Ниһайәт, яҙҙы май байрамында ҡыуандырған ҡояш менән оҙатып ебәрәбеҙ тиһәк тә, булмаҫ, ахыры. Килер көндәрҙә аяҙлы-болотло һауа торошон фаразлай синоптиктар: майҙың икенсе яртыһы тотошлайы менән ямғырлы булмаҡсы. Был аҙнаның аҙағында тотороҡһоҙ һауа торошо көтөлә. Ай аҙағынаса һауа температураһы көндөҙ уртаса 15-17 градус йылы, төндә ярайһы уҡ һалҡын – 5-10 градус кимәлендә һаҡланасаҡ. Баҡса, ер эштәрен башҡарып өлгөрмәгәндәргә һанаулы ғына аяҙлы-болотло көндәрҙә таҙартыуҙы, сәсеүҙе тамамларға мөмкинлек булыр, тип ышанайыҡ.Быйыл тәбиғәт үткән йылдағы йылы яҙҙың һәм ҡоро килгән йәйҙең үсен алырға булғандыр. Ҡояш бер ҙә генә йылмайырға теләмәй, июнь айында аяҙлы-болотло һауа торошо көтөлә, яуым-төшөм күрһәткестәре, йәйҙең башҡа айҙары менән сағыштырғанда, юғары буласаҡ. Июндең тәүге көндәре сағыштырмаса йылы торһа ла, 10-ынан тағы ла ямғырҙар башланасаҡ һәм бындай һауа торошо ай аҙағынаса тотороҡло һаҡланасаҡ, ти синоптиктар. Көндөҙ һауа температураһы плюс 15-20 градус күрһәткестәрендә тирбәлә, ә төндәр сағыштырмаса һалҡынса торасаҡ.
Ҡояшлы көндәр тотош бер айҙан – июль-августа ғына көтөлә, ти синоптиктар. Һауа температураһы плюс 20-23 градусҡаса күтәреләсәк, ҡыҫҡа ваҡытлы ямғырҙар көтөлә. Тимәк, былтырғы йыл менән сағыштырғанда, быйыл йәй ямғырлы киләсәк һәм эҫе селлә июль уртаһына тиклем булмаясаҡ. Көндәрҙең болоҡһоу тороуы изге Рамаҙан айына аяҡ баҫып, ураҙа тотҡан мосолмандар өсөн уңайлы, әлбиттә.
Шулай ҙа көн яманы китер, тиҙәр бит әле. Һәр тыуған яҡты таң үҙенсә матур. Аяҙлы-болотло майға, июндә көтөләсәк ел-ямғырына ла риза булып, маҡсаттарыбыҙҙы, уйҙарыбыҙҙы ыңғай хистәргә, күңелдәребеҙҙе яҡшы кәйефкә көйләйек.