Рух һәм йәшәү ҡото хаҡында12.05.2017
Рух һәм йәшәү ҡото хаҡындаҠатын-ҡыҙ... Биләүҙән ҡыҙҙар әсәй булып уйнай, әсәй булып йәшәй, әсәй булараҡ, яҡындары өсөн өҙөлөп, яҡты донъя менән хушлаша. Ошо изге бурысын атҡарғанда улар төрлө бәхетһеҙлектәргә лә, тормош һынауҙарына ла дусар була. Кемдәрҙер, ауырлыҡтарҙы һелкеп ташлап, яңынан баш ҡалҡыта, ә бәғзеләр уның аҫтында баҫылып, кешелек рәүешен юғалта...
Баймаҡ районының ҡатын-ҡыҙҙар советы оҙаҡ йылдар йәмғиәттең проблемаларын үҙ иңенә алып, уны хәл итеүгә бөтә көсөн йүнәлтә, бер үк ваҡытта өлгөлө ҡа­тын-ҡыҙҙарҙы ла башҡаларға үрнәк итеп күрһәтә. Шуғалыр ҙа ҡатын-ҡыҙҙар советы ойошторған саралар, кисәләр күңелдең аҫтын-өҫкә килтереп, мөһим тормош күренештәре хаҡында уйланырға, һыҙ­ланырға мәжбүр итә.
Күптән түгел Баймаҡ халыҡ ижады үҙәгендә ойошторолған “Мин – ҡатын-ҡыҙ, мин – рухыбыҙ һәм мәңгелек йәшә­йешебеҙ ҡото” тип аталған сара ла һәр кемде тетрәндерерлек булды.
... Тыныр тиеп мине көткәндәр бар –
Тынмағанмын әле, тынмағанмын.
Һыныр тиеп мине көткәндәр бар –
Һынмағанмын әле, һынмағанмын.
Усаҡҡа ут яғам, утты тотам,
Гөлдәргә һыу һибәм, дымды тотам,
Хәләл икмәгемде ҡайырып теләм,
Тыуыр балаҡайға бишек эләм –
Мин – ҡатын-ҡыҙ!

Халыҡ ижады үҙәге егеттәренең дәртле күмәк йырынан һуң Башҡортостан ҡатын-ҡыҙҙар союзы рәйесе Луиза Дәүләтшина Рәмзилә Хисаметдинованың ошо күркәм шиғыры менән йыйынды асып ебәрҙе. Күренекле яҡташыбыҙ, С. Юлаев исе­мен­дәге дәүләт премияһы лауреаты, Баш­ҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Таңсулпан Ғарипова сараның төп ҡунағы һәм сәхнәнең биҙәге булды. Йы­йында шулай уҡ “Ватандаш” журна­лының баш мөхәррире Рәшиҙә Мәһәҙиева, билдәле журналист, яҙыусы Таңһылыу Ғәйнуллина, Сибай ҡалаһы хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге начальнигы Элиза Кирәева ҡатнашты.
Экранда А. Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт драма театры артистары тарафынан ҡуйылған “Китмәгеҙ, торна­лар!”, “Бәхеткә ҡасҡандар” спектакл­дәренән иң сағыу өҙөктәр күрһәтелде. Темәс, Ниғәмәт, Ишбирҙе ауылдарының һәүәҫкәр артистары яҙыусының “Һабаҡ” (“Ағиҙел”, 2017, 3-сө һан), ә байыштар, яраттар, билалдар “Оҙон юлдың башы” (“Ағиҙел”, 2016, 11-се һан) хикәйәләренән ҡатын-ҡыҙ тормошон сағылдырған күренештәрҙе сәхнәләштерҙе. Ике әҫәрҙә – ике төрлө ҡатын-ҡыҙҙың яҙмышы... Билал ауылынан Ишһылыу Әминева: “Йәмғиәттә – ғаиләне, тотоп тороусылар – ҡәйнәләр, ағинәйҙәр. Бөтәһе лә ағинәй була алмай, сөнки улар йәшәү рәүеше менән өлгө күрһәтергә тейеш”, – тип сығыш яһаны.
“Оло юлдың башы”нда төп герой Мансура әсәйҙәре яҡты донъя менән хушлашҡан, атайҙары вахта ысулы менән эшләгән ғаиләгә әсәй булып килә. Беҙҙең тормошта ла ирҙәрҙең вахтаға китеүе, ә ҡатындарының, ирҙәре сығып китеү менән, еңел тормош алып барып, тапҡанды туҙҙырырға яратыуы оло проблемаға әүерелеп бара. Ә атайлы килеш атайһыҙ үҫкән балаларҙың яҙмышы хаҡында әйтеп тораһы ла түгел. Ҡатын-ҡыҙҙар советының президиум ағзаһы Зәлиә Солтанова ошо хаҡта сығыш яһаны: “Йәмәғәтем 30 йылдан ашыу ситтә эшләй. Ирҙәре вахтала йөрөгән ҡатындарға сабырлыҡ теләйем. Балаларға атайҙарының ауыр эш башҡарғанын матур итеп аңлатырға, “Атайығыҙ беҙҙең өсөн тырыша”, – тип тәрбиәләргә кәрәк”, – тине ул.
Сит тарафта тир түгеү ир-егеттәргә генә түгел, ҡатын-ҡыҙҙарға ла хас. Италияла эшләп ҡайтҡан Бибинур Мостафина беҙҙең һәм ул төбәктәге менталитет тураһында фекер йөрөттө: “Ир-егеттәребеҙ тупаҫыраҡ холоҡло. Сит милләттекеләр әҙәпле, ҡатын-ҡыҙға ихтирамлы. Беҙҙе­келәр ҙә уларҙан өлгө алһа ине. Ситтә мөнәсәбәт яҡшы булһа ла, тыуған яҡ барыбер һағындыра. Тәрилкәләй сәскәле магнолия­ларға ҡараған саҡта үҙебеҙҙең кескәй генә күгәрсен күҙе сәскәләрен һағына торғайным. Кипаристар араһында тор­ғанда: “Әсәйем йөрөгән ерҙәрҙе ятып үбермен”, – тип нәҙер әйткәйнем, самолеттан килеп төшөү менән еремде ятып үптем. Ят илдә йәшәргә яҙмаһын”, – тине. Луиза Ҡаһарман ҡыҙы ла: “Сит илдә турист булараҡ ҡына сәйәхәт итергә насип булһын. Ә аҡсаны тырыштар үҙебеҙҙең илдә лә эшләй ала”, – тип йөпләне.
Табип-инфекционист, ҡатын-ҡыҙҙар советының президиум ағзаһы Гөлнур Латипова әхлаҡһыҙ тормош алып барыу арҡаһында сифилис, ВИЧ-инфекция кеүек йоғошло сирҙәрҙең ҡот осҡос артыуы хаҡында әсенеп һөйләне. Ҡала һәм районда әлеге ваҡытта ВИЧ инфекциялы 60 ҡатын-ҡыҙ теркәлгән, шулар араһында йәштәр, бала тапҡан һәм хатта өлкән йәштәге яңғыҙ ҡатын-ҡыҙҙар ҙа бар. Бындай ҡурҡыныс сирҙәргә ҡаршы табиптар ғына түгел, тотош йәмғиәт көрәшергә тейеш, тип белдерҙе Гөлнур Әҙеһәм ҡыҙы.
Йыйындың ҡунағы Таңсулпан апай Ғарипова әҫәрҙәренең ошондай ҙур сара ойоштороуға сәбәп булыуында бер ғиллә бар – әҙибәнең ижады үҙәгендә ҡатын-ҡыҙ яҙмыштары тора. Ул гүзәл заттарҙы төрлө яҡтан аса. Яҙыусы: “Бөтә ҡатын-ҡыҙ ҙа бер үк ул – мөхәббәткә тоғро илаһи заттар, тик яҙмышының төрлө яҡҡа боролоп китеүе ғүмерлек юлдашының шәхсиәтенә бәйле”, – тигән фекерҙә. Ире тупаҫ, йылы һүҙгә һаран икән, ҡатыны ла туң, әрпеш, ә инде уңған, йылмаяҡ, ҡатынына һөйөү һүҙҙәрен яуҙырып ҡына торған ирҙең янындағы гүзәл зат, киреһенсә, йөҙөк ҡашы кеүек балҡып тора, ти ул. “Ирҙәр саҡ ҡына аҡыллыраҡ булһа, шундай бәхетле булырҙар ине. Ҡайһы берҙәренең шуны ла аңламай яҡты донъяларҙан китеп барыуы үкенесле. Беҙгә бит бер йылы һүҙ етә – шуның өсөн тау аҡтарырға ла әҙербеҙ. Ҡатын-ҡыҙ – ирҙәр күңеленең сағылышы бит ул”, – тип йәне әрнеп һөйләне.
– Тыуған яғыма гел дәртләнеп ҡайтам. Бөгөнгө сәхнәләштереүҙәр миңә оҡшаны. Мин баймаҡтарҙың “Ҡыҙыл башмаҡтар” әҫәрен сәхнәләштереүен күргәндән һуң “Китмәгеҙ, торналар!” драмаһын яҙғайным. Әле ул Татарстанда ла ҙур уңыш менән бара. Ғүмерем буйы ижадымдың түренә ҡатын-ҡыҙ образын ултыртҡанмын. Ир-егет яҙыусы­ларҙың береһе хатта: “Таң­сулпандың яҙғандарынан ҡатын-ҡыҙ еҫе сыға. Моғайын, үҙе лә ҡатын-ҡыҙҙыр”, – тип шаяртҡайны. “Кем ул ҡатын-ҡыҙ?” тип һораһалар, мин: “Бөйрәкәй”ҙе уҡығыҙ!” – тиер инем. Беҙҙә физик көс юҡ, психик энергия көслө. Әгәр ҙә илебеҙ һуғышты еңгән икән, тыл ныҡ булғанға шулай ул.
90-сы йылдарҙа күптәр минән: “Нисек йәшәргә?” – тип һораны. Ир-егеттәрҙең күпселеге эскелеккә батты, сөнки улар табыусы ролен үтәй, ә шул ваҡытта был бурысты үтәй алмағанға албырғап ҡалдылар. Ә ҡаһарман ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ биштәр аҫһа аҫты, әммә ғаиләне юҡсыллыҡтан алып сыҡты. Ҡатын-ҡыҙ – ғаилә тотҡаһы. Баланы табыу ғына уны әсәй итә алмай, уға ҡарау, тәрбиәләү миссияһы һалынған. Бөтә ғүмеребеҙ бала алдында үтә, ул – рухи көҙгөбөҙ.
Тәүге хикәйәм “Ялан сейәһе”н мин күршеләге өс балаһы менән тол ҡалған һәм ирен ғүмер буйы яуҙан көткән Бибинур апай иҫән сағында ниндәй рухи ҡаһарманлыҡ ҡылғанын белһен тип яҙҙым. Иншаллаһ, ул уны уҡырға өлгөрҙө. Ауылдаштарым: “Таңсулпан, һин беҙҙең тоғролоҡҡа һәйкәл ҡуйҙың”, – тип рәхмәт әйтте.
Тағы бер заман проблемаһы – вахта. Элек ситтә эшләгәндәрҙе зимагор тиһәләр, әле уларҙың исеме – вахтовик. Хәҙер бөтә ауыл ирҙәре ҡырҙа, ә ҡатын-ҡыҙҙар һалдатка кеүек. Былтыр Талҡаҫта йөрәгемдең ҡанын һыҡрата-һыҡрата яҙған “Оҙон юлдың башы” тигән хикәйәмдең героиняһы Мансура ла ситтә эшләп, әҙәмсә йәшәр өсөн тыуған яғына ҡайта. Ҡайтҡас ул, бер үткенсегә алданып, ни хәтлем этләнеп эшләп туплап ҡайтҡан аҡсаһына һатып алған фатирынан яҙа, әммә был юғалтыуҙары уны яңы табышҡа юлыҡтыра – әсәләре үлгән балалар уны яратып ҡабул итә. Бөтә нәмә юҡҡа сыҡты тигәндә генә был оҙон юлдың башы булып сыға, – тип фекерҙәрен теҙҙе әҙибә.
Ул һөйләгәндә залда себен осҡаны ла ишетелер ине, тегендә-бында мышҡылдап илашҡан ауаздар ҡолаҡҡа салынды. “Минең әҫәрҙәр буйынса ошондай оло йыйын йыйып, район кимәлендә фекер алышып, ижадыма яңы һулыш өрҙөгөҙ”, – тип рәхмәт әйтте ул.
Луиза Ҡаһарман ҡыҙының “Мансура ауылда бәхетле булырмы?” тигән риторик һорауына Байыш ауылы китапханасыһы Наилә Сөләймәнова: “Тыуған ауылына ҡайтҡан икән, тимәк, мотлаҡ бәхетле буласаҡ! Беҙ ҙә бит эшһеҙлек, юҡсыллыҡ тимәй, ауылдарҙа мәҙәниәт, белем усаҡтарын һүндермәй йәшәйбеҙ, беҙ ҙә бәхетлебеҙ, сөнки тыуған еребеҙҙәбеҙ”, – тип яуапланы.
Баймаҡ район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр һәм кадрҙар сәйәсәте буйынса беренсе урынбаҫары Гөлшат Сирғәлина: “Таңсулпан Ғарипованың әҫәрҙәрен уҡып һәр кем күңелендә йөрөгән һорауҙарға яуап таба ала”, – тип яҡташ яҙыусыға рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.
Йыйындың икенсе өлөшөндә 25 йылдан ашыу ҡатын-ҡыҙҙар советын етәкләгән, төрлө проекттар, кисәләр, акциялар инициаторы булған, районда ҡатын-ҡыҙҙарҙы яҡлауға, һаҡлауға һәм ғаиләне үҫтереүгә тос өлөшөн индергән Луиза Ҡаһарман ҡыҙы Дәүләтшинаның үҙ теләге буйынса был вазифанан бушатыуҙы һорауы президиум ҡарары менән ҡәнәғәтләндерелде. Оҙайлы йылдар намыҫлы хеҙмәте, китапхана эшен үҫтереүгә индергән тос өлөшө, райондың йәмәғәт эшендә әүҙем ҡатнашҡаны өсөн Луиза Ҡаһарман ҡыҙы “Баймаҡҡа фиҙакәр хеҙмәте өсөн” маҡтаулы билдәһе менән бүләкләнде.
Луиза Дәүләтшинаның ҡыҙы – Сибай ҡалаһы хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге начальнигы Элиза Кирәева әсәһенә ҡарата әйтелгән йылы һүҙҙәр өсөн рәхмәтен белдерҙе. “Әсәйебеҙ йәмәғәт эштәрендә йөрөһә лә, һәр ваҡыт уның йылы аштарын ашап, йөрәк йылыһын тойоп үҫтек”, – тине. Таңсулпан Ғарипова иһә Луиза Ҡаһарман ҡыҙына “Ағиҙел” журналының рәхмәт хатын тапшырҙы.
Район ҡатын-ҡыҙҙар советының яңы рәйесе итеп бер тауыштан 4-се лицей директорының тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары Гөлшат Байдәүләтова, ә ҡала ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе итеп Өфө яғыулыҡ-энергетика колледжы директоры Гөлнәзирә Сакина һайланды.
Артабан Таңсулпан Ғарипова 4-се лицей һәм Баймаҡ лицей-интернаты уҡыу­сылары менән осрашты.



Вернуться назад