“Уф” тип тә әйтмә06.04.2012
Ата-әсә — балаларҙың донъяға килеүенә сәбәпсе. Бала тәрбиәләү, йәшәү рәүешенең нисек булырға тейешлеген төшөндөрөү — уларҙың иңенә төшкән ауыр һәм яуаплы бурыс. Ул — Аллаһтан. Ә баланың кем булып үҫеүе, тәүфиҡлылығы бөтәһе лә тәрбиәнән килә.
Үҫмерҙәр ата-әсәнең ошо олуғ йөкләмәһен үтәүен, Аллаһ ҡаршыһындағы яуаплылығын аңларға һәм яҡындарына ихтирам күрһәтергә тейеш.
Был хаҡта Ҡөрьәндә былай тиелгән:
“Атай-әсәйегеҙгә изгелек ҡылығыҙ. Әгәр улар, ҡартлыҡҡа етеп, һеҙҙең ҡарамаҡта икән, һин уларға “уф” тип тә әйтмә (ризаһыҙлыҡ белдермә). Улар (ата-әсәйең) һиңә оҡшамаған (һин яратмаған) берәй нәмәне (эште) атҡара икән, уларға ҡаты бәрелмә, ә йомшаҡ итеп кенә (хәтерҙәрен ҡалдырмай) ул ғәмәлдең килешмәгәнлеген белдер.
Ата-әсәйеңә түбәнселек күрһәтеп, буйһоноп тор, һәр ваҡыт рәхмәтле булыуыңды ҡабатла һәм: “Эй, Аллаһ, атай-әсәйемә рәхмәтеңде насип ит! Улар мине бала сағымда нисек ҡыҙғанып, йәлләп, ҡурсалап торған, Һин дә уларҙы шулай ҡурсала, рәхмәтеңде насип ит!” — тип Аллаһҡа доға ҡыл”.