Никахҡа инәһең икән...06.04.2012
Никахҡа инеүселәрҙең бер-береһенең сәләмәтлек торошо хаҡында белеүе мөһим. Ошо мәсьәләлә мәғлүмәтле булмау һуңынан күңелһеҙ хәлдәргә тарытыуы ихтимал (мәҫәлән, мәкерле, йоғошло вирус йоҡтороу, сирле бала тыуыу һәм башҡалар).
Ғаилә кодексының 15-се статьяһында “Никахҡа инеүселәрҙең медицина тикшеренеүе, шулай уҡ медик-генетик мәсьәләләр буйынса ла, ғаиләне планлаштырыу ҙа йәшәгән урын буйынса дәүләт һәм муниципаль һаулыҡ һаҡлау системаһы учреждениеларында түләүһеҙ, никахҡа инеүселәрҙең ризалығы менән генә үткәрелә.
Никахлашыусыларҙың тикшеренеүе һөҙөмтәһе медицина сере булып һанала һәм, һаулығын тикшерткән кешенең ризалығын алып ҡына уның менән никахҡа инергә теләгән кешегә хәбәр ителеүе мөмкин.
Никахҡа инеүселәрҙең береһе үҙендә венерик сир булыуын йәки ВИЧ-инфекция йөрөтөүен йәшерһә, икенсеһе никахты дөрөҫ түгел тип табыу тураһында судҡа мөрәжәғәт итергә хоҡуҡлы” тиелә.


Вернуться назад