“Батырлығыңды һөйләп тораларҙыр шул...”09.05.2017
“Батырлығыңды һөйләп  тораларҙыр шул...”Ибраһим ҺУНАРҒОЛОВ, Дәүләкән районы, Яңы Мерәҫ ауылы:
– Ҡуй, бимазалама, улым, туҡһанды тултырғанда ниндәй хәтер булһын инде? “Батырлыҡ өсөн” миҙалын ниңә бирҙеләрме... Э-э... Һиңә батырлығыңды һөйләп торалар­ҙыр шул. Ниместәрҙе дөмөктөр­гәнгәлер инде, юҡ-барға түгелдер.
Миңә ни, һуғышҡа барғас, ыңғай пулемет тотторҙолар. Йәһәтерәк атырға кәрәк бит. Өйрәтеп-нитеп булашманылар. Дошман өҫтөңә килһә, өйрәнерһең әле, тинеләр. Ҡуй, улым, бимазалама мине. Хәтерем дә насарайҙы, һөйләп шымармағанмын. Ҡана, кәртишкәңә төшөрһәң төшөр ҙә... Үҙем үлһәм, балаларға иҫтәлек булыр, исмаһам.
Былай Харьков янында яраландым. 1944 йылда ҡайттым. Барса халыҡ күргәнде күрҙек инде. Фатимам менән алты бала үҫтерҙек. Йылдар имен торһон, йылдар...
(1995 йылдың мартында яҙып алынды).


Вернуться назад