“Пантера”ны яндырып, тотош колоннаны алдыҡ”09.05.2017
“Пантера”ны яндырып, тотош колоннаны алдыҡ”Мостафа ҒӘЗИЗОВ – Башҡортостанда Дан ордендарының беренсе тулы кавалеры. III дәрәжә Дан орденына ул 1944 йылдың 10 февралендә лайыҡ булһа, ҡалған икәүһе шул уҡ йылдың 8 майында һәм 23 сентябрендә бирелә, йәғни ете ай эсендә! Тыумышы менән Ҡырмыҫҡалы районының Яңы Муса ауылынан.
– Тәүҙә ротаның санинструкторы инем. Һалдат өсөн иң ҡурҡынысы – беренсе алыш. Бер заман бомбаға тота башланылар, бер егеттең аяғы телгеләнеп бөткән, саҡ эленеп тора. Ә ул, һуғышып та өлгөрмәнем, тип илай. Үҙем һөйрәйем, үҙем: “Иҫән ҡалғаныңа шатлан, һантый, ана күпме һалдат үлеп ята”, – тим. Шул алыш яланынан ун һигеҙ яралыны алып сыҡтым.
Аҙаҡ инде мине танк развед­каһына тәғәйенләнеләр. Бер саҡ Украинаның Иванов-Франко ауылы эргәһендә ниместәрҙе ҡыуып киттек. Беҙҙең разведка взводы танк өҫтөндә. Ни бары ун кеше инек. Танк командиры – Сибәғәтуллин. Дошмандың колоннаһына осраныҡ. Уны “Пантера” танкы һаҡлап бара. Юҡ итерҙәй булһағыҙ ғына алышҡа инегеҙ, тинеләр беҙгә. Йәшенеп тороп, “пантера”ны яндырҙыҡ та машиналарҙан, аттарҙан, йәйәүле һалдаттарҙан торған колоннаны ҡамап алдыҡ. Ниместәр ҡулдарын күтәрҙе...
Бер саҡ Днестр йылғаһын кисеп сыҡтыҡ. Унда дзот бар ине. Урап барҙым да уның башындағы төтөн сыға торған тишегенән граната төшөрҙөм. Шартлағас, эскә кереп, автоматтан тыҡылдаттым. Нимес­тәр ни, ҡулдарын күтәреп, үҙҙәре беҙҙең егеттәр ҡырына сыҡты...
Хәтеремдә, Винница өлкәһенең “Казатин” станцияһын алғайныҡ. Ул саҡта полкыбыҙға Советтар Союзы Геройы Иван Бойко етәкселек итте. Беҙ танк менән станцияны урап үттек тә нимес көтмәгән яҡтан, тимер юл буйлап килеп ҡаманыҡ. Дошман ни ҡылырға белмәй, күбеһен ҡырҙыҡ, әсирлеккә алдыҡ. Бөтә аҙыҡ-түлеге, ҡоралы менән эшелондары ҡалды...
(2008 йылдың 8 февралендә яҙып алынды).


Вернуться назад