Ни өсөн башҡорт халҡының донъя кимәленә күтәрелерҙәй әҙәбиәте, сәнғәте милли сиктәрҙә генә ҡалып килә? Ғәмәлдә тәржемәселәр, халыҡтың рухи хазинаһын донъяға таратырға ынтылып торған илһөйәрҙәр юҡ кимәлендә. Германияла йәшәп тә башҡорт өсөн бихисап изге эштәр атҡарған күренекле яҡташыбыҙ Ирек Фәннүр улы Байышев менән оҙаҡ ҡына ошо хаҡта һөйләшеп ултырҙыҡ.
— Халҡыбыҙ өсөн нисек тә күберәк эшләп ҡалырға ине, — тине көрһөнөп Ирек. — Башҡорт донъя кимәлендә танылыуға лайыҡ. Тарихи үткәнебеҙҙе генә алайыҡ. Ысын мәғәнәһендә бөйөк халҡыбыҙҙың көсө ҡаһарман шәхестәребеҙ менән билдәләнә.Өфөлә тыуып үҫеп, Мәскәүҙә юғары белем алған, немец ҡыҙына ғашиҡ булып, бөтөнләйгә ситкә сығып киткән, инде оҙаҡ йылдар Германияның Лейпциг ҡалаһында эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгән, сит телдәрҙе һыу кеүек эскән Ирек Байышевтың күңеленә ысын илһөйәрлек, ата-бабаларының үткәне, әсә теле менән ғорурлыҡ тойғоһо бәләкәй сағынан һалына.
— 1812—1814 йылдарҙағы француз яуы хаҡында һүҙ сыҡҡанда, Наполеонды еңеүҙең 190, 200 йыллыҡтарын билдәләгәндә, ни өсөн үҙенең 28 полкын илбаҫарҙарға ҡаршы көрәшкә ташлаған башҡортто берәү ҙә телгә алмай, белмәй?! Ғәрләндем, — ти Ирек. — Үҙ халҡымдың данлы үткәнен донъяға күрһәтеү хыялы шунда тыуҙы. Артабан инде дуҫым, журналист Нәсүр Йөрөшбаев менән һөйләштек-кәңәшләштек тә немец властарына ярҙам һорап мөрәжәғәт иттек...
Һөҙөмтәлә бөгөн Лейпциг, Дрезден ҡалаларында француздарға ҡаршы йән аямай һуғышҡан башҡорт яугирҙәре хөрмәтенә һәйкәл ҡуйылған, Шварцала ҡасандыр мәргән башҡорт көмбәҙенә уҡ атҡан сиркәүҙә иҫтәлекле таҡтаташ асылған, ағас уҡ серегәнлектән, немецтар уны тимергә алмаштырған. Ирек иһә иптәштәре менән уны алтын ялатылғанына алмаштырып ҡуйған.
Ә Лейпцигтағы “Сидиҡа йорто”н (“Haus Zidika”) кем генә белмәй Германияла! Әсәһе Сидиҡа Шәйхетдин ҡыҙы Өфө дауаханаларының береһендә терапевт булып эшләгән. Архангел районының Тәүәкәс ауылында донъяға килеп, ҙур ауырлыҡтар менән медицина институтын тамамлаған Сидиҡа нескә хисле, бай рухлы кеше була, шиғырҙар яҙа. Ул яҡты донъяларҙан китеп барғас, бына нисәмә йыл инде Иректең күңелендә бөткөһөҙ һағыш йәшәй.
Германияла үҙ эшен асып, матди йәһәттән ныҡлап аяҡҡа баҫҡас та, егеттә ғәзиз әсәһенең исемен мәңгеләштереү уйы уяна. Үҙенең офисынан тыш йәнә ун ябай немец ғаиләһе йәшәгән матур, ыҡсым йортҡа Ирек Фәннүр улы “Haus Zidika” исемен бирә. Йорттоң фасадын милли кейемдәге башҡорт һыбайлыларының һындары биҙәй. Улар араһында мәрхүмә Сидиҡа Шәйхетдин ҡыҙының, шулай уҡ Иректең атаһы Фәннүр Әйүп улының төҫтәрен тоҫмалларға мөмкин. “Сидиҡа йорто”н биҙәүгә ситтә йәшәгән яҡташыбыҙ, рәссам Азат Ҡужин ҙур көс һалған.
Әйткәндәй, Фәннүр Әйүп улы, күптән түгел улы Иректең ярты быуатлыҡ юбилейында, ейәндәрен, Мәскәү эргәһендәге Пушкин ҡалаһында йәшәгән ҡыҙы Гөлнур менән кейәүе Жәлилдә лә ҡунаҡ булып, ил гиҙеп ҡайтҡан. Фәннүр ағай хаҡлы ялға тиклем баш ҡалалағы ҙур төҙөлөш ойошмаһында баш бухгалтер булып эшләгән. Тыумышы менән ул Дыуан районының Иҫке Хәлил ауылынан, затлы Байышевтар нәҫеленән.
Балаларынан ситтә йәшәһә лә, Фәннүр Әйүп улы — ҡыҙы менән улы, ейәндәре өсөн оло терәк һәм кәңәшсе. Уның ил тарихына һәм бөгөнгөһөнә, башҡорттоң данлы көрәш юлына арналған китаптар, журнал-гәзиттәр менән тулы китапханаһына, һәр төрлө тарихи материалдар, фото һәм экспонаттар һаҡлаған шәхси архивына ҡарайым да уйлап ҡуям: юҡ, Иректә илһөйәрлек тойғоһо Бородино көндәрен үткәргәндә генә уянмаған, был тойғо уға төпсөр, ныҡышмал атаһынан һәм шиғри күңелле әсәһенән күскән.
Тағы бер хәҡиҡәтте танымау мөмкин түгел: нәҫелдәрендә һәр кем халҡы өсөн оло, изге эштәр атҡарып, милләттең данын арттырған. Ә бит уйлап ҡараһаң, ниндәй генә милләт вәкиле юҡ бында! Әммә Байышевтарға тамыры килеп ҡушылған бөтәһе лә башҡорт рухлы.