Иң бай өләсәй09.05.2017
Иң бай өләсәй – Хәтерем юйылмаһын тип, балаларымды, ейәндәремде, бүләләремде берәм-берәм иҫемә төшөрөп һанай башлайым, – ти Асия инәй Ҡасимова.
Ире Нафиҡ менән туғыҙ бала үҫтерәләр. Уларҙан тыуған ейәндәр – егерме дүрт, бүләләре – егерме биш. Һанай башлаһаң, ысынлап та, яҡшы хәтер кәрәк икән шул.
Бишбүләк районының Бикҡол ауылында йәшәгән 93 йәшлек Асия инәйҙең хәтере, шөкөр, һәйбәт. Атаһы Хәйҙәрҙе кулак тип ғәйепләп, бөтә донъяларын тартып алғандарын да яҡшы иҫләй ул саҡтағы алты йәшлек кенә ҡыҙ. Ә Бөйөк Ватан һуғышы башланғанда уға ун ете йәш була…
Бишбүләккә һабантуйға әҙерләнәләр. Ҡырҡ саҡрым алыҫлыҡта ятҡан ергә ат менән кистән барып йоҡларға уйлайҙар. Барып етергә ун саҡрым тирәһе ҡалғас, һуғыш сыҡҡан тигән хәбәрҙе ишетеп, кире боролалар. Ҡайтһалар, бөтә ауыл ҡайнай, ир-егеттәрҙе фронтҡа оҙаталар. Атаһын кулак тип ғәйепләп, бар донъяһын тартып алғандан һуң, ул күп йәшәмәй, әсәйҙәре биш бала менән тороп ҡала. Ғүмәр ағаһы 1939 йылда армияға киткән була, шунан һуғышҡа алына. Бер генә хаты килә, фронттамын тип яҙа, шунан башҡа хәбәр булмай.
– Усман ағайымды ла һуғышҡа оҙаттыҡ, – тип хәтерләй Асия инәй. – Ул яраланып, үксәһе тишелеп ҡайтып килде. Ғәли ағайым 1944 йылда алынды. Һуғыш бөтөп, ике йыл үткәс кенә ҡайтты.
Ауылдағы бөтә ауыр эш Асиялар быуынына төшә: көлтә лә бәйләйҙәр, эҫкерт тә һалалар, молотилкала ашлыҡ та елгәрәләр, елгәргестә лә эшләйҙәр, һауынсы ла булалар.
Тракторсыға уҡып сыҡһа ла, колхоздарына техника бирмәгәс, “тимер ат”та эшләй алмай. Алексеевка ауылына ебәрергә уйлаһалар ҙа, колхоз рәйесе Дәүләткирәй Шөғәйепов: “Ниңә мин эшсе көстәрҙе ситкә таратайым?!” – тип ҡаршы тора. Тракторсы һөнәренә бергә уҡыған әхирәте Имелбикә Зарипованы ла алып ҡала.
– Колхозда үгеҙ егеп һабан һөрҙөк. Беребеҙ малды ҡыуа, икенсебеҙ һабан тотоп бара. Эҫе булһа, үгеҙ бураҙнанан сығып олаға. Алмаш күлдәгебеҙ юҡ, кис йыуып ятабыҙ ҙа иртән тороп кейеп китәбеҙ. Аяҡта сабата, уны Елдәр ауылы баҙарынан барып алабыҙ. Асыҡҡан саҡта эс йәбешеп тәгәрәп йөрөнөк. Туғайҙа бер үлән ҡалмай торғайны. Әҙерәк он булһа, үлән ҡушып күмәс итәбеҙ. Димдән балыҡ һөҙҙөк. Сөгә тигәне үҙе ваҡ булһа ла, һөйәге юҡ тиерлек, итле. Йә көрпәгә, йә онға бутап, мейескә ырғытабыҙ, көйөп бешһә, кетерләп тора ине.
Көндөҙ колхоз эшендә булһалар, кистәрен фронтҡа һуҡыр шәм яҡтыһында өс бармаҡлы һалдат бейәләйе, бирсәткә, нәски бәйләйҙәр. Йәштәр бит, кис уйынға ла сығалар, аулаҡ өйгә лә йыйылалар. Кемдә нимә бар, шуны алып килеп, бешереп ашаған булалар. Таҡмаҡ әйтешеп бейешәләр.
Йүгереп сыҡтым урамға,
Әйтер һүҙем булғанға,
Әйтер һүҙем әйтә алманым,
Күңелдәрем тулғанға.
Ошо йырҙағыса, Асия ла үҙе оҡшатып йөрөгән егеткә әйтер һүҙен әйтә алмай ҡала. Бер-ике осрашып һөйләшәләрме-юҡмы, Ғәлиәхмәтте һуғышҡа алып китәләр. Оҙатҡанда ҡыҙ бирсәткә бирә. Шул китеүҙән әйләнеп ҡайтмай егет.
– Ауылдан аталы-уллы, ағалы-энеле киткән кешеләр ҙә яуҙа ятып ҡалды. Мәҫәлән, Тимерғәли Арыҫланов ағай Вәли улы менән китте – ҡайтманы. Бер туғандар Хәйрулла, Ғәйнулла Арыҫлановтар ҙа һәләк булды.
Асия йәшендәге күп ҡыҙҙарҙы райондан Свердловск яғына торф сығарырға ебәрәләр. Рәйсә Хисамова, Миңнур Сәлихова, Ҡотлобикә Нәбиева, Хаят Заһиҙул­линалар Приют стан­цияһына 90 саҡрым атлап бара ла, китергә поезд көтөп, булған ғына аҡсаларын фатирға ҡунған өсөн түләп кире ҡайта. Әллә нисә тапҡыр шулай йөрөгәндән һуң саҡ китәләр. Май айында балалар ҙа декабрҙә ауылға кире ҡайта. Шулай һуғыш барған осорҙа дүрт йыл рәттән бер юлды тапайҙар.
– Торфта ун икешәр сәғәт эшләй инек, – тип хәтерләй Асия инәй. – Эш урынына ике сәғәт барабыҙ, ике сәғәт ҡайтабыҙ. Һаҙлыҡ урындан атлар өсөн ағастар һалып сығалар. Нәҙе­герәктәрен өсәүҙе, йыуандарын икешәрҙе. Шулар өҫтөнән атлап йөрөйбөҙ, юғиһә һаҙлыҡтан барып булмай.
Йәшәгән еребеҙ “Белый барак” тип атала ине. Өс кешегә – ике койка. Ашханала ашаталар: кәбеҫтә һурпаһы, макарон, 500 грамм икмәк бирәләр. Нормаңды арттырһаң, 700 грамм алаһың. Эшләгән урыныбыҙ – “Первомайский”, “Монетный” тигән биләмәләр. Кемдер урманда ағас төбөн ҡырҡып, ерҙе таҙарта, балта менән соҡоп хәл бөтә. Беҙ, һигеҙ кеше, машина торфты киҫеп сығарған ерҙә торабыҙ. Буйға оҙон булғас, мине иң беренсе итеп алға ҡуялар. 38 килограмлыҡ ҡалыптағы торфты таҡтаға һалып сығаралар. Машинаға көрәк менән биреп торалар, унан ҡыҫылып, һәйбәтләнеп сыға. Аҙаҡ вагончиктарға тейәп “Уралмаш” заводына алып китәләр, унда ҡорал яһайҙар. Эш ауыр. Дүсән ауылынан барған Мөхтәрәмә исемле ҡыҙ әллә аслыҡтан, әллә ауыр эштән өҙлөгөп, әллә ауырып үлгән, туғандары килеп алғансы туғыҙ көн моргта ятҡан…
Асия һуғыш бөткән йылдың декабрендә Ҡаныҡай ауылында рәйес булып эшләгән Усман ағаһының балаһын ҡарашырға барғанда Нафиҡ исемле егет менән таныша. Улар яҙмыштарын бәйләй. Бер-бер артлы Венера, Райхан, Фәтих, Гүзәл, Рузагөл, Даян, Зирәк, Зифа, Лира исемле балалары тыуа. Үкенес, ире 61 йәшендә генә донъянан китә. Ике өлкән ҡыҙҙары ла йөрәккә ҡан һауҙырып, көтмәгәндә гүр эйәһе була.
Ни тиклем генә ауыр булмаһын, Асия инәй ҡайғыһын эш менән баҫырға тырыша. Ошо йәшендә лә ул ҡулынан бәйләмен төшөрмәй. Һәр балаһына, кейәү, килендәренә, ейән-ейәнсәрҙәренә, бүлә-бүләсәрҙәренә атап йөн ойоҡтар бәйләй. Ҙур тоҡсай эсенән төрлө үлсәмле йылы ойоҡтарҙы, өләсәйҙәренә рәхмәт әйтеп, үҙҙәренә яраҡлыларын һайлап алалар. Шуға иғтибар иттем: был ойоҡбаштар барыһы ла аҡ төҫтә, бер генә ҡараһы ла юҡ. Күҙ нурҙарына ҡул йылыһын, йөрәк йылыһын ҡушып, аҡ бәхеттәр теләп кенә бәйләйҙер уларҙы өләсәйҙәре.
Шөкөр, бөгөн Асия инәй балаларының, ейәндәренең ҡәҙер-хөрмәтендә йәшәй. Урыны түрҙә. Ил күргән ауырлыҡтарҙы үҙ иңдәрендә кисергән быуынға хәҙерге тормош ожмах кеүек. 93 йәшкә етеп, 50-ләп бүлә-бүләсәрҙе күреү, иң бай өләсәй булыу үҙе бәхет түгелме ни?!



Вернуться назад