Ҡайғы яңғыҙ йөрөмәй...09.05.2017
Ҡайғы яңғыҙ йөрөмәй...Был донъяла әҙәм балалары байтаҡ эш башҡарырға, ғүмере буйы шуларҙы атҡарып ҡалырға ынтылып йәшәй. Эшләнәһеләре тәү сиратта үҙенә, һуңынан яҡындарына, кешеләргә төбәлә, ә ҡайһы бер илһөйәр заттарҙан булғандары – иленә, теленә инселәп башҡарғандары – ана шул изге ғәмәлдәре менән үҙ халҡының күңелендә мәңге юйылмаҫ эҙҙәр ҡалдыра. Бер уйлаһаң, ябай ғына итеп, үҙемдеке – үҙемә, тип бошонмай, донъяға бер дәғүәһеҙ, маҡсатһыҙ көн күргәндәр ҙә юҡ түгел, шулай анһатыраҡ та кеүек. Тормошон, ҡойондай уйнатып, халҡына бихисап изгелек, мәрхәмәтлектәр ҡылып, балҡып йәшәгәндәрҙең береһе хаҡында һөйләргә ниәтләйем.
Теүәл бер йыл элек иңдәргә һалғыһыҙ ауыр ҡайғы бер-бер артлы шаңҡытты, баҫҡан ерҙә тетрәндереп, һүҙһеҙ итте. Атай-олатайҙарҙан ишеткән әйтем мейене сүкей: “Ҡайғы яңғыҙ йөрөмәй...” Тәүге ауыр хә­бәр­ҙе Ишембайҙа, З. Вәли­ди исемендәге гимна­зияның тамаша залында, ишеттем, биш тиҫтәнән артыҡ тел һәм әҙәбиәт уҡытыусыһына лекция уҡы­уым ине. Телефонымда Мансурҙың ҡайғылы хәбәре яңғыраны: “Килеп етә һал. Бер сәғәттән Лилиәне оҙатабыҙ...” Үкенесле тойғолар бер-бер артлы йәнгә тынғылыҡ бирмәне: “Ниңә алдараҡ белмәнем?!”, “Ниңә Өфөлә түгел­мен?!” “Остазым нисек күтәрер?!.” Ҡайғы һәм ваҡыт алдында мин шундай көсһөҙ инем. Кисен тәүҙә Гәүһәр апайға, һуңынан Мансурға шылтыраттым, ҡайғы уртаҡла­шып, әйтә алған һүҙҙәр менән йыуаттым.
Кафедралаш коллегам Венера Шакир ҡыҙы Хәкимова менән туҡтауһыҙ хәбәр­ләшеп торҙоҡ, терәк булыштыҡ. Иртә­гәһенә эшемде тамамлап, көн уртаһында Өфөгә ашығып ҡайтырға сыҡтым. Салауаттан Ырымбур юлына сыҡҡан урында телефон зыңғырланы: “Әле генә ағайың китте, ҡайтаһыңдыр...” Тура М. Кәрим урамына, фатирҙарына барҙым, мәрхүмде урынлаштырышып, тәүгеләр­ҙән булып баш осонда ултырҙым.
Халҡыбыҙҙың аҫыл улы, академик, филология фәндәре докторы, БДУ-ның маҡтаулы профессоры, БР-ҙың атҡаҙан­ған фән эшмәкәре, Рәсәйҙең Почетлы юғары белем биреү хеҙмәткәре, күп премиялар лауреаты Марат Вәлиулла улы Зәйнуллинды ҡәҙерләп һуңғы юлға оҙатыуға бәйле матәм сараһы хаҡында беҙ “Башҡортостан” (2016 йыл, 28 июнь) гәзитендә мәрхүмгә 40 көн тулған мәлдә яҙып сыҡҡайныҡ. Башҡорт халҡының иғтибарлы вәкилдәренә, уның зыялыларына, яҡташтарына, дәүләт эшмәкәр­ҙә­ренә, БДУ коллективы һәм уның ректоры Н. Морозкинға бөгөн йәнә рәхмәт һүҙҙәрен ҡабатлайбыҙ. Ризаитдин Фәхретдинов хаҡлы: үҙ зыялыларын, шәхестәрен күтәр­гән милләт үҙен күтәрә. Үрҙә әйтелгәнгә шуны ғына өҫтәйбеҙ: Көньяҡ зыяратҡа барып еткәс, һибәләп ямғыр яуа башланы. Көн салт аяҙ, йылы ямғыр, тәбиғәтте сафландырып, байтаҡ ваҡыт яуып торҙо. Әллә ямғыр, әллә яҙғы тәбиғәттең, күк йөҙөнөң йәш тамсылары булды кеүек. Марат Вәлиулла улын ошо тирәлә генә ятҡан академиктар З. Ураҡсин, Р. Ғимаев, профессор Р. Байымовтар янында мәңге­лек йоҡоға ҡал­дырҙыҡ. Ғүмер буйы бергә булған, уҡы­ған, университетта бергә эшләгән шәхес­тәр йәнә бер ҡорға йыйылды һымаҡ...
Остазымдың йыллығы яҡынлаша. Ни арала нисә миҙгел алмашынған, көндәр, айҙар аҡҡан. Ике ҡабат төшөмә инде. Тәүгеһендә ярһып-ярһып ҡурайҙа “Урал”­ды уйнаны. Икенсеһендә рулдә тауҙан тү­бәнгә осоп тигәндәй төшөп китте. Эр­­гә­һендә ултырған мин көскә һәлә­кәт­тән һаҡлап ҡалдым (Марат Зәйнуллин автоһәүәҫкәр булманы). Нимәгә юрарға белмәнем.
Милләтебеҙҙең арҙаҡлы улы М. Зәй­нуллин бала сағында олатаһы Мырҙа­гилде, өләсәһе Шәмсиямал инәй Ғәли­йәновтарҙа оло тәрбиә ала. Әсәһе күбе­рәк колхоз эшендә. Уҡытыусым бик йыш Мырҙагилде олатайҙы һағынып иҫкә ал­ды, уның мәҡәл-әйтемдәргә бай тел­мә­рен бер һүҙен дә онотмай ҡабатлар ине.
Вәлиулла олатай ҙа улының күңелен­дә яҡты һын булып ҡалды. Марат Зәй­нул­линдың күңел киңлеге, кешеләргә булған ихтирамы, матур мөғәмәләһе нигеҙендә, моғайын, атай-олатайҙары ­аша ингән халыҡ тәрбиәһе асылы ятҡандыр.
Ҡайғы яңғыҙ йөрөмәй...Уның тормош юлы ике нөктә аша уҙған тура юлды хәтерләтә. Тәүге нөктә тыуған ер булһа, икенсеһе – Өфө. Ике­һен дә өҙөлөп яратты ул. Йыш ҡайта ал­маны тыуған яҡҡа. Һуңғы осорҙағы дүрт-бишен бергә йөрөү яҙҙы миңә. Ул мәлдә остазым бала йәнле булып китер ине: ҡайҙа һуғылһаҡ та, ниҙер иҫләп, көлөп ебәрер булды. Мәҡсүткә Клара апай янына барып, зыярат ҡылған мәл онотолмай. Ҡәҙерле һеңлеһе төйәген һуңғы күреүе булған икән. Шул ҡайтҡа­нында ҡустыһы Зәки, Марат ағай, Гәүһәр апай бергәләп Оло­тауға күтәрелгәйнек. Был уның иң бәхетле мәле ине шикелле.
Тәжрибәле декан Марат Зәйнуллин, шағир Марсель Сәлимов әйткәнсә, 50 йылдан ашыу Башҡорт дәүләт универ­ситетында эшләне. Уҡыу отличнигы, Жә­лил Кейекбаевтың тәүге аспиранты, ассистенттан кафедра мөдире, маҡтау­лы профессор дәрәжәһенә ул ошо альма-матерҙа үҫте. Туған уҡыу йортона йәне-тәне менән хеҙмәт итте. Мин уның йыш ҡына “Университет ишектәрен һәр ваҡыт ғорурланып асам!” тигән һүҙҙәрен ишетә инем. “Университеттары булған халыҡ бәхетле” тигәне лә йыш ҡабат­ланды.
Ысынлап та, Зәйнуллиндарҙың бары­һы ла университетыбыҙҙың төрлө факультеттарында уҡыны, докторлыҡ, кан­ди­датлыҡ диссертацияларын ошонда яҡланы. Бер кем дә ҡаршы килмәҫ, оста­зыбыҙ БДУ-ға, уның дүртенсе ҡатына кү­тә­релһә, коридор яҡтырып, балҡып кит­кәндәй булыр ине. Һәр кем уға тартылыр, сәләмләр, һүҙ-лөғәт алышыр ине. Хоҙай уға аралашыу һәләте, комму­ни­кативлыҡ маһирлығын йәлләмә­гәйне, шөкөр. Профессор Рәхим Мерәҫов ауы­ҙынан ишеткәнем: “Юғары мәҙәни­лек, интел­лигентлыҡ һәм ораторлыҡ йәһәте­нән БДУ-ла Марат Вәли улына еткән кеше булманы”.
Уйлап-уйлап шундай фекергә киләм: һуңғы сирек быуат уҡытыусым, дуҫым янында булыу миңә Хоҙайҙан бирелмеш оло бәхет булған. Беҙ һәр ваҡыт бергә булдыҡ, хәл белешеп торҙоҡ, көн дә телефондан оҙаҡ һөйләшер инек. Дауа­ханаларҙа ҡасан ғына ятһа ла, алып барып, урынлаштырып, хәлен белеп йөрөлдө. Былтыр ҙа, республика дауа­ханаһына ятып алғанында, эргәһендә булырға тырышылды. Иң ауыры фатирында икәү генә ултырғанда “Йүнәлеп булмаҫ, ахыры...” тигән һүҙҙәрен ишетеү ине. Төшөнкөлөккә бирелә башлау, моғайын, Лилиә Марат ҡыҙының сырхауынан булғандыр, тим. Ғәжәп итәм: шул ваҡытта ла Марат Вәли улы үҙ һүҙен ҡат-ҡат ҡабатланы: “Эш күп!”
Эйе, эше күп булды академиктың, арҙаҡлы телсе, күренекле йәмәғәт эшмәкәренең. Ул һуңғы өс-дүрт айын ғына 55 йыл бер урында хеҙмәт иткән БДУ-ға йөрөп эшләй алманы. Өҫтәлендә тамамланмаған мәҡәләләре, яңы китаптарының ҡулъяҙмалары ҡалды. Минең өҫтәлемдә лә ғалимдың бик күп китаптары, ғилми хеҙмәттәре, монографиялары ята. Уларҙың һәр ҡайһыһында арҙаҡлы телсенең үҙ ҡулы менән яҙылған ҡәҙерле һүҙҙәре һаҡлана. Бына 2012 йылда “Ғилем” нәшриәтендә сыҡҡан мәҡәләләр тупланмаһында яҙылған автограф: “Ҡәҙерле дуҫым, энекәшем, хөр­мәтле коллегам, һәр йәһәттән һиңә уңыш­тар теләп, Марат Вәлиевич Зәйнуллин”. Бик ҡәҙерле, бик яҡын миңә был юлдар.
Кеше үҙ ғүмерендә барыһын да күреп, татып китәлер инде. Олуғ ғалимыбыҙ һуң­ғы осорҙа тимерҙәй кешене лә бөгөр хыянат алдында баҙап ҡалды. Эргәң­дә­ге­ләрҙең хыянаты дошмандың әсе һүҙ-ҡарғышынан да хәтәрерәк шул. Ул ҡапыл, көтөлмәгән яҡтан килә, бәреп йыға. Шул сағында уҡытыусыма, һәм дуҫыма берҙән-бер терәк булып ҡалы­уым менән үҙемде донъялағы иң бәхетле кешемендер, тим. Шуға ла йыш ҡабат­лайым: “Йәнең тыныс, рухың шат булһын, мәшһүр Уҡытыусым!”
Лилиә Марат ҡыҙы Зәйнуллина 1961 йылдың 14 февралендә Силәбе ҡала­һын­да тыуа. Бала сағы өләсәһе янында, Арғаяш районының Мәтәл ауылында, үтә. “Өфө ҡалаһының 35-се мәктәбенә уҡырға килгәндә ҡыҙыбыҙ урыҫса бер ауыҙ ҙа һүҙ белмәне”, – тип хәтерләр ине Марат Зәйнуллин. Ә ун йылдан һуң мәктәпте алтын миҙалға, БДУ-ның роман-герман факультетын ҡыҙыл диплом­ға тамамлай атаҡлы Хафизовтар һәм Зәйнуллиндарҙың вариҫы. Лилиә Марат ҡыҙы 1987 йылда СССР Фәндәр акаде­мияһының Тел институты аспиран­тура­һын тамам­лағанда канди­дат­лыҡ дис­серта­цияһын, 2004 йылда Ҡазан ҡала­һында инглиз теле буйынса док­торлыҡ диссер­тацияһын уңышлы яҡлай. 2007 йылда профессор Лилиә Зәйнул­лина универ­ситеттың сит телдәр кафед­раһы мөдире итеп тәғәйенләнә һәм ғүмеренең һуңғы көндәренә тиклем шул вазифаны башҡара. Ул рус һәм инглиз телдәрендә 200-гә яҡын ғилми мәҡәлә яҙа, бер тиҫтә монография, уҡыу ҡуллан­маһы, дәрес­лектәр һәм уҡыу программалары баҫтыра.
Ғалимә тел ғилеме, когнитив лингвис­тика (телмәр һәм фекерләү), һүҙъяһа­лыш, лингвокультурология мәсьәләләрен роман-герман һәм төрки телдәрен, беренсе сиратта башҡорт телен, сағыш­тырып өйрәнде. Профессор юғары белемле филологтар, тәржемә­селәр, уҡы­тыусылар һәм инглиз теле буйынса фән кандидаттары әҙерләүгә тос өлөш индер­ҙе. Бынан тыш, гуманитар өлкәләге барлыҡ фән кандидаттары ул етәкләгән кафедрала кандидатлыҡ минимумдары тапшырҙы, унан элек аспирантураға инергә һынау тотто. Йәш булыуына ҡа­ра­маҫтан, ул яңы кафедра ойошторҙо, унда фән эшмә­кәрлеген уңышлы алып барҙы. Мәҫәлән, кафедрала 15 уҡытыу­сы эшләне, улар араһында бер фән докторы, дүрт доцент һәм фән кандидаты, алты өлкән уҡытыусы хеҙмәт итте.
Лилиә Зәйнуллина Мәскәү, Ҡазан, Тамбов, Воронеж, Кемерово ғалимдары араһында айырыуса киң танылды. Уның лингвокультурология (тел һәм мә­ҙәниәт), когнитив лингвистика, мәҙәни-ара бәй­ләнеш проблемалары буйынса мәҡәлә­ләре, фекер­ҙәре ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Ғалимә профессор Е.С. Кубрякова ойошторған когнитологтарҙың Рәсәй ғилми мәктә­бенең әүҙем ағзаһы булды. Ҡазан, Мәскәү ҡалалары университетта­ры­ның докторлыҡ диссертацияларын яҡлау советтары ағзаһы булып торҙо, күп тапҡыр рәсми оппонент сифатында сығыш яһаны.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, башҡорт зыялылары, киң йәмәғәтселек талантлы ғали­мә, юғары квалификациялы инглиз теле белгесен, минеңсә, аҙыраҡ белде. Сә­бәп­тәре лә юҡ түгел. Берҙән, телсенең тикше­ренеүҙәре сит телдәр өлкәһендә булды, улар фундаменталь характер­ҙағы ғилми хеҙмәттәр ине. Шуға ла улар үҙәктә, федераль университеттар кимә­лендә билдәле була барҙы. Төп мәҡә­ләләре лә Мәскәүҙә, ЮАК (ВАК) журналдарында донъя күрҙе.
Икенсенән, Лилиә Марат ҡыҙы булмышы менән тыйнаҡ, баҫалҡы, кеше ара­һында яу һалып йөрөмәне, үҙ-үҙен күрһәтеүҙе маҡсат итеп ҡуйманы. Ҡайһы ваҡыт ул да “Эш күп !” тип әйтеп һалыр ине. Ысынлап та, уның да эше бик күп булды. 55 йәшендә, ең һыҙғанып эшләп йөрөгән сағында, аяуһыҙ сир аяҡтан йыҡмаһа, Лилиә Марат ҡыҙы тағы ла күберәк хеҙмәттәр яҙыр, башҡорт телен роман-герман телдәре донъяһында танытыр ине. Уның арабыҙҙан китеүе бик үкенесле булды.
Башҡорт дәүләт университеты профессоры, филология фәндәре докторы, БР-ҙың мәғариф алдынғыһы, танылған башҡорт телсеһе, сабыр, үтә тыйнаҡ, гүзәл әсә, һоҡланғыс шәхес Лилиә Марат ҡыҙы Зәйнуллина күҙ алдыбыҙҙа тап шул рәүешле һаҡланасаҡ. Уның хеҙмәт­тәрен башҡорт уҡыусыһына үҙ телендә еткереү зарурлығы юҡ түгел. Уларҙы пропагандалау ҙа бик кәрәк, минеңсә.
Ғөмүмән, бер-бер артлы баҡыйлыҡҡа күскән халҡыбыҙҙың аҫыл шәхестәре Зәйнуллиндарҙың исемен мәңгеләш­тереү һис зыян булмаҫ ине. Дәүләт органдары, ғилми йәмәғәтселек, яҡташ­тары, шәкер­ттәре был хаҡта үҙ һүҙен әй­тер әле, тип ышанам. Ә иҫәндәргә, тел­се-ғалимә, лексикограф Гәүһәр Дин­мө­хәмәт ҡыҙына, ғалим-тарихсы Мансур Марат улына, буласаҡ фән эшмәкәре Фәрхәт ҡустыға сабырлыҡ, күңел тыныс­лыҡтары, килә­сәккә өмөт теләйем. Юғал­тыу ҙур булды. Фәнебеҙ, мәҙәни­әтебеҙ, халҡыбыҙ мәрхүм­дәрҙең изге эштәрен, тел, милләт тип яныуҙарын оҙаҡ йылдар онотмаҫ әле, тип йәшәйһе ҡала иҫәндәр­гә. Милләтебеҙ алдында эштәребеҙ күп әле, туғандар.


Вернуться назад