Һәйкәл нисек ҡуйылды?09.05.2017
Һәйкәл нисек ҡуйылды?Бөйөк Еңеүҙең 72 йыллығы яҡынлаша. Ул дәһшәтле һуғыш йылдары тарих төпкөлөндә ҡалһа ла, халыҡ хәтерендә бөгөн дә йәшәй. Миллионлаған кешенең ғүмерен ҡыйған яуҙы онотоу мөмкин дә түгел, хаҡыбыҙ ҙа юҡтыр. Бигерәк тә хәҙерге заманда, Ер шарының күп төбәктәрендә төрлө һуғыштар сығып торғанда, азатлыҡтың ниндәй ҡорбандар аша яуланғанын иҫтә тоторға, тыныс тормоштоң ҡәҙерен белеп, ветерандарыбыҙға мөмкин тиклем иғтибар бүлергә бурыслыбыҙ.
Уларҙың сафы йылдан-йыл һирәгәйә. Беҙҙең Ураҙ ауылында бөгөн ике генә һуғыш ветераны йәшәй: Талха Ғиниәтуллин (92 йәш) менән Рәйес Вәлиев (90 йәш). Яу ҡырына Ураҙ ауыл Советынан барлығы 504 һалдат киткән, шуларҙың 203-ө генә әйләнеп ҡайта алған.
Һәр йылдың 9 Май байрамында ауыл халҡы, мәктәп уҡыусылары тантанаға йыйыла. Һуғыш һәм тыл ветерандарын иҫкә алып, иҫән булғандарына хөрмәт күрһәтелә. Уҡыусы балалар хәрби йырҙар йырлап, парадта үтә, почетлы ҡарауылда тора, ярыштарҙа ҡатнаша. Концерт ҡуйыла, сәй табыны әҙерләнә. Сара билдәһеҙ һалдат һәйкәле янында уҙғарыла. Гөлләмәләр һалына.
Һәйкәл ауылдың ҡап уртаһында мәҙәниәт йорто эргәһендә урынлаш­ҡан. Уны ҡуйыуҙы сығышы менән Ураҙ ауылынан Жәүит Юлмөхәмәтов тәҡ­дим иткән. Был халыҡ тарафынан хуплап ҡаршы алынып, “Урал” колхозы идара ултырышы ҡарары менән ны­ғытылған. Жәүит Юныс улы шул ваҡытта Учалы районы һәм ҡалаһының ветерандар ойош­маһын етәкләгән. Ауылға скульптор Иван Темниковты ла (өҫтәге һүрәттә) ул алып килгән.
Һәйкәл төҙөү өсөн колхозсыларҙың ике-өс көнлөк эш хаҡы сарыф ителә. Төҙөлөштә скульпторға ауыл халҡы ла, мәктәп уҡыусылары ла ярҙамлаша. Күпселек 1953 йылғы егеттәр — Вил Сафин, Алик Зиннуров, Рәмил Мөхәмәтйәров, Әлим Ғәзәлиев һәм башҡалар даими өмәгә йөрөй.
Һәйкәл ҡуйылғас, ауыл ҡатындары килеп, скульпторға күҙ йәше аша оло рәхмәт һүҙҙәрен еткерә. Һалдат һыны уларға һуғышта ятып ҡалған тормош иптәшен, уландарын йә туғандарын хәтерләткәндер инде.
Һәйкәл һәм скульптор хаҡында ҡыҙыҡһыныу­ҙарыбыҙ беҙҙе уның ҡыҙына юлыҡтырҙы. Ураҙ лицейының китапха­насыһы Рәмзиә Шәмиғоловаға Учалы ҡалаһында йәшәгән Люба ханым (76 йәштә) һәм килендәре Люциә Темникова (Аллаярова) менән осрашып әңгәмәләшеү бәхете тейҙе. Уларҙың һөйләгән­дәренән шул мәғлүм булды.
Һәйкәл нисек ҡуйылды?Иван Сергеевич Темников 1917 йылда Силәбе өлкәһенең Березенки ҡасабаһында (ул замандарҙа казачий форпост була) земский табиптар ғаиләһендә тыуа. Кәҫле сәнғәт училищеһының архитектура бүлеген тамамлай. 1940 йылда әрмегә китә. Майкоп ҡалаһында авиация училищеһында уҡығандан һуң, һуғышҡа алына. 1941 йылдан хәрби летчик сифатында Берлинғаса барып етә. Юғары наградаларға лайыҡ була. Иҫән-аман, бер тапҡыр ҙа яраланмайынса Еңеү көнөн ҡаршылай. Әммә тыуған яҡҡа тиҙ генә әйләнеп ҡайта алмай. 1948 йылға тиклем Германия Демократик Республикаһын төҙөклән­дереүҙә, архитектор булараҡ, Трептов паркын төҙөүҙә ҡатнаша.
Ваҡыт үтеү менән, Учалы ҡалаһында Дан паркын, Ураҙ ауылында һәйкәл төҙөгәндә лә шул Трептов паркының проектын ҡуллана. Тыуған яҡҡа ҡайтҡас, Учалы районы һәм ҡалаһы буйынса баш архитектор вазифаһын башҡара. Иң тәүге эше — ҡаланың 10-сы мәктәбе алдына ҡуйылған барабансы менән борғосо скульптураһы. Шул мәктәптә ул хеҙмәт дәрестәрен алып бара. Магнитогорск ҡалаһын, Белоретта кинотеатр төҙөүҙә лә ҡатнаша.
Биш бала атаһы Иван Темников баянда ла, гармунда ла оҫта уйнаған. Һуғыштан трофей итеп гармун алып ҡайтҡан. Ул ҡомартҡыны ейәндәре һаҡлап ҡына тота. Данлыҡлы скульптор 1971 йылда 54 йәшендә вафат була.
Ә һәйкәл ошолай төҙөлә: икегә ике метр бейек­легендәге постаментҡа 2,5 метр бейеклегендәге һалдат һыны урынлаштырыла. Дөйөм бейеклеге — биш метрға яҡын. Мәрмәр плитәләргә һуғышта ҡатнашыусыларҙың һәм иҫән ҡайтҡан­дарҙың исемлеге теркәлә. Ҡабарынҡы хәрефтәр менән “1941—1945 йылдарҙа илебеҙ азатлығы өсөн һуғышта һәләк булған геройҙарға дан!” тигән һүҙҙәр яҙыла. Алдына “Еңеү” орденының барельефы эшләнә.
Билдәһеҙ һалдатты скульптор ул саҡтағы колхоз рәйесе Әнүәр Хисбуллинға ҡарап эшләй. Ауылдың аҡһаҡалдары һәм ағинәйҙәре менән осрашып, мәҙәниәт йорто ҡарамағындағы китапхана етәксеһе Нәркизә Шәйәхмәтова яҙып алған мәғлү­мәттәргә ҡарағанда, ул төҫкә матур, олпат кәүҙәле була. Һәйкәлдең гипс күсермәһе әҙер булғас, етәкселәр төҙәтмәләр индерә.
Халыҡ яҙыусыһы Талха Ғиниәтуллин, ауылдаштарының ҡыуанысы менән уртаҡлашып, үҙенең “Һыҙлай иҫке яралар” хикәйәһендә был турала яҙып сыҡты: “...Бейек постаментта һалдат тора — плащ-палаткала, эйелеңкерәгән башы яланғас, йөҙө уйсан-ҡайғылы, һул аяғын саҡ ҡына алғараҡ баҫҡан, уң ҡулы автомат прикладында ята, ҡулы менән каскаһын тотҡан...”
Һәйкәл асылған көндә, 1967 йылдың 7 ноябрендә, тәби­ғәт аяҙ, ҡояшлы, йылы көн бүләк итә. Ауыл халҡы, йәш быуын өсөн ул оло ваҡиғаға, ҙур бай­рамға әүерелә. Һәй­кәлде асыу хоҡуғы һуғыш ветераны, ике Ҡы­ҙыл Йондоҙ ордены кавалеры 47 йәшлек Мәүлит Насировҡа бирелә. Бөтә мәктәп коллективы урам буйлап парадта үтә. Уҡытыу­сы­лары лозунг әйт­кәндә, уҡыу­сылар “ура” һүҙ­ҙәрен яңғырата. Һәйкәл алдында “Мәңгелек ут” тоҡандыралар. Почетлы ҡара­уыл ҡуйыла.
Ураҙ ауылындағы билдәһеҙ һалдат һәйкәле Учалы районында иң беренсеһе була. Йылдар үтеү менән, бөтә нәмә лә үҙгәреш кисерә. Һәм бер ваҡыт һәйкәлде төҙөкләндереү мәсьәләһе тыуа. Хакимиәт башлыҡтары булып Миңзәлә Шөғәйепова, Алик Зиннуров эшләгәндә лә ул яңыртыла. Яугирҙәр исемлеге тулыландырылып, “Ҡаһармандар ҡара гүргә түгел, Йөрәктәргә беҙҙең күмелгән” тигән яҙыу өҫтәлә, постамент кирбес менән уратып алына. Мәктәп уҡыусылары һәр саҡ тирә-яғын таҙартып, сәскә ултырта.
Һәйкәл — ауылыбыҙҙың иң күркәм урындарының береһе. Урамдан үткән һайын тереләрҙе фажиғәле һуғышты онотмаҫҡа саҡырып тора кеүек. Ә балаларға патриотик рух өҫтәй.
Ер шарындағы бөтә халыҡтың да теләге һуғыш булдырмауҙыр ул. Аяҙ күккә һоҡланып, йылы көнгә шатланып йәшәйһе лә йәшәйһе килә. Шағир Сәйет Исмәғилев һүҙҙәре менән әйткәндә:
Тыныс тормош ҡояшҡа тиң,
Бар нәмәнән яҡшыраҡ.



Вернуться назад