Милеккә ҡағылғанда06.04.2012
Никахҡа инеүселәр милек мөнәсәбәтен никах килешеүе ярҙамында көйләй ала. Был — өйләнешеүселәрҙең хоҡуғы, ә бурысы түгел.
Бындай хоҡуҡҡа ғаилә парҙары 1996 йылдан алып эйә. Никах килешеүе ир менән ҡатынға йәки никахҡа инергә йыйыныусыларға милеккә хоҡуҡтарын һәм бурыстарын билдәләргә ярҙам итә, ләкин ул милек мөнәсәбәтен генә көйләй, башҡа пункттар ғәмәлдә була алмай. Закон бала хоҡуҡтарына ҡағылыуҙы тыя. Мәҫәлән, айырылышҡан осраҡта баланың кем менән ҡаласағын, уларҙың нисек тәрбиәләнәсәген, килемдең күпме өлөшө үҫмерҙәр өсөн тотоноласағын килешеүҙә билдәләргә ярамай.
Никах килешеүе ир менән ҡатындың береһенең бурысын икенсеһенән ҡаплатыуҙан яҡлауы ихтимал.
Ғаилә кодексының 41-се статьяһына ярашлы, “Никах килешеүен никахты дәүләт теркәүенә тиклем дә, никахта йәшәгән осорҙағы теләһә ҡайһы ваҡытта ла төҙөргә була. Әммә шуны белеү кәрәк: дәүләт теркәүенә тиклемге никах килешеүе никах теркәлгән көндән һуң ғына көсөнә инә”.