Вил ӨМӨТБАЕВ, техник фәндәр докторы, профессор:– Мин “Совет Башҡортостаны” (артабан – “Башҡортостан”) гәзитенә почта бүлексәһендә даими яҙылам. Өс йыл Алжир Республикаһында хеҙмәт командировкаһында булғанда ла гәзитте илселек аша алдырҙыҡ. Сит яҡтарҙа тыуған төйәгең бигерәк тә һағындыра, гәзит һәм хат уҡыһаң, үҙ илең менән күрешкән кеүек ине.
“Ошондай бирелгәнлектең сәбәбе нимәлә икән?” тигән һорау тыуыуы мөмкин. Беренсенән, ул үҙ телеңде тойоуҙа, әҙәби телдә матур итеп һөйләшергә өйрәнеүҙә, башҡорт теленең үҫеш тарихы менән ҡыҙыҡһыныуҙа, уның кисәге, бөгөнгө һәм киләсәк проблемаларын аңларға ынтылыуҙа, ғөмүмән, башҡорт телен пропагандалауҙа.
Икенсенән, “Башҡортостан” гәзите биттәрендә халҡыбыҙҙың күп быуатлыҡ тарихы тураһында яңынан-яңы асыштар менән танышам, иҡтисад, фән һәм техника, әҙәбиәт, мәҙәниәт өлкәһендә ҙур уңыштарға өлгәшкән замандаштарым тураһында уҡып шатланам, үҙенсәлекле шиғри шәлкемдәрҙе, повесть һәм романдарҙан өҙөктәрҙе, тормош байлығын да, михнәтен дә сағылдырған, шул иҫәптән мөхәббәткә лә битараф булмаған хикәйәләрҙе уҡып, үҙ йөрәгем аша үткәреп, бошонам да, шатланам да. Спорт һөйгән көйәрмән булараҡ, төрлө ярыштар тураһында ҡыҙыҡһынып уҡыйым.
Өсөнсөнән, “Башҡортостан” гәзите аша мин республикалағы ижтимағи һәм сәйәси хәлдәр менән танышам, яуаплы вазифа башҡарған етәкселәрҙең сығыштарын, әңгәмәләрен уҡыйым, уларҙың эске һәм тышҡы сәйәсәт буйынса аҙымдары менән танышам. Йәмәғәтселек фекеренә ҡолаҡ һалып, уларҙы үҙеңдеке менән сағыштырыу ҙа бик файҙалы. Пенсионер булараҡ, һуңғы ваҡытта был өлкәлә әҙерләнгән һәм ҡабул ителгән закондар менән танышам.
Үрҙә әйтелгән уй-фекерҙәремде М. Аҡмулла һүҙҙәре рухында тамамлағым килә: “Уҡығыҙ, башҡорттар, үҙебеҙҙең “Башҡортостан” гәзитен, уҡығыҙ!”