Бер һыныҡ икмәк09.05.2017
Бер һыныҡ икмәкБөйөк Еңеүгә етмеш йыл тулыу алдынан һуғыш осоро балаларын миҙалдар менән наградлау тураһында ишеттем. Әбйәлил районының Әхмәт ауылында атаһын һәм ағаларын оҙатып ҡалған әсәйемә — һигеҙ, һеңлеһенә — биш, ҡустыһы Мозафарға ике йәш була. Атаһы, бер туған ағаһы һуғышҡа китеп, береһе лә әйләнеп ҡайтмай. Мозафар ағайым атайҙың кем икәнен дә белмәй үҫә. Ҡулъяҙмаһында шул осор тураһында уның бер иҫтәлеге һаҡланған.
...Совет осоронда Мәскәүҙә Бөтә Союз ауыл хужалығы күргәҙмәһендә Мозафар­ҙың костюмына көмөш миҙал ҡаҙанылар. Беренсе космонавт Юрий Гагариндың Ер шарын урап сыҡҡан кабинаһына ултыртып, “Останкино” башняһынан баш ҡаланың матурлығын күрһәттеләр. Хатта 340 метр бейеклегендәге “Етенсе күк” ресторанында һыйлап, шыр урыҫ араһында уның яратҡан “Илсе Ғайса” йырын йырлап ишеттер­ҙеләр.
Ошо бер нисә көн эсендә һағынып ҡайтты тыуған яғын Мозафар. Берәү булһа, ауылдаштарына ашығып һәммәһе тураһында ла тәфсирләп һөйләр, миҙалын күрһәтеп, түшен ҡаҡайта биреп, яйлап баҫып ауыл урамы буйлап йөрөп сығыр ине... Ир юл ситенә ултырҙы. Аяҡтары нәҙек кенә, эсе кәпәйеп торған малай сағын, иҙелгән картуф йоратына ҡушып бешерелгән көлсә хәтеренә төштө. Онотолмай икән шул ҡәһәрле һуғыш йылдары! Маңлайында ергә һуҡа менән һыҙған кеүек бураҙналары тәрәнәйеп, ҡолаҡтары ишетмәҫ булһа ла, һағышлы күҙ йәштә­ренә быуылған бала сағы мәңгелеккә аңына оялап алған.
Утыҙ йылдан ашыу ваҡыт үтеп, аслыҡ-яланғаслыҡ, фәҡир-етемлек урынына яйлап тормош яҡшы яҡҡа үҙгәрһә лә, һуғыш фажиғәләре тәнеңде ҡорт кеүек ашай, йәнеңде яфалай. Телеэкрандарҙа фильмдарҙа янтайып-ҡыйшайып бөткән өйҙәр, ауып ятҡан ситәндәр, серек тиреҫ тауҙары, оҙаҡ илауҙан күҙ нурҙары ҡороған әсәләр, муйыл таяҡҡа таянған, тишек-тошоҡ сабата кейгән ҡарттар, аттар күтәрткәс, уларҙы алмаштырған үшән үгеҙҙәр, орлоҡ игене тултырылған ауыр тоҡтарҙы ташыған ялан аяҡ үҫмер ҡыҙҙар-малайҙар күренгеләп ҡала ла ул... Ул михнәттәрҙе һүҙ, һүрәт менән генә кешенең аңына еткереп буламы икән? Юҡтыр, тип фекер йөрөтә Мозафар. Хәҙерге быуын һабан тотҡаһына ат кеүек егелеп бураҙна ярған малайҙы, бәләкәй генә ҡарсыҡҡа оҡшап иген утаған, көлтә бәйләгән ҡыҙҙарҙы ошоғаса күрмәне. Күрмәгәне лә яҡшы.
Аслыҡ, аслыҡ... Ҡәһәрле һуғыштың лозунгыһына әйләнгән һүҙ ул. Ололар урынына ниндәй генә эштәрҙе башҡарһа ла, уйнағанда ла, хатта төшөндә хыялындағы бер һыныҡ икмәкте күреп уянды.
Бер һыныҡ икмәккә зар-интизар булған Мозафарҙың әсәһенең дыһырлатып он тартҡан тирмәне әле булһа ҡолағында сыңлап мейеһен ҡайната. Ҡайһы саҡта ҡуш ҡуллап ҡолағын баҫып та ҡарай. Юҡ, ул уның яҙмышына дегәнәк кеүек йәбешеп алған да ысҡынырға уйламай. Һаман үҙенең эшен башҡарған кеүек туҡтамай ялҡытҡыс йырын һуҙа. Унан һирпелеп ҡойолған ондо әсәһе буш ҡулы менән өйә-өйә ултырһа ла, бер ҙә ырамай. Әле ярты табаҡтай өйөрөлтәһе ҡалған. Һуғыштан һуң һаман да еңеләймәгән көнитмешенә үпкәләгәндәй, маңлайынан аҡҡан тирен ҡорота-ҡорота, тирмән бауын ботона бәйләп, мөкөгә бойҙайын һалған тол ҡатынға ҡушылып, он тартҡыс төндәрен дә тынмай. Мозафарға ул тауыш ун, йөҙ, мең йыл буйы ла ишетелерҙәй тойолоп, һарыуын ҡайната, йәнен көйҙөрә, үртәй, уны үсекләп, бар нервы епсәләрен ҡуҙғытып сығырынан сығара. Бер мәлдә эш ҡоралы шымыңҡырап тора ла, унан үсен алғандай, тимер тештәрен дығырлатып, тағы үҙенә тәғәйен эшенә сума. Тирмәнсе бер ус бойҙайын һала ла улына ишеттереп:
— Собханалла, ҡул менән тартырлыҡ булһа ла бойҙайыбыҙ бар, — тип туҡтаған арала ашъяулығын ҡаҡҡылап ала. Ауылдаштары араһында улар кеүек яҙмышлы фәҡирҙәр, етемлектең әсе һурпаһын эскәндәр ҙә етерлек, тигәнгә ишара яһай. Алтмыш өйлө ауылда ирҙәр бармаҡ менән генә һанарлыҡ ҡалған, әле булһа ҡот юҡ.
— Хәлле кешеләр һымаҡ ҡасан ҡомалаҡ еҫе сығарып мейестә бешереп икмәк ашарбыҙ икән? Ике тоҡ бойҙай әҙерләп ҡуйғайным да, һалдырыусыһы юҡ. — Күрше ауылдарға йөрөп, мейес сығарыуға ялланып йыйған бойҙайын һөйләп әсәһенең уфтанғаны уның былай ҙа китек күңелен өшөтә, йөрәген өйкәй. Бөтә Рәсәйҙе тилмерткән әпәкәй ҡасан ғына урындыҡҡа йәйелгән ашъяулыҡҡа теҙеп һалыныр ҙа үҫмер Мозафарҙың йомолоп барған күҙҙәре асылыр, елгә осорға ғына торған еңел кәүҙәһенә көсө етеп, аяғында ныҡ баҫып торор, эсенә эйәләгән бүреләр оломаҫ.
Ҡәһәр һуҡҡан һуғыштың ҡоһоро оҙаҡ йылдар әле үҙенең барлығын һиҙҙерә: ҡулға аҡса ла теймәй, игене лә юҡ. Мостай ағаһынан ҡалған һыныҡ козырёклы кепкаһын, алама пальтоһын кейеп, бар көсөнә һабан тотҡаһына йәбешеп бураҙна яра, шыйыҡ муйыл сыбығы менән үгеҙҙе ҡыуалай, ирҙәрсә һүгенеп тә ебәрә, тишек-тошоҡ табанлы ылбыраған аяҡ кейемендә Һаҡмар йылғаһы буйынан бәләкәй сана менән сей ерек ташый. Етеле шәм яҡтыһында Ғәйшә апайҙың урындығының һике яғындағы тирмән тауышынан биҙрәп ялҡҡан улының күңеле тулып, йөрәге һыҙлауҙан түҙемһеҙлеге бөтөп:
— Бригадирҙан ат һорап тирмәнгә барайыммы әллә? — тиеүенә ҡаршы икеләнеңкерәп:
— Үҙеңдең генә хәлеңдән килерме икән? Икәүләшеп бармаһаҡ булмаҫ, — тип оло улын, ирен һуғышта юғалтҡан тол ҡатын күҙ терәп торған улынан яуап көтә. Үҫмерҙең, ете йыллыҡ мәктәпте тамамлап колхоз эшенә һепертке кеүек егелгәндә лә эшсе көс итеп күрмәгән әсәһенә үпкәләп, күңеле төшөңкөрәне. Колхоз аты менән фермаға бесән ташып, һыйыр тиҙәген санаға тейәп түкте, һаҙҙа аунап ятҡан еректәрҙе утынға ташып өйҙө. Нисек тә булһа тирмәнгә барып, он һалдыртып алып ҡайтырға ине! Сананың терәген йүнәтеп бәйләп, тәртә төбөн туҙған арҡан менән урап нығытты. Сбруйын өйгә индереп, ҡарынан-боҙонан иретеп, һүрелгәндәй ерен яңыртып, тартып бәйләгәс тә башын мендәргә терәне.
— Беҙгә ҡарышҡан һымаҡ күршеләрҙең Бурҙайы көнө буйы көрттә аунаны, көн боҙолмаһа ғына ярар ине. Буран сыҡһа, әллә бармай тораһыңмы? Яңғыҙыңа ауыр булыр. — Әсәһенең хафаланғанына башын күтәрмәй генә:
— Минән башҡа кешеләр ҙә булыр, моғайын. Ҡояш та ҡыҙарып байыны, насарға юрама, юш килер, — тип толобон башы аша ябынды ла йоҡлап та китте.
...Ике тоҡ бойҙайҙы саналағы бесән өҫтөнә көс-хәлгә һалдылар ҙа Мозафар юлға сыҡты. Ҡышҡы оҙон төндә таң һыҙылғаны ла һиҙелмәй. Йондоҙҙар, хәйерле юл теләгәндәй, күҙҙәрен ҡыҫҡылап уны алға әйҙәй. Ауылды сыҡҡас та Ҡашҡаны үҙ ихтыярына ҡуйып дилбегәһен бушатҡас, малҡай таң һарыһынан юлға сыҡҡанды өнәмәгәндәй юрғалап, бышҡыра-бышҡыра текә тауға менде лә һөҙәк юл буйлап алға тартты.
Сос Мозафар һөҙәк ерҙең бейегерәк ерендә атты атлатып та, үҙе санаһынан төшә һалып йәнәшә барған ыңғайына ат үңәсе менән ҡамыт араһына ҡулын тығып арҡалығының иркенлеген тикшерергә лә өлгөрә. Уның кәрәк хәтле генә күтәрелгәнен белгәс, үҫмер атынан тайшанып юл ситенә ырғыны ла сана артына төшөп ауылы яғына боролдо. Ике арала ҡараңғылыҡ хужа булып, уларҙың тирәһе эре нәмәне айырырлыҡ ҡына булып күкһел һүрәм яҡтылыҡ менән солғанған. Шомло ҡараңғылыҡ даръяһында сана табанының юлдың ҡаты ҡырына ышҡылып шыжлауы, ат тояҡтарының тыпылдауы, көрткә яҙа баҫып шығырлауы тирмәнсегә юлдаш булып алға әйҙәй. Үҫмер ошо юлдан өс йыл буйына Ҡырҙас ауылына йөрөп уҡығас, атҡа йүгерергә кәрәклеген һиҙемләп килә. Ана, яңғыҙ ҡайын. Тимәк, тауға менәсәк юлдың яртыһын үткән булып сыға, тип фекер йөрөттө ул йыш-йыш тын алып. Һепертмәле буран ҡабаланып барыр юлдарына һырынты ла бурай һалып, былай ҙа ыҙалаған юлаусыны үргә менгәнсе йонсотоп хәлдән тайҙырҙы. Тоғро юлдашы башын аҫҡа эйеп атлай торғас, икәүләшеп тауҙың түбәһенә менеп еттеләр. Хужаһының санаға ғына ултырғанын көткән Ҡашҡа түбәнгә ҡарай елдерҙе.
Ҡырҙас ауылының ике-өс өйөнөң мөрйәһенән ҡара төтөн күккә табан үрләгәне күренде. Йылға үҙенең көс-ғәйрәтенә мөкиббән ышанғанғамылыр, ярһып-ажғырланып бейек тауға арҡыры ташланып, уны ҡырҡып үткәс, ял итергә уйлап яланға йәйелеп ағымын яйлатҡан. Оло Ҡыҙыл ҡаяның таштарын онтап үҙенә юл ярған һәм ҡыҙыу ауыр эштәрендә һыуы ҡайнағандай, ошо урынды үткән ерендә туңмай. Ҡышҡы селләнең зәңгел һыуығында үҙәндәр ап-аҡ бәҫле томан эсендә һоҡланғыс күренеш тыуҙыра. Итәген һылыу ағастар йәмләгән торатауҙар оҙатыуында бара торғас, етем бала үҙен бөтөнләйгә сит-ят илгә килеп сыҡҡандай хис итте.
Ятҡан килеш тә һыуыҡты еңә алмағас, төшөп санаһының артынан да йүгергеләй һәм ҡатҡан тәненең йылыныуына етеҙләнеп, кире урынына ырғып ултыра ла:
— На-а, малҡай! Әйҙә, тиҙерәк барайыҡ та кешеләрҙән алда өлгөрәйек! — тип атын сыбыртҡылай. Ике тоҡ бойҙайҙы һалдырыуына хыялланып, йөҙө айҙай балҡый. Ҡул тирмәнендә тартып, көлгә күмеп бешерелгән арыш-арпа икмәгенең тәме әле булһа ла тел осонда бөтмәгән. Бер туҡтауһыҙ ҡуян шикелле һикерәнләүенән аҡсаһы төшөп ҡалыуынан шөрләп, көпө аҫтындағы кеҫәһен дә ҡапшап алырға онотмай.
Күк йөҙөнөң зәңгәрлеге таң һыҙыла башлағанда беленде лә, әллә ни арала ул буяу юғалып, офоҡта ҡояштың уғата матур нурҙары ҡыйылып сығып, яңы көн башланыуға өмөт уятып, аҡ ҡар йондоҙҙарын ергә һирпте. Уйҙар йомғағын һүрә-һүрә Мозафар тирмәнгә килеп етеп, ситтәге сана яғына туҡтап, арҡалығын бәйләп, хайуанҡайға бесән һалды. Асыҡ ишектән гөрһөлдәү тауышы ишетелә. Иртәрәк килергә тырышһа ла, ихатала унлаған ат бесән һәрмәштереп тора. Толоп йә иһә тире тун, мамыҡ һалып һырылған салбар, тире бейәләй кейгән, ҡояш ҡалҡҡандағы һыуыҡтан өшәгән етем һөйәгенә тиклем туңды. Ҡапҡанан:
— Сираттың осо ҡайҙа? Ҡайһы сана? Кем була? — Туҡтар-туҡтамаҫ ҡолаҡ ярырлыҡ тауыш менән һөрән һалып ир килеп туҡтаны.
— Баҙарға йыйылдығыҙмы әллә? Ниңә шымдығыҙ? — Өндәшкән кеше булмағас, ярһып санаһынан төшә башланы.
— Минән һуң бына был малай килде. Сираттың осо шунда була, — тине алда торған ир.
— Ниңә өндәшмәйһең? — Һыуыҡҡа ҡыҙарған битен бороп, атын уның яғына ҡуйҙы. Шул арала ике ир буш тоҡтарын беләгенә элеп, он тултырырға эскә үтте.
— Кисәге һалдыртып өлгөртмәгән ондо бөгөн алаларҙыр инде, — тип һөйләнде толопло ир.
— Ҡыҙыл тамағындағы тирмәнде туҡтатҡандар, тиҙәр.
— Эй, әттәгенәһе! Килеп баҫалар икән улай булһа!
— Кисә шул яҡтағылар күп булған ти бит.
— Эре-эре урыҫ ауылдары бер булып тирмәндәрен дә эшләтә алмайҙар икән.
— Бына ғәжәп! Алай ҙа үҙебеҙҙең Степан молодец, яңғыҙы эшләтә тирмәнде.
— Әйтерең бармы! Йәйен-ҡышын һис туҡтатмай тарта ла тарта.
— Урыҫты ҡара йөрәк тиһәләр ҙә, рәхәтләндерә беҙҙе.
— Шулай булмаған ҡайҙа ул. Йөрөп ҡара Средний Урал йәки Ҡыҙыл тирмәненә, атыңдың йәне ҡалмаҫ.
— Эйе шул, он һалдырыуы хәтһеҙ ыҙа булыр ине.
Мозафар быймаһын, бейәләйен бер-береһенә һуғып, ололарҙы тыңлап торғанда, уларҙың хәбәрен дөрөҫләп, тоҡтарын тейәп, дүрт-биш кешене ултыртҡан дүрт машина ихатаға килеп тә инде.
— Әйттем бит баҫалар тип. Силәбе халҡы килеп тә тулды.
— Уларҙың тосо үҙе бер көн тартырлыҡ.
— Сиратҡа уларҙы индермәгеҙ.
— Араға ҡыҫылып ҡуймаһындар.
— Эйе шул. Онһоҙ ҡалабыҙ бит.
Онһоҙ ҡалыуына хафаланып, тирмән ихатаһы шау-шыуға күмелде. Ҡайһылары тирмән ишегенә йөктәрен яҡынайтты. Уның эргәһендәгеләре арттарынан ҡалмаҫҡа тырышып, аты эргәһендә өйөрөлөп-сөйөрөлдө. Атаһының йылы ҡарашын, яҡлауын, яратыуын бөтөнләйгә татымаған үҫмерҙең былай ҙа бошонҡо күңеле тағы ла нығыраҡ өшөп үҙәгенә үтте. Туңыуҙан һәйкәлгә әйләнгәндәй булып ҡатҡан тәнен йылытмаҡсы булып, ул тирмән эсенә инде. Һалҡынға аяҡ-ҡулдарының бармаҡтары иҫһеҙ булып туңған, дер-дер ҡалтыраған тәненә ярҙам итмәне. Сиратын юғалтыуҙан ҡурҡып, шунда уҡ аты эргәһенә атылып сыҡты. Аңғармаҫтан санаһы эргәһенә ҡар бураны туҙҙырып, кәпәс ситтәре ағарған, былай ҙа ҡыҙыл йөҙө көрәнәйгән, ауыҙы күпергән атында Әхмәтшәриф еҙнәһе йән-фарман кәйелеп килеп туҡтағас:
— Ниңә әйтмәй киттең, сират күп. Һалдыртып ала алабыҙмы, юҡмы? Апайың һеҙгә барғайны, хафаланып артыңдан ебәрҙе, — тип үпкәләгән һымаҡ һөйләнде лә тирмән эсенә инеп сыҡҡас:
— Степанға утын алып килеп бирәм дә уның хаҡына сиратһыҙ он алырбыҙ, — тип эштең осона сығып та ҡуйҙы.
Төшкө тамаҡ ялғарға ваҡыт еткәнлеген белдереп, Степан тирмәнен ҡарауылсыға ҡалдырып, уларҙы өйөнә саҡырҙы. Тамағы туймаған егеттең күҙе өҫтәлдәге башҡа ҡиммәттәрҙән алда күпереп бешкән аҡ икмәккә төштө. Хужабикәнең яғымлы тауышына, мөләйем ҡарашына етем күңеле иреп, йоҡоһо килеп тәне ауырайҙы. Өҫтәл батшаһы икмәккә бата уҡып ҡуҙғалғайнылар, мәрйә башҡортсалап:
— Ал, юлда ашарһың, — тип ике телем икмәген һондо.
— Юҡ-юҡ, кәрәкмәй, — тип ризыҡты алмаҫҡа булғайны, Степан:
— Ой-ой-ой! Ҡасан ҡайтып етәһең, асығырһың, — тигәс, кеҫәһенә һалып алырға булды.
...Уларҙы эңер ҡараңғылығында темеҫкенеп абалап өргән эттәр ҡаршыланы. Ҙур ҡапҡаның шар асылыуына килеп сыҡҡан әсәһе:
— Көтәүелдәһәм дә килеп туҡтағанығыҙҙы күрмәй ҙә ҡалғанмын. Һалдырғанһың бит. Ҡалай яҡшы булды, — тип ышаныр-ышанмаҫ һөйләнеп алды.
Атын төнгө ҡарауылсыға тапшырырға кәрәк. Аяҡ аҫтындағы ҡышҡы сатлама һыуыҡта ҡарҙың табанлы быймаға ышҡылып шығырлауын тыңлай-тыңлай ҡапҡаларына яҡынлағанда табала ҡыҙҙырылған май еҫенә ҡушылып яңы икмәк тәме танауын ҡытыҡланы. Тирмәнсе урыҫ һыйының ҡорһағына бәрәкәте бөтмәһә лә, майға бешерелгән йылы икмәк ашаясағын уйлап, йылмая-йылмая өйгә килеп ингәндә, әсәһе:
— Тәүгә бешергән икмәкте үҙебеҙ ауыҙ итәйек. Бәрәкәтле булыр. Онобоҙ сит-ятҡа сарыф булмаҫ, — тип урындыҡҡа ашъяулығын түшәгән ыңғайы ҡыуанысынан бер туҡтауһыҙ һөйләнде. — Ризыҡтың башын нисек башлаһаң, аҙағынаса шулай була. Хоҙай Тәғәлә ҡушһа, Алла бирһә, онобоҙ байтаҡҡа етер. Әйҙә, ултыр, сәй эсәйек. Ир бала ир бала инде. Бәлиғ булмаһа ла, һалдыртып алып килгән бит. Аллаға шөкөр, өйҙә лә, ҡапҡа эсендә лә ир ҡулы һиҙелде. — Ярылһа ла, тимер сым менән ҡоршалған ике пар сынаяҡҡа сәй яһап, шул арала бешергән икмәген уға һондо.
— Әсәй, уларҙың картуфын күрһәң, иҫең китәр. Ҡаҙ йомортҡаһылай эре. Әрсеп, ярғылап бешергәндәр. Ауыҙҙа ярмаланып тора. Ашаған һайын ашағы килде.
— Әүжән симәнәһе инде уларҙа. Үҙҙәре лә шул яҡтан килгәндәрҙер әле. Сабата кейһә лә, урыҫтың тамағы туҡ була шул.
— Әсәй, шул урыҫтар һымаҡ эре картуф үҫтерергә ине. Вәт, исмаһам, картуф. Икмәк булмаһа ла, ас булмаҫ инек.
— Симәнәһен ҡайҙан алаһың әле уның? Көрәк менән генә соҡоп, кәҫ араһына ғына тығып, бик яуын йылды ла күгәрсен йомортҡаһы ише була. Эреләренең ҡабығын ҡалдырып сәскәс, ҡайҙан ғына беҙҙең картуф эре булһын.
Ғәйшә апай ауыр тормоштан, фәҡирлектән бөтөнләйгә бөлгөнлөккә төшкәнлектән, гелән болоҡһоуға тарта. Уның уйындағы моңһоу болоттарҙы таратырға теләп: “Нисек тә булһа белем алып, ауырлыҡтарҙы еңергә, дөргөн йәшәргә кәрәк”, — тигән уй малайҙың мейеһен телеп үтте. Һуңғы осорҙа дөрләп яна башлаған уҡыу теләгенә яңы көс өҫтәлгәндәй булып, үҫмерҙе хыял донъяһына сумдырып, әллә ҡайҙарға — билдәһеҙлеккә әйҙәп, тормош юлдарының бәхетле һәм ҡараңғы һикәлтәләре төҫмөрләнгәндәй булды.
...Мозафар яйлап ҡына урынынан тороп, ауылына ҡарай ҡуҙғалды. Атаһы Динислам төҙөп ҡалдырған өйөндә ҡараңғы төшкәнде һиҙҙертеп, ут ҡабынғайны...


Вернуться назад