Хафиз ЙОСОПОВ, Дәүләкән районы, Иҫке Мерәҫ ауылы:– Башҡорт булғас, командирҙар бигерәк яратты. Башҡортто улар Питерҙы аҡтарҙан һаҡлағандан алып белә икән. Ул саҡта кавалерист әлеге десантсы һымаҡ ине. Һәр кемдең күҙ алдындаһың. Көнө буйы ат эргәһенән китмәй инек: ҡырғыслап йыуабыҙ, таҙартабыҙ. Бик аҡыллы ине атым. Хәрби уйындарҙа ике ҡолағы араһына ҡуйып, пистолеттан ата торғайным. Иң шәп ат ялтыр боҙҙа ла сабып барырға тейеш. Минеке шундай ине. Тик бер тапҡыр ғына абынып китте лә мин уның башы аша остом. Ҡылыстың осо ҡорһаҡтың тиреһен ярып үтте. Ярай әле ҡаҙалманы. Атым, үҙен ғәйепле тойоп, бөгәрләнеп ятҡан еремдән торғоҙорға тырыша, бахырҡайым...
Ворошиловты ла күрергә насип булды. Бер күнекмә ваҡытында килгәйне. Ул саҡта бит күнекмәләр һуғышҡа тиңләп үткәрелде. “Һөжүмгә!” – тиҙәр. “Ура!” – тип ҡылыс болғайбыҙ ҙа алдан әҙерләнгән таяҡ баштарына эленгән “баштар”ҙы сабырға тейешбеҙ. Ворошиловтар торған ергә еткәс, минең тиҙ генә үтеп китке килмәне. Бер “баш”ты осорғас, аттың йүгәненән тарттым. Ярһып сапҡан атым арт аяҡтарына баҫты. Шул ыңғай тағы ике “баш”ты осорҙом. Ворошиловҡа ни, оҡшағандыр инде, һуңынан үҙенә саҡыртты.
– Ҡайһы яҡтан, егет? – ти.
– Башҡортостандан, – тим.
– Ошондай егеттәр булғанда, беҙгә бер дошман да ҡурҡыныс түгел, – тине лә ҡулымды ҡыҫты.
1941 йылдың көҙөндә Калинин фронтына алып киттеләр. Унлаған кешегә – бер автомат йәки винтовка. Һөжүмгә күтәрелгән саҡта ҡораллы кеше артынан йүгерергә тырышаһың. Үлеп йә яраланып ҡалһа, ҡоралын алып булмаҫмы, йәнәһе. Бер-береңдең үлгәнен көткәндәй килеп сыға. Ашау-эсеү онотола, өйҙәгеләрҙе лә онотаһың, уйламайһың. Башың иҫән булһын да ҡушылғанды үтә. Тәжрибәле командирҙар юҡ. Күп ваҡыт тотош батальондарға һалдаттар, сержанттар идара итте.
Бер саҡ күҙәтеү пунктына ебәрҙеләр. Ҡулда – винтовка. Өс запас патрон бар, дүртенсеһе ҡоролған. Постар араһы – өс йөҙ, биш йөҙ метр. Ҡараһам, ете нимес килә. Нишләргә? Атһаң, патрондар етмәй. Тиҙ генә ярҙам килеп етерлек түгел. Ни булһа ла булыр тип, ҡыуаҡ артынан сыҡтым. Тегеләр миңә ҡарап тора. Тәмәке ҡабыҙҙым. Аптырап, “трә-лә-лә” тип бейегәндәй итәм. Фашистар тәүҙә үҙ-ара ниҙер һөйләшә. Шунан ни, мине һантый тигәндәрҙер инде, сәпәкәйләргә тотондолар. Ошо арала ата башланылар. Кәнсиртем “ҡиммәткә төштө”: дүрт нимес үлде, береһе ҡасты, икеһен әсиргә алдылар.
1941 йылдың ҡышы бик һалҡын булды. Кейем-маҙар юҡ. Әле генә кинола беҙҙең һалдаттарҙы тун, һырма салбар кейҙереп күрһәтәләр. Өҫтә бер шинель, уның да итәге юҡ. Бигерәк тә алғы поста торғандарға ҡыйын. Аҙна буйы алмаштырмайҙар. Аҙнаның өс көнөндә ашаһаң, дүртеһендә ас тораһың. Усаҡ яғырға ярамай. Ҡайһы егеттәр иртәнгә тиклем бер-береһенә һыйынып туңып үлә. Күбеһе үпкәһенә һалҡын тейеүҙән бер туҡтауһыҙ йүткерә.
Можайск юлында иҫән ҡалған һалдаттарҙы Брянск ҡалаһы яғына алып киттеләр. Унда төрлө частарға тараттылар. Мине штабҡа йәшерен пакеттар ташырға, элемтәселәр менән бәйләнеш тоторға алдылар. Штаб тау башында урынлашҡайны. Бер алышта уның өҫтөнә снарядтар, бомбалар яуа башланы. Окоптағы һалдаттар менән элемтә өҙөлгәс, штаб начальнигы менән блиндаждан сыҡтыҡ та окоптағылар яғына ашыҡтыҡ. Һиҙмәй ҙә ҡалдыҡ, тағы снаряд ярылды. Минең итек ҡунысынан ҡан бәреп сыҡты. Тик ниңәлер ауыртыу тойманым. Баҫыуым булды, йығылып киттем. Ярай мин тере ҡалдым, ә начальник үлгәйне.
Мине Тулаға, аҙаҡ Новосибирскиға госпиталгә алып киттеләр. Өфө аша үтергә тейешбеҙ. Шуға Башҡортостандан унлап егетте бында төшөрөп ҡалдырҙылар. Тыуған яҡ һауаһы килеште – үҙебеҙҙең госпиталдә аяҡ яйлап төҙәлә башланы, серей башлағайны юғиһә...
Ошонан һуң комиссовать иттеләр. Аллаға шөкөр, ҡатыным Нәфисә менән һигеҙ бала үҫтерҙек.
(1994 йылдың ноябрендә яҙып алынды).