡан,
Күкрәгенә ҡосоп,
Йылы һүҙҙәр әйтеп,
Сабый ҡайғымды ул таратҡан.
Ҙур ҡәртнәйем
Ҙур булғанға инде,
Ауыр эштәрҙе ул йөкмәне,
Буш саҡтары булһа,
Беҙҙе йыйып,
Мәҙәк хәбәрҙәрен һөйләне.
Хәҙер инде үҙем ҡәртнәй булғас,
Оло кеше хәлен аңлайым,
Ҡәбер тыныслығын
Ҡәртнәйемә бир тип,
Хоҙай Тәғәләнән һорайым.
Ҡәртнәкәйем минең,
Һинең әйткән һүҙҙәр
Һаман күңелемдең төбөндә,
Ғүмеркәйең, ҡәртнәй,
Ҡалған һыҙылып
Ауылымдың моңло көйөндә,
Башҡортомдоң моңло көйөндә.
Матур исемле кешеҠурған өлкәһенең Әлмән районы
Шәрип ауылында күп йылдар «Бәхет» фольклор
төркөмөнә етәкселек иткән Камилә Хәмзинаға.Камилә исеме матур,
Исемен есеменә
Тура килтереп биргән бит
Хоҙай Тәғәлә үҙенә.
“Камилә” һүҙе асылы,
Нигеҙе “камил” була,
Шул исемде алған кеше
Һәр яҡтан камил була.
Камил була төҫө, йөҙө,
Камил була уйҙары,
Эшләгән эштәре камил,
Камил моң һәм йырҙары.
Камил булһын бәхеткәйе,
Һаулығы, йорто, эше,
Шатлыҡ менән генә йәшә,
Матур исемле кеше!
Земфира СТУКОВА.