Һөйөклө һәр бер сабый12.05.2017
Республикабыҙҙа “Мәрхәмәт” хәйриә белем биреү фонды Бөрө ҡалаһынан ете йәшлек Әминәне дауалауға һәм реабилитациялауға аҡса йыя. Ҡыҙ биш йәшлек һеңлеһе Дәминә һәм ата-әсәһе менән быйыл ғинуарҙа ауыр юл фажиғәһенә тарый. Ата-әсә һәләк була, балалар иһә ныҡ имгәнә. Әминәнең умыртҡа һөйәгенә зыян килә, кескәй ҡыҙсыҡ атлай алмай.
Әле ул “Мәрхәмәт” фонды һәм уның партнерҙары ярҙамында Өфөләге “Һөйөклө сабый” реабилитация үҙәгендә дауалана. Фонд директоры Айгөл Гәрәева әйтеүенсә, реабилитацияның тәүге һөҙөмтәләре күҙәтелә, ҡыҙҙың аяғы бер аҙ хәрәкәтләнә башлаған.
Дауаланыуҙың бер айы өсөн түләнгән. Табиптар реабилитацияны дауам итергә ниәтләй. Тейешле аҡсаны түләргә әҙер булған кешеләр бар, әммә фатирҙы ҡуртымға алған өсөн һәм патронат шәфҡәт туташына аҡса кәрәк. 3141 һандарына “ДЕТИ100” һүҙен йыйып СМС-хәбәр ебәреп ярҙам итергә мөмкин, 100 һаны – аҡса күләме, уның башҡа төрлө булыуы ла мөмкин.