“Үлемде белмәнем, үлермен тип уйламаным”09.05.2017
“Үлемде белмәнем, үлермен тип уйламаным”Ғабдулхаҡ Ғөбәйҙуллин, разведчик. Дан, Ҡыҙыл Йондоҙ, I дәрәжә Ватан һуғышы ордендары, “Батырлыҡ өсөн”, “Сталинградты обороналаған өсөн”, “Берлинды алған өсөн”, “Варшаваны азат иткән өсөн” миҙалдары кавалеры. Ҡыйғы районының Дүшәмбикә ауылында тыуған.
– 1942 йылдың мартында һуғышҡа киткәйнем. Алкинда бер аҙ өйрәткәс, Сталинградты обороналауҙа ҡатнаштым, полк развед­каһына эләктем. Август айында, мина төшөп, яраландым. Һуғыш барған ерҙән биш саҡрым алыҫлыҡта һаламдан ябылған япма аҫтында дауаланылар. Аяҡҡа баҫҡас, тәүҙә ҡарауылға билдәләп торҙолар ҙа тағы разведкаға ҡуйҙылар. Декабрь айында “разведка боем”да тағы яраландым. Ун дүрт ярсыҡ уң ҡулда әле лә ултыра...
Донды форсировать иткәнде һөйләйем әле. Хәрби Бойороҡ буйынса йылғаны күпер аша сығырға тейеш инек. Унда оборона тоторға бурыс. Беҙ урынлашҡан ауыл йылғанан егерме саҡрым алыҫлыҡта ята. Барғансы нимес вис күперҙе бомбить иткән. Халыҡ “ҡотҡар ҙа ҡотҡар” тип мәж килә. Ә минең дуҫ: “Дауай, сисенеп йөҙәйек тә сығайыҡ”, – ти. Юҡ, мин әйтәм, һин һыу буйында үҫкән, ә мин тау-таш араһында. Эт кеүек кенә йөҙәм дә, һыуҙың уртаһына еткәс, батам бит инде. Ана бер ишек, мин әйтәм, шуны алып киләйек. Килтереп кенә ҡуйғайныҡ... бомба килеп төштө! Шул шартламаны. “Шы-ый” итеп ҡомға кереп китте, ҡый... Ишекте һыуға төшөрҙөк. Ауыр әйбер юҡ тиһәң дә – донъя кейем, плащ-палатка, каска, ҡорал, граната, өс йөҙ патрон. Нимес туҡтауһыҙ ата, бомбить итә. Һыу тулы кеше. Ҡайһыһы кире сыға, ҡайһыһы батып ҡала. Һәр кемдә үҙ ҡайғыһы. Аттар һыуға керә, тик кире боролоп сыға. Йөҙә алмайҙар. Һыу шәп аға бит, һыу аҫтында әйберҙәр тулып аға, ауыҙға һыу тула. Күп кеше батты...
Үлемде белмәнем, үлермен тип уйламаным. Плендан ҡурҡып, эләкмәһәм ярар ине тип уйланым. Минең өсөн иң ҡурҡынысы әсирлек булды...
Разведкаға ете кеше барабыҙ. Командирыбыҙ өлкән лейтенант Андриянов ине. Һалдаттар өсөн бик һәйбәт булды. Көндөҙ бер разведчик ниместең ҡайҙа йәшенгәнен күҙәтә. Нейтраль зонала. Улар ҙа шулай. Төнгө ун икелә передовойға барабыҙ. Беҙҙең танк янған да, шуның эргәһендәбеҙ. Ниместең “ячейка”һы биш йөҙ метрҙа ғына. Командир бер егеткә барып ҡарарға ҡушты. Был бармай. Атам тип пистолетына ла йәбешеп ҡарай – бармай. Мин киттем. Бура-ан. Беҙгә төндөң шулай булыуы һәйбәт. Ел улар яғына табан булһа, ишеү ҙә яҡшы.
Нимес “ячейка”һында пулемет көбәге сығып тора. Тартып алһам инде, тим. Граната төшөрөп тә булмай. Мине аттылар тип, беҙҙекеләр ут асыр ҙа, йә миңә лә тейер, тим. Кире барып һөйләп бирҙем. Шундай-шундай “ячейка”, палатка менән ябылған, тим. Барыбыҙ ҙа киттек. Тегеләр асмай ҙа, ҡарамай ҙа. Тегендә ике-өс граната ташланыҡ. “Ячейка” – пулемет ҡуйылған окоп, унда бер нисә һалдат була. Беҙҙең дә шулай. Буранда улар сы­ғып йөрөмәй, беҙҙе лә килер тип уйламағандар­ҙыр инде. Икәүһе үлгәйне, береһе сыҡты ла кирегә артҡа китте. Байтаҡ ҡына ер, мин тегенең артынан “как бешеный” тоттом да йүгерҙем. Ҡараһам, миңә мылтығын төбәп ята. Тарттым да алдым. “Хендехох”, тим. Шунан бер егет тә килеп етте. Ниместең бер аяғы яраланған булған икән. Шунан ни, батальон штабына үҙен дә, пулеметын да илттек. Бына һиңә – “язык”. Шулай һәр ваҡыт “тел”де берәмләп алып ҡайттыҡ инде. Икешәр, өсәр “ячейка”ларҙан. Унда ла гелән ниместе түгел. Улар алға йә румынды, йә башҡаны ҡуя. Ниместәрҙе лә күмәкләп алдыҡ...
Разведкала элемтәсе лә булдым. Бер ваҡыт линия тартырға ҡуштылар. Йыраҡ ара түгел, 300-400 метр ғына. Ә мин линияны өҙөлгән ерҙән арыраҡ тартҡанмын. Ялғауға нимес ата башланы бит. Прәме миңә! Воронкаға (бомба, снаряд соҡоро – Р.У.) һикереп төшәм дә икенсеһенә йүгерәм. Нимес шахмат тәртибендә ата. Шуға воронкалар ҙа шулай. Береһенән сығыуға йәнә ата. Икенсеһенә һикерәм. Кругом шартлау, ә миңә теймәй. Тегендә беҙҙең офицер­ҙар ҙа, һалдат­тар ҙа ҡарап тора икән. Шулай итеп, бер заман нимес атыуҙан туҡтаны. Мин иҫән ҡалдым. Хәл бөттө. Соҡорҙа урын­лашҡан штаб ҡырына барып йы­ғыл­дым...
Бер ваҡыт мина яланына эләктек. Ниместең яҡтырта торған ракеталары шул тиклем оса – ерҙә энә күрерлек. Эргәләге егет шартланы, мин тағы иҫән ҡалдым...
Курск дуғаһында пушкалар теҙелгән, күренмәй­ҙәр, үлән үҫеп ултырамы ни. Беҙ траншеяла. Һыу юҡ, ашарға бөттө. Утыҙ градус эҫелек. Алтмыш­лаған самолет бомбаға тота, ҡап-ҡара төтөн аҫтын­дабыҙ. Автоматсылар ротаһында инек. Батарея­ларҙы һаҡлайбыҙ. Самолеттар әбидкә китһә, төштән һуң икенсе партияһы бомбить итә. Яланғас тау тип йөрөтөлгән ерҙә оҙон рәткә пушкалар тултырыл­ған. Нимес ошо рәтте белә, осоп килә лә вис ҡыра. Аҫта арыш сәселгән баҫыу ине, өлгөрөп етмәһә лә, ыуып ашайбыҙ. Һыуға ебәрҙе­ләр. Бер йүгерәм, бер ятам. Снарядтар шартлап тора. Шул ут эсенән йүгерәм. Һауыттарҙы тултырып, егеттәр эргәһенә саҡ килеп еттем...

(2015 йылдың 25 ғинуарында яҙып алынды).


Вернуться назад