Хөснөтдин Фәхретдинов, Дәүләкән районы, Яппар Йәнбәге ауылы:
– Биш бер туған бер-бер артлы һуғышҡа киткәйнек, мин генә иҫән ҡайта алдым. Тимерғәле 1908 йылда тыуған, Йосоп – 1906, Әйүп – 1921, Мәхмүт 1924 йылғы ине. Бишебеҙ ҙә Мәскәү янындағы алыштарҙа булғанбыҙ, тик бер-беребеҙ менән осрашманыҡ.Миңә повестка 1941 йылдың ноябрендә килде. Ул саҡта Урта Азияла йәшәй инем. Ҡыҙыл Армия сафынан ҡайтҡас, райондан 13 кешегә баш итеп, Үзбәкстанға төҙөлөшкә ебәргәйнеләр. Унда ла бригадир булдым.
Беҙҙе тәүҙән үк Мәскәү яғына алып киттеләр. Эй-й, юл буйы туп-тулы ат үләкһәһе ята, вагондар түңкәрелгән. Моғайын, аттарҙы һуғышҡа алып китеп барғандарҙыр инде. Беҙҙең эшелонға Сәмәрҡәнд ҡалаһынан аттар тейәнеләр, һигеҙ йөк машинаһы, ике самолет бар ине.
Тәүге тапҡыр һуғышты төнөн татыным. Алты һалдатты постарҙы ҡарап сығырға, ундағыларҙың хәлен белергә ебәрҙеләр. Дөм ҡараңғы, бер ни күрерлек түгел, бер мәл, һауаны яҡтыртып, снарядтар ярыла башланы. Береһе эргәлә генә шартланы. Алтауыбыҙҙың бишеһенең тәнен ярсыҡтар телгеләп бөткәйне. Минең өҫкә ерҙең өҫтө юрған һымаҡ ҡапланды. Саҡ сыҡтым. Ҡараһам, хатта ныҡлап сыйылған ер ҙә юҡ. Алла, ерҙе ябып, һаҡлағандыр инде. Ҡолаҡ ҡына ишетмәйерәк йөрөнө. Һуңынан өйрәнеп кителде.
Бер мәл шулай нимес снайперы беҙҙең егеттәрҙе сүпләй генә. Взвод командиры уны юҡ итергә ҡушты. Бер нисә егет тегене эҙләп киттек. Ҡараһаҡ, ҡалҡыулыҡтағы имән башында ниҙер һелкенеп ҡуйҙы. Егеттәр менән һөйләштек тә уратып алырға, ут асырға булдыҡ. Бер юлы винтовкаларҙан атып ебәрҙек. Ағас башына эләгеп ҡалды, ҡәһәрең, менеп, ысҡындырып төштөм.
Мәскәүҙе һаҡлауҙа ла ҡатнаштым. Декабрь башында контрһөжүм башланды. Бер ни күрерлек түгел. Алдан да, арттан да аталар. Беҙ бер траншеяны алабыҙ ҙа икенсеһенә күсәбеҙ. Нимес блиндаждарын ҡалдырып ҡаса. Кинолағы кеүек “ура” ҡысҡырыу һирәк ул, ата-ата йүгерәһең дә йүгерәһең. Ошондай алыштарҙың береһендә ҡаты яраландым.
Ялан госпиталенән һуң Джамбул ҡалаһына оҙаттылар. Ете ай дауаландым. Тик бына кире һуғышҡа алманылар. Ташкент эске эштәр бүлегенә ебәрҙеләр. Алты йылдан һуң ғына Башҡортостанға ҡайттым...
(1995 йылдың февралендә яҙып алынды).