Ир ҡанаты атай йортонда нығый06.04.2012
Гөрләп туйҙар үткәс, барлыҡҡа килгән ғаилә өсөн өр-яңы хәстәрҙәр менән тулы тормош башлана. Икәү ҡорған донъяның һәр үҙенсәлегенә туҡталыу мөмкин түгел, сөнки, халыҡ әйтмешләй, ер йөҙөндә күпме йөрәк бар — шул тиклем шатлыҡ һәм ғазап. Күпме баш бар — шул саҡлы аҡыл. Тимәк, күпме ғаилә бар — шул ҡәҙәр яҙмыш. Бер ғаилә яҙмышы ла икенсеһенә тап килмәй. Ә шулай ҙа халыҡ тәрбиәһе һәр ғаилә өсөн төп шарттарҙы билдәләгән, һәм, әлбиттә, уның аҡылына ҡолаҡ һалған кеше үҙ йәшәйешендә үтә ҙур хаталарға юл ҡуймай.
Иң элек шуны әйтергә кәрәк: илебеҙҙә, шулай уҡ Башҡортостан Республикаһында, һәр ғаилә дәүләт яҡлауына алынған. Ғаиләне нығытыу өсөн шарттар булдырыу, әсәлекте хуплау, балалар тәрбиәләүҙә ярҙам күрһәтеү хәстәрлеген дәүләтебеҙ һәм Хөкүмәтебеҙ үҙ өҫтөнә алған. Фәҡәт законлаштырылған никах ҡына дәүләт яҡлауында. Шуның өсөн йәштәр никахтарын ЗАГС органдары аша мотлаҡ рәсмиләштерергә тейеш. Тормошта төрлө хәлдәр була. Бер миҫал. Ир менән ҡатын байтаҡ йыл бергә йәшәй, татыу ғүмер итә, балалар үҫтерә. Әммә никахтарын законлаштырмайҙар. Тимәк, балалары — әсәй фамилияһында, йорттары атай кешенең әсәһе исемендә була. Ғаилә башлығы ҡапыл донъя ҡуя, мал-мөлкәт бүлеү башлана. Әсәйҙәрен үҙҙәренә алырға теләүсе башҡа балалары ла табыла. Закон ҡатын менән балаларына ярҙамға килә алмай.
Бына шундай һәм башҡа төрлө аңлашылмаусанлыҡ тыумаһын өсөн, иң яҡшыһы — никахты тәүҙән үк рәсмиләштереү. Закон ғаилә ағзаһының икеһен дә тиң күрә, мәнфәғәтен берҙәй яҡлай. Ғаилә кодексында хоҡуҡтары ла, йөкләмәләре лә теркәлгән.
Ләкин бер ниндәй закон ҡалыптарына ла һыйҙырып булмаған иң ҡатмарлы нәмә — ул үҙ-ара мөнәсәбәт. Был йәһәттән халыҡтың тәрбиә ҡанундарында билдәләнгән төп шарттарҙы әйтеп үтәйек.
Ир хәстәрле булһа, ҡатын таҫтарлы була. Таҫтар — ул баш кейеме. Тимәк, ҡатын-ҡыҙҙың тәьмин ителеүе ир-аттың хәстәрлегенә ҡайтып ҡала. Уныһы билдәле хәҡиҡәт. Һүҙҙең әрәсәһе икенсе. Хәстәрле ирҙәрҙе кем тәрбиәләй?
Һәр әсәй һәм атай улдарының ниндәйерәк ир йәки ғаилә башлығы булырын яҡынса төҫмөрләһә лә, ныҡлап белмәй. Ир-егет өйләнгәс кенә ғаилә хәстәрлеген үҙ елкәһендә тоя башлай һәм үҙгәрә. Уның ҡайһы яҡҡа һәм нисек үҙгәреүе тыуған ояһында барһа, йәш ирҙең әсәһе менән атаһына уны ысын ғаилә башлығы итеп тәрбиәләүе еңелерәк. Килешеп етмәгән яғын, ғаиләгә, ҡатынына мөнәсәбәтен туғандары күреп тора һәм төҙәтә. Шуға ла килендең ҡайны-ҡәйнә йортона төшөп, донъя көтә башлауы отошло. Хәҙерге парҙар, әлбиттә, боронғо кеүек йәшәп бармай. Әммә шуны иҫтә тоторға кәрәк: ғаилә барлыҡҡа килгәс тә ирҙе үҙ яғыңа “тартыу”, “уны үҙемсә итеп алам”, “уҫаллыҡ менән алдырам”, “еңеп алам”, “йә — туғандарың, йә — мин, тип шарт ҡуям” һәм башҡа шундай принциптар ғаилә-ара проблеманы хәл итә алмай.
Халыҡ “Ир ҡанаты ата йортонда нығый” тигән. Йәш иргә атай йортонда ҡанат нығытырға мөмкинлек биреү — ҡатынды “таҫтарлы” итеүгә ышаныслы аҙым. Шуның өсөн кәләш мөмкин тиклем иренең ата-әсәһендә йышыраҡ булырға, улдарын ғаилә башлығы итеп “тәрбиәләтеп” алырға тейеш. Киленгә иң яҡшыһы үҙгәртеү, еңеү, шарт ҡуйыу түгел, ә ҡулайлашыу. Ҡулайлашыу — ул ике яҡтың да холҡона, мәнфәғәтенә, шартына яраҡлы алтын урталыҡ табыу тигән һүҙ. Ҡатын-ҡыҙҙың төплө аҡылы шунда ла инде.
Ғалим Д.П. Никольский “башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары аҡыллы булыуҙары менән айырылып тора” тигән һығымта яһаған икән, әлбиттә, уларҙың ғаилә тормошон оҫта, тыныс, һәүетемсә алып барыуҙарына ҡарап әйткән.
Мәрйәм БУРАҠАЕВА.


Редакциянан. Ошо мәҡәләлә күтәрелгән темаға ҡарата шәхсән фекерегеҙҙе белдереүегеҙҙе һорайбыҙ һәм йәш ғаиләләрҙең нигеҙен ныҡлы, тамырын тәрән иткән ҡиммәттәрҙе бергәләп барларға саҡырабыҙ.


Вернуться назад