Нәжип ГӘРӘЕВ, II төркөм һуғыш инвалиды, Илеш районы, Иҫке Хажи ауылы: – Бөтәһе лә гел “ура”нан ғына торманы инде. Бер заман шулай итек таҙартырға вакса бирҙеләр. Шуғыраҡ малайҙар унда спирт барлығын белеп ҡалған. Әй, малай, еппәрәләр быны. Беҙ, мосолмандар, ул-был нәмәне белмәйбеҙ, ауыҙға ҡапмайбыҙ инде. Ә ҡалғандар иҫерешеп бөттө. Беҙ десантсы инек бит. Тылға ташлар өсөн аэродромға тултырҙылар, ә десантсыларҙы урман эсенән йыйып бөтә алмайҙар – иҫеректәр. Шунан 15 июндә Ростовҡа ебәрҙеләр. 1942–1944 йылдарҙа унда йөрөнөм.
Одесса яғында ҡыҙыу мәл ине. Һай, ул ваҡыт! Фашист менән йыш ҡына ҡул һуғышына инәбеҙ. Бысаҡтар күҙ алдында ялтлап ҡына тора. Аталар. Мин яраланған саҡта 20–30 аҙымлап ҡына ҡалып атыштыҡ. 8 мартта яраланғанмын. Аңды юғалтҡас, ҡар күмеп киткән, шунда бер тәүлек ятҡанмын. Дә-ә, таҙалыҡ та булған (башын сайҡап ҡуя). Ялан госпиталендә бер аҙ тоттолар ҙа, Мәскәүгә ебәрҙеләр. Унда инвалидлыҡ бирҙеләр. Умыртҡа һөйәгенә кергәйне бит ярсыҡ. Береһе һаман тынғылыҡ бирмәй...
Хәҙер бөтә ауылға бер үҙем ҡалдым. (Беҙ барғанда ауылда бер генә йорт ҡалғайны – Нәжип бабайҙыҡы. – Р.У.) Кистәрен иҫләп ултырам, һыйырым менән һөйләшкеләп инәм. Былай мохтажлыҡ юҡ, утын, газ йәһәтенән ярҙам итеп торалар. Ҡарттар йортона барғы килмәй. Бында мин үҙемсә йәшәйем. Үткән-һүткәндә кешеләр ҙә инеп сыҡҡылай. Әйтәм бит, ярҙам итеп торалар. Малдарға аҙыҡ етә. Тик бына яңғыҙлыҡ ҡына... Һеҙ тағы аҙыраҡ тороғоҙ, ҡунып китегеҙ әле, исмаһам...
(2001 йылдың майында яҙып алынды).