Яһиллыҡҡа ынтылған быуын үҫһә...03.05.2017
Яһиллыҡҡа ынтылған быуын үҫһә...Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең был донъянан китеүенә 1400 йылдан ашыу ваҡыт уҙһа ла, ғалимдар әле булһа уның эскелекте юҡ итеүе менән ҡыҙыҡһына. Һуң, нисек мөмкин һуң улай – бер заман халҡың тотһон да, ти, айныҡ йәшәй башлаһын?.. Бер ҡараһаң, йәмғиәтебеҙҙә ошо боҙоҡлоҡҡа ҡаршы ниндәй генә көрәш алып барылмай, әммә барыһы ла хыял булып ҡала бирә. Әле бер урында, әле икенсеһендә халыҡтың шешә төбөнә төшкән ерҙән тура теге донъяға олағыуы дауам итә. Сират иһә өҙөлөргә лә уйламай...
“Росстат” мәғлүмәттәре буйынса, уҙған йылда Рәсәйҙә 9117 кеше алкоголь менән ағыуланып үлгән. Башҡортостан буйынса был һан 113 кеше тәшкил итә, ләкин ошо мәғлүмәт рәсми теркәлгәне генә. Ҡайһы бер миҫалдарға үҙебеҙ ҙә шаһитбыҙ. Тик Аллаһ Тәғәләнең һүҙе еткерелеп, хаҡ юл күрһәтелгәндән һуң да нисек беҙ ошо хәлгә төштөк һуң? Бер уйлаһаң, ата-бабаларыбыҙ мосолман булған бит. Бөгөнгө көндә иһә бары йома һайын ғына мәсеткә барыу, берәйһе үлгәндә генә хәйер таратыу өҫтөнлөк алды. Бар ғәйеп иһә Көнбайышҡа ауҙарыла. Йәнәһе, улар шундай өлгө күрһәтә, киң мәғлүмәт саралары аша йоғонто яһай.
Ғүмәр исемле хәлиф шулай тигән: “Әгәр Исламда яһиллыҡҡа ынтылған быуын үҫһә, диндең сылбыры бер-бер артлы ҡыйрала башлар”. Әйткәндәре бөгөнгө көнгә тап килә, сөнки спиртлы эсемлек кенә лә – яһиллыҡ ваҡытынан ҡалған ғәҙәт. Ул бер ҙә кисә генә уйлап сығарылған мода түгел. Балды, бойҙайҙы һәм башҡаһын әсетеп иҫерткес эсемлек эшләү мең йыл элек үк билдәле булған. Пәйғәмбәр ҙә бөтә Ер шарында эскелек таралған быуатта донъяға килә. Сәғүд Ғәрәбстанында шарап етештереп һатыуҙың да ниндәй генә алымы булмай. Яһиллыҡ осорондағы шиғриәттә спиртлы эсемлектәрҙең хатта йөҙҙән ашыу төрө телгә алына.
Пәйғәмбәр иһә Американың төшөнә лә инмәгән ғәмәлде тормошҡа ашыра. Американдар үҙ халҡын алкоголдең зыянынан һаҡлар өсөн уға тыйыу ҡуя. Шунда ла уны йәшертен эшләп һатыуҙы, эсеүҙе сикләй алмайҙар. 1933 йылда ошо тыйыу юҡҡа сығарылғас, бер профессор былай ти: “Мөхәммәт пәйғәмбәр Ҡөрьән ярҙамында эскелекте тыйып, әллә нисәмә быуат үҙ халҡын һаҡлай алған. Ә беҙ XX быуатта алдынғы Америкала бер ниндәй алым менән дә ундай һөҙөмтәгә өлгәшмәнек”. Был йәһәттән СССР-ҙағы “ҡоро закон” да иҫкә төшә.
Ә көрәш әле булһа дауам итә... Депутаттар йыйылып, әле бер, әле икенсе ҡарарҙы ҡарай, ләкин иҫерткес эсемлектәрҙе ҡулланыу кәмемәй. Халыҡ иһә аптыраған көндән “Беҙҙең милләт эсмәй, беҙ – айныҡ милләт” тип үҙен алдаштырып ҡарарға булды.
Эскелектән алыҫайыу иһә яйлап башҡарыла. Иң тәүҙә уның зыянлы булыуы аңлатыла. Һуңынан эскелектең гонаһ икәне еткерелә. Бынан һуң күптәр алкоголдән баш тарта башлай. Артабан иһә “Иҫерек килеш нимә һөйләгәнегеҙҙе үҙегеҙ аңлай башлағансыға тиклем намаҙға баҫмағыҙ” тип әйтелә. Мосолмандарға биш намаҙ уҡыу фарыз булғас, көндөҙ улар алкоголгә ҡағыла алмай. Иң һуңында “Иҫерткес эсемлектәр, ҡомарлы уйындар, һынташтар һәм күрәҙәлек уҡтары иблистең яман ғәмәленән. Уларға ҡағылмағыҙ – шул саҡта, бәлки, уңырһығыҙ” тиелә. Шулай ҡәтғи тыйыу ҡуйыла һәм кешеләр иҫерткес эсемлектәрҙе сығарып түгә башлай. Шул саҡта шарап йылға булып аҡҡан, тиҙәр. Был миҫалда кешеләрҙең бар күңеле, рухы менән Алланың һүҙҙәренә буйһоноуы күренә, барлыҡ сер ҙә ошонда ята, сөнки әҙәм балалары иҫерткес эсемлектән зыянлы булғанлығынан ғына түгел, ә Хаҡ Тәғәләнең Үҙе тыйғаны өсөн баш тарта.
Эсеү генә түгел, уға бәйле барлыҡ һөнәрҙәр ҙә тыйыла, алкоголде етештереү, һатыу, унан килгән аҡса ла хәрәм тип иғлан ителә. Ә беҙҙә ни тонналап спирт сығаралар ҙа алкоголизмға ҡаршы көрәшәләр, ә “тыйыу менән генә бары бер ни эшләп булмай” тип хәбәр һөйләйҙәр. Уйлаһаң, халҡыбыҙ меңәрләгән ауылдарҙың яндырылыуында ғына йәки ихтилал, һуғыштарҙа ғына ҡырылдымы һуң? Ана, “фанфурик”тан инде күпме ғүмер өҙөлдө! Тик береһе лә “геноцид” һүҙен телгә алманы...
Әйткәндәй, пәйғәмбәр шулай уҡ эскелеккә ҡаршы санкциялар ҙа ҡулланған. Был йәһәттән, мәҫәлән, иҫеректәрҙе язаға тарттырыу ҡаралған. Бының да үҙ ғилләһе бар: беренсенән, яҙыҡ ғәҙәттең ҙур гонаһ булыуы белдерелә, икенсенән, кешеләр эскән хәлдә лә иҫерек килеш күренеп йөрөй алмай, йәштәргә насар өлгө күрһәтмәй. Әбү Хурайраның һүҙҙәренән килтерелгән риүәйәттә шулай тиелә: “Пәйғәмбәргә бер иҫеректе килтергәс, “Һуғығыҙ уға!” – тип яуаплаған. Кешеләр шул саҡ кеме ҡул, кеме аяҡ кейеме менән туҡманы”. Ә хәҙерге заманда иһә нисектер киреһенсә килеп сыға. Бәғзеләр эсеп ала ла, һис зыянһыҙ кешегә бәйләнеп, уны үҙҙәренсә язалай. Күпме енәйәттәр ошо арҡала ҡылына. Ә исламдағы эскелеккә ҡаршы көрәш ғүмерҙе, аңды, мөлкәтте, быуынды, динде һаҡлау маҡсатына бәйле, йәғни беҙ үҙебеҙгә үк “Ә беҙгә нимә ҡәҙерле?” тигән һорау бирә алабыҙ.


Вернуться назад