Башҡорттар Латвияның баш ҡалаһы Ригала уҙғарылған һабантуйҙа ҡатнашты. Күркәм сара ҡаланың үҙәк паркында — “Верман баҡсаһы”нда үтте. Был турала башҡорт диаспораһы етәксеһе Ринә Хәмитова хәбәр итте. Һабантуйға төрлө милләт вәкилдәре, дипломаттар, эшҡыуарҙар, журналистар, фотографтар, студенттар, күрше илдәрҙән ҡунаҡтар, сит ил туристары килгәйне.
— Сарала ҡатнашыусылар башҡорт, татарҙарҙың мәҙәниәте, йолалары менән танышты, уйындарҙа, бәйгеләрҙә көс һынашты, йырланы, бейене, милли аш-һыуҙан ауыҙ итте. Байрамға балаларҙың һәм йәштәрҙең күпләп килеүе айырыуса ҡыуандырҙы, — тине Ринә Хәмитова.
Парктағы төп сәхнәлә ҙур концерт булды. Унда Татарстандан, Латвия, Литва, Эстонияның милли-мәҙәни йәмғиәттәрендәге үҙешмәкәр артистар ҡатнашты. Спорт майҙансыҡтарында ярыштар һәм халыҡ уйындары биш сәғәт буйы дауам итте.
Байрамға йыйылыусыларҙы Латвиялағы һәм Эстониялағы башҡорт диаспораһы етәкселәре сәләмләне. Ринә Хәмитова Башҡортостандың Рәсәй Президенты ҡарамағындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Артур Шәйнуровтың сәләмләү хатын уҡып ишеттерҙе.
— Һабантуй ысын халыҡтар дуҫлығы, изгелек, татыулыҡ, берҙәмлек байрамына әүерелде. Ул күп быуатлыҡ тормошобоҙҙо, башҡорттарҙың үҙенсәлекле милли йолаларының байлығын, гуманизм, тыныслыҡ һәм татыулыҡ идеалдарын сағылдыра, — тиелә ҡотлауҙа.
Таллинндағы “Ағиҙел” башҡорт йәмғиәте етәксеһе Флүзә Хәйруллина, барыһын да байрам менән ҡотлап, һабантуйҙы ойоштороусыларға Салауат Юлаев тураһындағы китап бүләк итте. Илнур Хәйруллин уйнаған ҡурай моңона Ринә Хәмитова “Гөлнәзирә” бейеүен башҡарҙы.
Латвияла һабантуй 30 йылдан ашыу үткәрелә. Быйыл уны “Шишмә” татар-башҡорт мәҙәни йәмғиәте, Европалағы татар йәштәре берекмәһе ойошторҙо. “Салауат Юлаев” Балтик халыҡ-ара үҙәге, “Аҡбуҙат” башҡорт йәмғиәте уларға ҙур ярҙам күрһәтте.