Аманатҡа хыянат итмәйҙәр12.05.2017
Аманатҡа хыянат итмәйҙәрМагнитогорск ҡалаһында 15 меңгә яҡын башҡорт йәшәй. Уларҙың барыһын бергә туплаған Халыҡтар дуҫлығы йортонда төрлө милләт үҙәктәре уңышлы эшләп килә. Милләттәштәребеҙ бейеү, ҡурай, вокаль ансамблдәренә теләп йөрөй, сит өлкәлә үҙҙәренең мәҙәниәтен онотмай.
Әбйәлил егете Ласын Мәғә­фүров етәкселегендәге “Яйыҡ” ҡурайсылар ансамблендә егер­ме­нән ашыу кеше милли музыка ҡоралы серенә төшөнә. Һигеҙ йәштән алып алтмышҡаса тиклемге һәүәҫкәрҙәрҙе үҙендә туп­лаған ансамбль ҡалала үткән барлыҡ мәҙәни сараларҙа әүҙем ҡатнаша. Шуныһы ҡыуаныслы: ансамблдә бүтән милләт вәкил­дәре лә бар. Мәҫәлән, йәһүд еге­тенә башҡорт дуҫы ҡурай бүләк иткән. Нисегерәк уйнарға бел­мә­гән йәһүд, ҡурайсылар ансамбле хаҡында ишетеп, ҡурайҙа ниндәй ҙә булһа көй сығарып ҡарау те­ләген Ласын Зиннәт улына етке­рә. Яйлап өйрәнә, артабан үҙе лә башҡорт ҡурайына ғашиҡ бу­ла. Хәҙер бер көн дә ҡалдырмай репетицияларға йөрөй, төрлө көйҙәрҙе уйнай, ти етәксе.
Вәсилә Батталова ойошторған “Ҡарлуғас” фольклор һәм “Толпар” ир-егеттәр ансамбле – ҡаланың йөҙөк ҡашы. Тәүгеһе — 1987 йылда, икенсеһе 2008 йылда барлыҡҡа килә.
— “Ҡарлуғас”тар менән эшләү шул тиклем күңелле. Улар ихлас шөғөлләнә, төрлө мәҙәни сара­ларҙа әүҙем ҡатнаша. Ҡала көнө, Металлургтар байрамы, һабан­туй, Наурыҙ беҙҙең ҡатнаш­лыҡһыҙ үткәне юҡ. Ансамблгә барлығы ун һигеҙ кеше тупланған, уларҙың иң олоһо Гөлнур Фәттә­ховаға — 65, Дилбәр Латиповаға 28 йәш. Силәбе өлкәһендә лә, Баш­ҡортостанда ла ойошто­ролған конкурстарҙа ҡатнашып, һәр саҡ призлы урын яулап ҡай­табыҙ. Сибайҙа “Мөнә­жәтселәр” конкурсында, Стәрле­тамаҡта “Ашҡаҙар таңдары”нда оло еңеүгә лайыҡ булдыҡ. Репер­туарыбыҙға һирәк башҡарылған йырҙарҙы һайларға тырышабыҙ, уларҙы төрлө ауылдарҙа йәшәгән инәй-апайҙарҙан яҙып алып өйрәнгән саҡтар ҙа булды. 2015 йылда ансамблгә халыҡ исеме бирелде. Эшләү өсөн уңайлы шарттар булдырылған, тик тырышлыҡ кәрәк, — тип йылмая Вәсилә Ишбулат ҡыҙы.
Ҡаланың төрлө уҡыу йорттары студенттарын һәм йәш эшселәрҙе бергә йыйған “Толпар” ансам­бленең дә уңыштары һоҡла­ныр­лыҡ. Уның солисы Айнур Хәлилов — төрлө йыр конкурстары лауреаты, өмөтлө йәш йырсы.
Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәшиҙә Мортазина етәкселегендәге “Миләш” ҡатын-ҡыҙҙар вокаль, “Мираҫ” ҡатын-ҡыҙҙар клубы ағзалары ла ҡала тормошонда ҡайнап йәшәй. Халҡыбыҙҙың йолаларын, ғөрөф-ғәҙәттәрен, тарихын, мәҙәниәтен һаҡлап ҡалыу һәм йәш быуынға еткереү маҡ­сатында ойошторолған “Мираҫ” клубы ағинәйҙәре ғәйәт ҙур эш башҡара. Улар төрлө ойошма­ларҙа, мәктәптәрҙә һәм балалар баҡсаһында халҡы­быҙҙың милли мираҫы хаҡында һөйләп, йолаларҙы башҡара, башҡорт кейемен пропагандалай, йыр-моңобоҙҙо еткерә, бейеүҙәрҙе башҡара. Киләсәктә башҡорт ейән-ейәнсәрҙәрен тәрбиәләүгә үҙ өлөштәрен индереп, уларҙың күңелдәренә милли рух һала. “Беҙ бында, сит өлкәлә, йәштә­ребеҙҙе, бигерәк тә балаларҙы башҡорт рухында тәрбиәләйбеҙ, уларға саҡ ҡына булһа ла туған телебеҙгә, моңобоҙға, тарихы­быҙға ҡарата һөйөү уятайыҡ тип тырышабыҙ. Үкенескә ҡаршы, улар ял йәки байрам көндәрендә өләсәй-олатайҙары янына, беҙ өйрәткәндәрҙе онотоп, киреһенсә, маңҡортҡа әйләнеп ҡайта, сөнки ауылда йәшәгән олатай-өләсәй­ҙәре ейәндәренә вата-емерә урыҫса һүҙ ҡуша, улар менән башҡортса аралашмай”, — тип әсенә Рәшиҙә Тайып ҡыҙы.
Баймаҡ ҡыҙы Сания Ғайсина етәкселек иткән “Йәшлек” халыҡ бейеү ансамбле бер нисә быуын бейеүсене тәрбиәләгән, исеме Силәбе өлкәһендә яҡшы таныш, сығыштары менән һәр тамашасыны әсир итә. Төрлө бейеү конкурстарында Гран-при яулап та танылдылар. Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Сания Исхаҡ ҡыҙы — 1983 йылдан ансамблдең етәксеһе.
Тәү ҡарашҡа Магнитогорск ҡа­лаһы төрлө милләт вәкилдәренең үҙ-ара дуҫ, татыу һәм берҙәм йәшәүе менән һөйөндөрһә, икенсе яҡтан, һәр милләттең үҙенә генә хас мәҙәниәтен, йолаларын, йыр-моңон һаҡлап ҡалыу, артабан үҫтереү өсөн шарттар булдырыуы менән һоҡландыра. “Үҙ ереңдә башҡорт булыуы ҡыйын түгел, ят төбәктә башҡорт булып ҡара” тип яҙған шағир әйтеүенсә, милләттәштәребеҙ ситтә лә, атап әйткәндә, тау сәнәғәте флагманы булған Магнитогорск ҡалаһында үҙҙәренең милли асылына, булмышына хыянат итмәй, дәрт­ләнеп йәшәй.


Вернуться назад