Күңелдәрҙән китмәй Еңеү яҙы10.05.2017
Күңелдәрҙән китмәй  Еңеү яҙыРеспублика Башлығы Рөстәм Хәмитов Башҡортостан ветерандарын Еңеү көнө менән ҡотланы. Ҡотлауҙа былай тиелә:
“Ҡәҙерле ветерандар! Һеҙҙе Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 72 йыллығы айҡанлы ихлас ҡотлайым!
9 Май – илебеҙ тарихында изге көн. Ул – хәрби дан, халҡыбыҙҙың ҡаһарманлыҡ һәм батырлыҡ, тотороҡлолоҡ һәм ватансылыҡ байрамы. Ошо көндәрҙә иң йылы һәм ихлас рәхмәт һүҙҙәре, ҡәҙерле ветерандар, һеҙгә тәғәйенләнә. Һеҙ Тыуған илдең азатлығын һаҡлап ҡалдығыҙ, донъяны фашизмдан ҡотҡарҙығыҙ, емерек хужалыҡты тергеҙҙегеҙ, тыныс көндәрҙә тырышып эшләнегеҙ, балаларығыҙҙы, ейәндәрегеҙҙе һәм бүләләрегеҙҙе яңы ҡаҙаныштарға илһамландырҙығыҙ. Ватанды һаҡлап һәләк булғандарҙың исемдәре тарихыбыҙҙа мәңгегә һаҡланып ҡалыр.
Һеҙгә һәм яҡындарығыҙға ысын күңелдән ныҡлы һаулыҡ, именлек теләйем. Оҙон ғүмер һәм тыныс күк йөҙө һеҙгә! Еңеү көнө менән!”

9 майҙа Өфөләге Еңеү паркында республика Башлығы Рөстәм Хәмитов Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 72 йыллығына арналған тантанала ҡатнашты.
Күңелдәрҙән китмәй  Еңеү яҙыТөбәк етәксеһе Советтар Союзы Геройҙары Александр Матросов менән Миңлеғәли Ғөбәйҙуллиндың һәйкәленә сәскә һалды. Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһы гимндары яңғырағандан һуң яу яланынан әйләнеп ҡайтмаған яугирҙәрҙе бер минутҡа тын ҡалып иҫкә алдылар.
Рөстәм Хәмитов шулай уҡ ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәевтең ҡәберенә, Дан мемориалының Геройҙар аллеяһындағы генерал-майорҙар Миңле­ғәле Шайморатов менән Таһир Кусимовтың бюстарына һәм тыл эшсәндәре һәйкәленә сәскә һалды. Төбәк Башлығы ҡаһарман­дарҙың үлемһеҙ батырлығы иҫтәлегенә тантаналы марш менән үткән Рәсәй Эске эштәр министрлығының Өфө юридик институты курсанттарын һәм ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәев исемендәге Өфө кадет корпусында тәрбиәләнеүселәрҙе сәләмләне. Паркта Рөстәм Хәмитов ветерандар һәм баш ҡала халҡы менән аралашты, уларҙы байрам менән ҡотланы.
* * *
Байрам айҡанлы бөтә республика буйынса тантаналар үтте. Баш ҡаланың “Тулҡын” скверына “Еңеү хаҡына!” мото­уҙышы сиктәрендә Еңеү байрағы килтерелде. Сквер өҫтөндә Первушино аэродромы пилоттары авиа-тамаша ойошторҙо. Байрам башланыр алдынан ирекмәндәр “Георгий таҫмаһы”н таратты.
Сәхнәлә художество үҙешмәкәрлек коллективтарының сағыу концерты булды. Сквер алдындағы майҙанда “Еңеү рекорды” тигән спорт сараһы уҙғарылды. Бында теләге булған һәр кем төрлө уҙыштарҙа ҡатнашты. Кескәйҙәр өсөн асфальтҡа һүрәт төшөрөү конкурсы ойошторолдо, төрлө интерактив майҙансыҡтар асылды. Кон­церттың тәүге өлөшө тамамланғас флеш-моб үткәрелде. Сарала ҡатнашыусылар сәхнә алдында “Еңеү” һүҙен яҙып теҙелде. Байрамда ҡунаҡтар һалдат бутҡаһын тәмләп ҡараны.
* * *
Күңелдәрҙән китмәй  Еңеү яҙы“Үлемһеҙ полк” дөйөм Рәсәй граж­данлыҡ-ватансылыҡ акцияһы Башҡорт­остан ҡалаларында ла үтте.
Быйыл әлеге сара дүртенсе тапҡыр ойошторолдо. Унда ҡатнашыусылар йылдан-йыл арта бара. Стәрлетамаҡта, Нефтекама, Сибайҙа, Мәләүездә һәм ҡайһы бер башҡа ҡалаларҙа колонналар иртәнге сәғәт 10-да, Өфөлә иһә 12-лә хәрәкәтен башланы. Меңдәрсә кеше ҡулдарына Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан, тылда эшләгән атай-олатайҙары, туғандары һәм яҡындары һынланған транспаранттар тотоп берҙәм сафта атланы.


Вернуться назад