Ҡарт яугирҙәр, гүйә, мина яланынан атлай…09.05.2017
Ҡулына ҡорал тотоп, Ватаныбыҙҙы фашист илбаҫарҙарынан яҡлаған ир-егеттәрҙең һуңғы быуыны ҡартайыуҙың аҙаҡҡы сигенә етте. Бер-бер артлы яҡты донъянан китәләр. Бер аҡыл эйәһенең һүҙҙәре хәтерҙә уйылып ҡалған: бөгөн ҡарт яугирҙәр мина яланынан атлай тиерһең… Күбеһе күңеле түрендә ғүмере буйы һаҡлап килгән аҡыл-нәсихәттәрен әйтеп өлгөрмәй. Һөйләшер кешеһе булмаһа, бөтөнләй етем хәлдә ҡалғандары ла аҙ түгел.
…Тормоштоң көҙгө әсе елдәре иҫкән мәл. Бына Мәғсүм ҡарт та үҙен ботаҡтары һынған имәндәй хис итә. Етмәһә, бынау тәҙрә ҡапҡасы. Бер көсәйеп килеп шапылдай, бер кире китеп шығырлай. Ел ыңғайына туҡтауһыҙ йөрөй, теңкәгә тейеүҙең аръяғында. Ҡарт ҡуҙғала алмай интегә. Тороп сыға алған булһа, йүнәтер ине лә, көс-ҡеүәт ҡайҙа? Батырҙарҙың береһе ине бит ул! Ауылдаштары араһында бәйгеләрҙә еңеүсе. Һуғыш яланында дошманды дөмбәҫләүсе. Еңеп ҡайтҡас, хеҙмәттә тиһеңме!..
Дошман илгә баҫып инеп, түргә үк үрмәләгән, ҡурҡыныс янаған көндәр ине. Буйға ултырған Мәғсүмде саҡыртып алдылар ҙа уҡырға ебәрҙеләр. Юғиһә иҫәбе-ниәте тура фронтҡа юл алыу ине. Ҡаршы килмәне, хәрбиҙәр үҙ юлын һайлай алмай, ни ҡушһалар, шуға риза булырға бурыслы.
Күңел биреп, тырышып уҡыны Мәғсүм. Һайланған һөнәре күңеленә ятты – осоусы! Тейешле белемде үҙләштереп, күнекмәләрҙе үтеп бөткәс, фронтҡа килгәнендә, Курск дуғаһында оло бәрелешкә әҙерлек башланып тора ине. Яңы килгәндәр хәрби оҫталыҡты арттырыу менән мәшғүл булды. Башҡалар яйына төшөнә алмай интеккәндә, Мәғсүм Имаев тактик боролоштарҙы оҫта башҡара белеүе менән танылды. Көнө етеп, дошманға бомба ташларға ебәрелгәс тә һынатманы. Егет егетлеген итмәй буламы һуң…
Был утлы дуғала эш тамамланғас, дошманды Донбасстан һөргәндә лә беренселәрҙән һанала килде. Өлөшөнә төшкән көмөшө – бер мәл ҙур аэродромды утҡа тоторға ҡушылды. Төнгө ҡараңғылыҡ ҡосағында хәрәкәт итергә тура килә. Ҡараңғының күҙе һуҡыр, тиһәләр ҙә, осоусылар һис яңылышмай, сөнки приборҙар юл күрһәтә. Шулай ҙа дошмандың ҡылыстай прожектор уттары күкте туҡтауһыҙ ҡапшап торғанында үҙ-үҙеңде һәм яуҙаштарыңды һаҡлап ҡалыу еңелдән бирелмәй.
Лейтенант Имаев быныһын да хәүеф-хәтәрһеҙ үтә алды. Дошман аэродромы шаҡтай ҡыйратылды һәм беҙҙекеләргә артабан юл асылды.
Ошолар тураһында гәзиттәрҙә яҙып сыҡтылар. Мәғсүм уҙаман ул яҙмаларҙы һаҡлап бара. Кемдер ҡыҙыҡһыныр, башҡаларға еткерер сараһын табыр, ғибрәт алыр, һоҡланыр тип өмөтләнә килде.
Һоҡланырлыҡ эштәре аҙ түгел уның. Бер мәл дошмандың серле алымдарын белеп ҡала Имаев. Ҡайтҡас та мәғлүмәтте командирына тапшыра. Шул паролде тиҙ арала ҡулланыу сараһы билдәләнә. Тапҡырлыҡтың тапҡырлығы – Мәғсүм сираттағы осошта немец осоусыларына яҡынлаша һәм “мин үҙебеҙҙеке” тигәнде аңлатҡан хәрәкәт яһай. Ошо алымға таянып, дошман аэродромы өҫтөнән осоп үтә, ҡазаланмай. “Үҙебеҙҙеке” булғас, фрицтар был ғәмәлде күҙәтеп тора. Улар белә: аэродромға етеп, ергә төшмәй, төшөү мөмкинлеге булмаған хәлдәр ҡабатланып тора. Хәл иткес мәл яҡынлашҡанын самалап, Имаев ҙур боролош яһай һәм яңынан аэродром тарафына юл ала. Тәңгәлгә яҡынлашҡанда, бомба люгы асыла һәм дошман башына ут яуа башлай. Фугаслы, яндырғыс бомбалар төшә башлағас, фрицтар аңға килә, ләкин батыр Имаев яңынан ҡараңғылыҡҡа инеп юғалған була. Немец прожекторҙары күкте күпме айҡамаһын, беҙҙең ҡаһармандың эҙенә төшә алмай.
Был хәлде түҙемһеҙлек менән көтөп торған полк командиры Имаевты ҡосаҡлап ҡаршы ала. Имаевтың һуғыш юлы тамамлана. Төҙөлөштә инженер булып эшләй. Унһыҙ түгел, хеҙмәттәштәре араһында һуғыш юлдарын төрлөсә күпертеп һөйләүсе булғылай, әммә Имаев күкрәк ҡаға белмәй. “Маҡтаныуҙан ни файҙа, күкрәгеңдә затлы ордендар аҙ булғас”, – тип телен тыя.
Ҡатыны менән ике бала үҫтерҙеләр. Ҡыҙҙары иртәрәк вафат булды. Ғәйшәһе был ҡайғыны күтәрә алмай, артынса баҡыйлыҡҡа күсте. Ә бына улы Альберт үҫеп буйға етте, өйләнде, ике ир бала үҫтерҙе. Ләкин Мәғсүм тормоштан ҡәнәғәтләнеү кисермәне, сөнки килене ят һөйәктән ине. “Атай” тип яҡты сырай күрһәтмәне, балалары үҙе ишле сит заттан булды ла ҡуйҙы. Төҙәтеү мөмкин булмаған хата. Килен, ике балаһын эйәртеп, Германияға күсте.
Мәғсүм ҡарттың ғәрлеге ташҡанын, ситлеккә ябылған ҡарсығалай бәргеләнгәнен күрһәгеҙ ине, ләкин башты ташҡа бәреп булмай. Ике буйҙаҡтың тормош йәме бөтөнләй юҡ. Альберт заводтан ҡайтһа ла өндәшмәй, китһә лә. Башы эйелгән. Мәғсүм ҡарт та ут йотоп көн итеүҙән артығын белмәй. Кем өсөн йәшәнек? Донъя йәме – балала, ләкин ул ике ир бала кемдәр ҡарамағында?..
Йөрәге, бауыры һыҙлауҙа әлһерәп төшкән Альберт бер көн телгә килде. “Атай, артыҡ өҙгөләнмә, – тине ул. – Балаларҙы ҡайтарып булмаҫ. Хат-хәбәрҙәре лә юҡ бит. Һине һуңғы юлыңа оҙатыу минең өҫтә. Тәрбиәләп оҙатырмын”.
Атаһы ла яуапһыҙ ҡалманы. “Оҙатырыңа өмөт итеп ятам, – тип яуап бирҙе. – Башҡа ышанысым юҡ. Күп ҡалмағандыр. Ана, әсе елдәр ағастарҙы өҙгөләй. Һуңғы япраҡтар ҡойолоп осто. Әллә ғаләмгә, әллә теге донъяға. Ана, тәҙрә аша ҡарағанда, ике япраҡ күренә”. Үтә моңһоу Мәғсүм ҡартҡа. Нисә йыл яңғыҙы. Кергән юҡ, сыҡҡан юҡ. Хәтер папкаһын ҡапшап ҡарай, ләкин уныһы ла шатлыҡ килтермәй, уҡыу теләген уятмай. Йәшлек, һуғыш йылдары тоноҡланып юғала бара.
Бер көн тәҙрәгә үрелеп ҡараһа, ҡото осто: һуңғы япраҡтар юҡ. Ел өҙгөләп алып киткән. Мәғсүм эҫеле-һыуыҡлы кисерешкә сумды. Нимә булыр?
Эштән ҡайтышлай Альберт үлгән…
Был көҙгө һалҡын елдәр бөтәһенән дә көслө. Хоҙай әҙәм балаһына ҡот осҡос һынауҙар ебәрә. Бына Мәғсүмдең һуңғы ышанысы ҡоланы. Һуңғы сәғәте етә ҡалһа, ауыҙына бер ҡашыҡ һыу ҡойор кешеһе юҡ. Батырҙарҙың-батыры ошо хәлгә төшөүен нисек аңлатырға? Яҙмыш тигәндәре ниңә был хәтле мәрхәмәтһеҙ икән?
Ҡарт яугирҙең ашар ашы, эсәр сәйе юҡ. Бер ышанысы бар: батырлыҡ папкаһы тейешле кешенең ҡулына күсәсәк. Һуңғы япраҡ өҙөлөп төшкәндең һуңынан үҙенең сираты еткәнен асыҡ күҙаллай ине Мәғсүм уҙаман.
Бер көн ишек шаҡынылар. Бикле булмағас, асып керҙеләр. “Мине һанлаған кеше бар икән”, – тип шатлана биреп ҡуйҙы ҡарт.
Тупһа аша үткәс, ике шәп егет (Мәғсүм һөйәктәре!) тауышланып сәләм бирҙе: “Здравствуй, дедушка!” Телдәренең иләмһеҙ булыуына ҡарамаҫтан, ҡарт һиҙелер-һиҙелмәҫ йылмайҙы. Ана бит, уның балалары! Күрер күҙгә ниндәй һомғолдар!
Тикмәгә түгел икән, хәстәрлек күрә башланылар. “Бына һиңә ят һөйәк” тип элгәре фекеренән уңайһыҙлана биреп ҡуйҙы ҡарт. Тиҙ арала тәмле ризыҡ табылды. Ашаттылар, эсерҙеләр. Мәғсүм папкаһын һоноп ҡарағайны, ҡулдарына алмағастар, уңайһыҙлана биреп ҡуйҙы.
Германиянан килгәндәр. Әсәләре эшләмәй, үҙҙәре бай йәшәй икән. Улар телефондан кем менәндер хәбәрләшкәндә, ҡарт ишетеп ҡалды. “Да, квартира большая, но не ухожена. Какие-то ордена есть. Бумаги в порядке”.
Такси саҡыртып, бабайҙы дауаханаға алып киттеләр. Ҡаршы торор хәле юҡ ине. Алла ҡоло. Иртәгәһенә – икенсе дауаханаға. Тағы яңы табиптарға. Егеттәр, гүйә, ҡартатайҙы аяҡҡа баҫтырыу сараһын күрә. Ысынлап та шулай. “Терелтәбеҙ һине, дедушка”, – тиҙәр.
Бер көн Мәғсүм машинаға сығып ултыра алманы. Күтәреп алып сыҡтылар ҙа психиатрияға һалдылар. Ниңә унда, ләм-мим. Бәлки, ысынлап та, терелтергә уйлағандарҙыр…
Ерләү тәртибен белмәгән ике немец балаһы баҙап ҡалды. Кемгә кәңәш итергә белмәнеләр. Ҡарттың блокнотын табып, тикшерә торғас, бер фамилия ҡаршыһына “дуҫ” тип яҙылғанға иғтибар иттеләр. Ләкин ул да үлем түшәгендә, балалары ҡарамағында. Ветерандар ойошмаһында ярҙам итер кеше табылманы. Ярай әле ҡайғы уртаҡлаштылар. Хәйер, немец малайҙары ҡайғырҙымы икән? Егеттәр ҡартатайҙы шулай ҙа ер ҡуйынына тапшырыу юлын тапты.
Ватан һуғышы ветерандары аҙ ҡалған ошо көндәрҙә уларҙың япа-яңғыҙ, ҡараусыһыҙ ҡалғандары күп. Был осраҡта ярай әле немец малайҙары мөлкәт юллап килеп сыҡҡан булды. Еренә еткереп үк булмаһа ла, үҙ бурыстарын үтәнеләр.
Гәзиттә ҡасандыр уҡыған хәбәр хәтерҙә. Англияла Беренсе донъя һуғышында ҡатнашыу­сыларҙан илдә иң һуңғыһы асыҡланғас, вафатынан һуң уны ололап, хөрмәтләп оҙатыу сараһы күрелә. Уның батырмы-түгелме икәнлеген тикшереп тә тормағандар.
Үҙебеҙҙәге хәлдәргә килһәк, ил батырҙарын һуңғы юлға тәрбиәләп оҙайтыу йолаһын онотоуға юл ҡуймаҫҡа ине…



Вернуться назад