Баланы баҡсаға урынлаштырып булмаһа, компенсация түләнергә тейеш, тип ишеткәйнем. Ирем менән өс бала үҫтерәбеҙ. Кинйәбеҙ — 2009 йылғы. Ул тыуғас та ғариза биреп, сиратҡа яҙылдыҡ. Путёвка артынан июндә килергә ҡуштылар. Беҙгә пособие тейешме? Уны нисек юлларға?
Яҙгөл Мансурова.
Нефтекама ҡалаһы.
Башҡортостандың хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова әйтеүенсә, пособие түләү мәсьәләһен муниципаль етәкселек хәл итә. Билдәле булыуынса, Өфө, Стәрлетамаҡ, Сибай ҡалаларында, Дәүләкән һәм Бүздәк райондарында мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларында урын етмәү арҡаһында баҡсаға йөрөмәүсе йәш ярымдан алып өс йәшкә тиклемге балалары булған ғаиләләргә урындағы бюджет иҫәбенән пособие түләү ҡаралған. Мәҫәлән, Өфөлә ул 1,5 — 3 йәштәге балалары баҡсаға урынлаша алмаған аҙ тәьмин ителгән күп балалы һәм тулы булмаған ғаиләләргә бирелә. Стәрлетамаҡ ҡалаһы етәкселеге башҡа төрлө шарттар билдәләгән.
Компенсация тураһындағы һорау менән үҙегеҙ йәшәгән ҡала йәки район хакимиәтенә мөрәжәғәт итегеҙ. Бындай сара ҡаралмаһа, хакимиәт етәкселегенә хат яҙығыҙ һәм мәсьәләне күтәреп сығығыҙ.
Пособиеға хоҡуғығыҙ бар икән, Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының урындағы бүлексәһенә йәки ҡала (район) хакимиәтенең мәғариф бүлегенә ғариза бирегеҙ. Уға ҡушып, түбәндәге документтар тапшырыла:
- ғаиләнең күп балалы йәки аҙ тәьмин ителгәнлеген, тулы булмағанлығын раҫлаған белешмә;
- паспорттың, идентификация һанының (ИНН), баланың тыуыу тураһында таныҡлығының күсермәһе;
- ғаилә хәле тураһында белешмә;
- балалар баҡсаһына сиратҡа яҙылыу тураһындағы теркәү талонының күсермәһе;
- шәхси иҫәптең (расчётный счёт) һаны, кредит ойошмаһының реквизиттары.