Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге 1-се республика башҡорт балалар йорто директоры Фәнисә Малик ҡыҙы Бәҙретдинованы күркәм байрамы – 55 йәшлек юбилейы менән ихлас ҡотлайбыҙ! Хөрмәтле хеҙмәттәшебеҙ – оло йөрәкле, мәрхәмәтле кеше. Ул – коллективта ҙур ихтирам яулаған һоҡланғыс етәксе, нәзәкәтле ҡатын-ҡыҙ, кәңәшсе, яҡын дуҫ һәм серҙәш.
Ата-әсәләре ҡарауынан мәхрүм булған сабыйҙарға йөрәк наҙын, күңел йылыһын йомарт өләшеп, уларҙың ышаныслы киләсәге өсөн күп көс һала етәксебеҙ. Тәрбиәләнеүселәр уны әсәй урынына күрә. Был бит ер йөҙөндә үҙе ҙур баһа!
Фәнисә Малик ҡыҙы! Ҡылған изгелектәрегеҙ, ихлас йылмайыуығыҙ, аҡыллы кәңәштәрегеҙ, хеҙмәттәштәрегеҙҙә булған күркәм мөнәсәбәтегеҙ, хәстәрегеҙ, ярҙамығыҙ өсөн ҙур рәхмәт! Киләсәк көндәрегеҙ ныҡлы һаулыҡта, өмөтлө хыялдарға тулып, ғүмер йомғағығыҙ шатлыҡ-һөйөнөстәргә генә уралып, тормош юлдашығыҙ Мәхмүт Ҡәнзәфәр улы менән бер-берегеҙгә оло терәк булып, балаларығыҙҙың уңыштарына һөйөнөп, яҡындарығыҙҙың күңел йылыһын, ихтирамын тойоп, бәхетле, бәрәкәтле тормошта оҙон-оҙаҡ йәшәргә яҙһын һеҙгә.
Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге 1-се республика башҡорт балалар йорто коллективы.