Ғаилә тәрбиәһе көслө03.05.2017
Ғаилә тәрбиәһе көслөРәми Ғарипов исемендәге1-се башҡорт республика гимназия-интернатында Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, мәғариф отличнигы, Рәсәйҙең почетлы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре Динә Фазылғаянова эшләй. Уның дәрестәре йәнле һәм мауыҡтырғыс булыуы менән айырылып тора.
Тырыш, һәләтле уҡытыусы һәр иртә уҡыусылары янына ашыға. Мәктәпкә беренсе булып килеү уның бала саҡтан ғәҙәтенә һеңгән. Холҡона талапсанлыҡ, яуаплылыҡ кеүек сифаттар хас.
– Миндәге яҡшы сифаттар ғаи­ләлә һалынған, – ти Динә Ким ҡыҙы.
Заман менән бергә атлаған алдынғы ҡарашлы, егәрле уҡытыу­сының тыуған яғы – Салауат райо­нының Мәсетле ауылы. Күмәк балалы ғаиләнән ул. Хозур тәбиғәтле Йүрүҙән буйында үҫкән һылыуҙы бала сағынан ҡоштар, хайуандар, үҫемлектәр донъяһы ылыҡтыра. Атаһы Ким ағай ауылда киномеханик, оҫта гармунсы була. Мәсетле ауылында кино сәнғәтен үҫтереү буйынса мөһим эштәр башҡара. Ҡыҙыҡһыныусан һәм төпсөнөүсән Динә ауылда күрһәтелгән бөтә фильмдарҙы ла яттан белә, йөк­мәткеһен хәтерендә тота. Совет фильмдары ҡыҙҙа бала сағынан илһөйәрлек тойғоһон үҫтерә. Әсәһе оҙон көйҙәрҙе башҡарыусы булараҡ дан ала. Шуға моң һөйөүе һәм сәнғәткә тартылыуы ата-әсәһенән күскән.
Тәүге уҡытыусыһы Шәүрә Ҡу­рам­шина Динәлә башланғыс бе­лемгә төплө нигеҙ һала. Миңсәрә Ихсанова иһә һәләтле, зирәк, отҡор ҡыҙға бейеү серҙәрен аса. Сәх­нәләрҙә үҙеңде килешле итеп тотоу, башҡорт бейеүҙәре аша хис-тойғоң­до еткерә алыу маһирлығына өй­рәтә. Ябай ауыл ҡыҙы етенсе клас­ты тамамлағас, Стәрлетамаҡ мәҙәни-ағартыу училищеһына уҡыр­ға инә. Студент йылдарында Динә Ким ҡыҙы сәхнә биҙәге була. Сәнғәт донъяһының ул юғары зауыҡ тәрбиәләүсе, яңы офоҡтар асыусы ышаныслы өлкә икәнлеген тоя һәм яңылышмай.
Республикаға һәм илебеҙгә бик күп таланттарҙы биргән уҡыу йортонда ул музыкаль һәләтен үҫтерә, бейеү сәнғәте серҙәрен тағы ла тәрәнерәк өйрәнә. Уҡыуҙы уңышлы тамамлағас, хеҙмәт юлын Ишембай районының “Ағиҙел” совхозында башлай. Совхоз директоры Әмир Ҡунысбаев сәнғәткә һәм спортҡа мөкиббән бирелгән кеше була. Йәш белгескә ижад өсөн уңайлы шарттар тыуҙыра: сәхнә кейемдәре тектерә, декорациялар эшләтә, музыка ҡоралдары менән тәьмин итә, бейеү залын аса. Абруйлы уҡы­тыусы “Ағиҙел” хужалығында эшлә­гән йылдарын әле лә һағынып иҫкә ала. Әммә сәнғәттәге уңыштары, ҡаҙаныштары менән генә туҡтап ҡалырға теләмәй.
1987 йылда ул Бөрө дәүләт педагогия университетының химия-биология факультетына уҡырға инә. Студент йылдарында ла бе­йеүҙе ташламай. Көндөҙ – лекциялар һәм дәрестәр, ә кистәрен үҙе туплаған бейеү ансамбле менән эшләй. Биш йылға һуҙылған бәхет­ле студент йылдары ла артта ҡала. Юғары белемле биология уҡытыусыһын Балтас районының Иванай урта мәктәбенә эшкә тәғә­йенләйҙәр. 1995 йылдан Динә Ким ҡыҙы Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт гимназия-интернатында уҡыта.
Уҡытыусы һөнәрен юҡҡа ғына пәйғәмбәр хеҙмәтенә тиңләмәйҙәр. Был һөнәрҙә осраҡлы кеше оҙаҡ тотҡарланмай. Уҡытыусылыҡ – Ди­нә Ким ҡыҙы өсөн намыҫ ҡушы­уы, йөрәк әмере. Ниндәй генә мәктәптә эшләмәһен, ул беренсе булып тел асҡыстары асҡан, аң-белемгә өй­рәт­кән изге уҡытыу­сыларын онотмай, хөрмәтләп иҫкә ала. Биология һәм генетика йүнә­лешен һайлауы хыялына тоғ­ролоғон дәлилләй. Ди­нә Фазыл­ғаянова буласаҡ табип­тарҙы тәрбиәләй. Тәжрибәле уҡы­тыу­сыға ауыр темалар ҙа еңел бирелә. Уҡыусылары илебеҙҙең медицина йүнәлешендәге уҡыу йорттары ишеген ҡыйыу асып инә. Динә Ким ҡыҙы медицина өлкәһенә һигеҙ йөҙҙән ашыу белгес тәрбиә­ләп үҫтергән. Ул бөгөн дә юғары маҡсаттар ҡуйып йәшәй. Уҡыу­сылары Бөтә Рәсәй олимпиадаларында, халыҡ-ара фәнни-ғәмәли конференцияларҙа һәр ваҡыт уңыш ҡаҙана.


Вернуться назад