Республикала балаларҙың һәләтен төрлө яҡлап үҫтереүгә ҙур иғтибар бирелә. Әлбиттә, ҡалала йәшәгән ғаиләләргә бәләкәстәрен төрлө үҙәктәргә йәки клубтарға алып барыу мөмкинлеге бар. Күптән түгел бындай үҙәк Ауырғазы районында ла асылды. Талбазы ауылының “Киндервиль” балалар клубы етәксеһе Гөлназ ӘҘИЙӘНОВА менән ошо хаҡта әңгәмәләштек.– Гөлназ Рәжәп ҡыҙы, район балаларын хәстәрләп тормошҡа ашырылған маҡсатлы эшегеҙ хаҡында һөйләгеҙ әле.– “Киндервиль” балалар клубы быйыл яҙ асылды. Белеүебеҙсә, бигерәк тә мәктәпкәсә осорҙа балаларҙың аҡыл үҫеше әүҙемләшә, шуға ла кескәй йәштәгеләргә айырыуса иғтибар бүлеү мөһим. Беҙҙең клубта 3 – 7 йәшлек бәләкәстәр шөғөлләнә. Йәштәренә ҡарап дүрт төркөмдә төрлө мауыҡтырғыс дәрес-уйындар үткәрелә.
– Дәрестәр ниндәй йүнәлештәрҙә алып барыла?– Балаларға математика, тирә-яҡ мөхит тураһында башланғыс белемде бик ҡыҙыҡлы итеп бирергә тырышабыҙ. Ижади, музыкаль һәләттәрен асыуға ҙур иғтибар бүләбеҙ. Шулай уҡ телмәр үҫтереү буйынса ла төрлө дәрестәр ҡаралған, бынан тыш балалар бейеү, ҡул эштәре түңәрәктәрендә шөғөлләнә. Һәр төрлө шөғөл күңелле уйындар, музыкаль тәнәфестәр, бармаҡтар өсөн ҡыҙыҡлы күнегеүҙәр менән аралашып бара. Балалар менән ҙур тәжрибәле белгестәр эшләй.
– Тағы ла ниндәй үҙенсәлекле саралар ҡаралған һеҙҙә?– Мәҫәлән, 3–5 һәм 5–7 йәшлектәрҙе туплаған төркөмдәрҙә инглиз теленән уйын формаһында ҡыҙыҡлы күнекмәләр үткәрелә. Кескәйҙәр бит бөтә нәмәне тиҙ отоп алыусан. Балалар менән бергә инглиз телендә йырҙар өйрәнәбеҙ, шиғырҙар ятлайбыҙ, хатта бәләкәй генә спектакль ҡуйыу уйы ла бар. Шулай уҡ балаларға мәктәпкәсә әҙерлек үтергә лә мөмкинлек булдырылған. Ә 3 йәштән балалар хореография буйынса дәрестәргә йөрөй, логопедия дәрестәрендә иһә индивидуаль һәм төркөмдәрҙә шөғөлләнәләр.
– Нисек уйлайһығыҙ, районда ошондай балалар клубын асыу унда йәшәгәндәр өсөн әһәмиәтлеме?– Урындарҙа ошондай клуб йәки үҙәктәрҙең асылыуы ата-әсәләр тарафынан да хуплау табыр, тип уйлайым. Беҙ мәғлүмәт заманында йәшәйбеҙ, кешеләр ситтән килгән төрлө мәғлүмәт-белемде ҡабул итеп өлгөрөргә лә тейеш. Айырыуса был мәктәп йәшендәге балаларға ҡағыла. Уларҙы заман ағымына алдан әҙерләү, аң һәм ижади һәләттәрен үҫтереү йәмғиәттәге мәғлүмәти белемдең кәрәклеһен алып өйрәнергә ярҙам итәсәк. Ә аң-белемде төрлө алымдар менән ҡыҙыҡлы һәм мауыҡтырғыс итеп еткереү балаларҙың үҫешенә лә ыңғай йоғонто яһаясаҡ. Билдәле, балаларға саҡ ҡына ваҡыт бүлгәндә лә (мәҫәлән, төрлө уйындар уйнау, картиналар күрһәтеү, китап уҡыу) уларҙың ҡыҙыҡһыныуы арта, улар күҙгә күренеп төрлө яҡлап үҫешә.
Икенсе яҡтан, балалар өсөн ойошторолған маҡсатлы танып-белеү дәрестәре – бәләкәйҙәргә кире йоғонто яһаусы компьютер, планшет, телефондарҙан йыраҡ тороу мөмкинлеге лә. Күп осраҡта көнө буйы эштә булған ата-әсәләрҙең балалар менән айырым шөғөлләнергә ваҡыты етмәй. Беҙҙең клубҡа иһә балалар аҙнаһына ике тапҡыр, киске алтынан алып бер сәғәт дауамында шөғөлләнә ала, уларға йүгереп алырға, төрлө уйындар уйнарға, аралашырға, һәр яҡлап үҫешергә мөмкинлек бар. Ғөмүмән, күңелһеҙләнеп ултырырға урын ҡалмай. Ошо яғы менән балалар клубының булыуы әһәмиәтле тип уйлайым.
– “Киндервиль” балалар клубы ҡайҙа урынлашҡан, ата-әсәләр үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙар менән ҡайҙа мөрәжәғәт итә ала?– Ул Талбазы ауылының “Бизнес үҙәге”нең икенсе ҡатында урынлашҡан. Ә өҫтәмә һорауҙар буйынса “Бәйләнештә” социаль селтәренең “Киндервиль-Талбазы” төркөмөнә мөрәжәғәт итергә мөмкин.
Тиҙлекте үҙ иткән үҙгәреүсән заман шарттарында был тормошта үҙ урынын табырға бурыслы йәш быуындың киләсәген бәләкәйҙән хәстәрләү мөһим. Шуға ла кесе йәштәгеләргә һәм уларҙың һәләттәрен үҫтереүгә иғтибар бүлеү – ата-әсәләрҙең төп бурысы. Һәр ата-әсә балаларының шөғөлдәренә һәм үҫешенә ваҡытында иғтибар итһә ине.