“Беҙҙең йәштәргә эшһеҙлек янамай”03.05.2017
“Беҙҙең йәштәргә эшһеҙлек янамай” Хәйбулла районы – тау сәнәғәте әүҙем үҫеш алған төбәктәрҙең береһе. Бында “Бүребай тау-байыҡтырыу комбинаты” ябыҡ акционерҙар йәмғиәте, “Башҡорт баҡыры” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте һәм Башҡортостан шахта проходкалау идаралығының “Юбилейный” ятҡылығы урынлашҡан.
Төбәккә тау-мәғдән сәнәғәте өсөн белгестәр әҙерләү маҡсатында асылған Аҡъяр тау колледжы бөгөн үҙ бурысын тулыһынса үтәй. 2006 йылда уҡыу йортона билдәле башҡорт сәнәғәтсеһе, Рәсәйҙә тау эшенә нигеҙ һалған Исмәғил Тасимов исеме бирелә. 15 йыл эшләү дәүерендә был белем усағында ете меңдән ашыу белгес әҙерләнгән. Уларҙың күбеһе Бүребай тау-байыҡтырыу комбинатында, “Башҡорт баҡыры” йәмғиәтендә, “Юбилей” ятҡылығында, Ырымбур өлкәһенең Гай тау-байыҡтырыу комбинатында эшләй. Шулай уҡ Мурманск, Норильск ҡалаларында, Саха (Яҡут) Республикаһында, Себер, Алыҫ Көнсығыш яҡтарында уңышлы хеҙмәт итә.
“Беҙҙең йәштәргә эшһеҙлек янамай”Әле белем усағында 836 студент – көндөҙгө бүлектә, 123 егет һәм ҡыҙ ситтән тороп уҡый. Шулай уҡ һөнәрҙәрен камиллаштырыу маҡсатында өс айлыҡ түләүле курстар ҙа ҡаралған. Колледж етәксеһе, Рәсәйҙең мәғариф отличнигы Рәмил Ишмөхәмәт улы Арыҫланов әйтеүенсә, 2014 йылдан ауыл хужалығы белгестәрен әҙерләгән Аҡъярҙағы 110-сы һөнәрселек училищеһы бергә ҡушылған.
– Һөнәрселек училищеһы белем биреүҙе үҙ бинаһында алып бара, әммә барлыҡ уҡытыу, тәрбиә эшенә тулыһынса беҙ яуаплы, – тип таныштырҙы директор. – Ҡулайлаштырыу сәбәпле, коллектив бер аҙ ҡыҫҡартылыуға дусар булды. Шулай ҙа оҙаҡ йылдар буйы йыйылған тәжрибәгә таянып, тупланған традицияларҙы дауам итеп, студенттарға белем бирәбеҙ. Эшсе һөнәренең абруйын күтәреү, буласаҡ белгестәр араһынан иң һәләтле уҡыусыларҙы артабан юғары уҡыу йорттарына индереү, уларҙы тулыһынса эшкә урынлаштырыу буйынса маҡсатлы рәүештә эш алып барыла. Был йәһәттән Екатеринбург тау университеты бюджет нигеҙендә йыл һайын беҙҙең 16 студентты ҡабул итә. Шулай уҡ Мәскәү, Магнитогорск һәм Норильск ҡалаларындағы тау университеттары менән килешеү бар, шуның нигеҙендә беҙҙең уҡыусылар артабан юғары уҡыу йортонда белемдәрен дауам итә ала. Әйткәндәй, Аҡъяр тау колледжында Хәйбулла районы йәштәре генә уҡымай, Урал аръяғы райондарынан килеүселәр байтаҡ. Шулай уҡ Өфө, Баймаҡ, Гай, Ҡыуандыҡ ҡалаларынан да студенттар белем ала. Ырымбур өлкәһенән килеүселәр дөйөм һандың 15 процентын тәшкил итә, улар Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы менән Ырымбур өлкәһе башҡорттары ҡоролтайы килешеүҙәренә ярашлы алына.
Бигерәк тә “Файҙалы ҡаҙылмаларҙы байыҡтырыу”, “Файҙалы ҡаҙылма ятҡылыҡтарын ер аҫтында эшкәртеү” бүлектәренә уҡырға инергә теләүселәр күп. Һуңғы ваҡытта ҡыҙҙар “Тәбиғи таштарҙы художестволы эшкәртеү йәки ҡул эштәре сәнғәте” (биҙәү-ғәмәли сәнғәт) бүлеген һайлай. Уҡыу йортоноң таш эшкәртеү цехы – үҙе бер кәсепселек үҙәге. Студенттарҙың тәбиғи таштарҙан эшләнгән ҡул эштәре район, төбәк, республика кимәлендә уҙғарылған күргәҙмәләргә ҡуйыла. Хәйбулла йәшмәһенән эшләнгән картиналар һәм сувенирҙар халыҡ араһында ҙур һорау менән ҡулланыла.
Аҡъяр тау колледжын тамамлаусылар араһында “Ҡайҙа эшкә барырға?” тигән һорау тормай тигәйнек, сөнки таусы һөнәре бер ҡасан да бәҫен юғалтҡаны юҡ, был юҫыҡта уҡыу йорто етәкселегенең уҡыусыларының киләсәген алдан хәстәрләп, төрлө эре сәнәғәт предприятиелары менән килешеүҙәр төҙөүе лә маҡтауға лайыҡ. Студенттар башлыса Хәйбулла районында урынлашҡан тау компанияларында һөнәри практика үтә. Бынан тыш, колледждың үҙендә булдырылған төрлө ҡорамалдар, техника менән йыһазландырылған махсус кабинеттарҙа теләп шөғөлләнә. Рәмил Арыҫланов белдереүенсә, уҡытыу процесы менән тәрбиә эше тығыҙ бәйләнештә алып барыла. Иркен китапхана, ике спорт залы, ике ашхана, тренажер залы – барыһы ла ошо уҡыу йортонда белем алыу­сылар мәнфәғәте файҙаһына заманса йыһазлан­дырылған. Тыуған яғына, үҙҙәренең арҙаҡлы шәхестәренә ҡарата ғорурлыҡ тәрбиәләү, тау эшенә ҡыҙыҡһыныу уятыу маҡсатында бында Миңләхмәт Моталов исемендәге таш музейы асылған, шулай уҡ тау инженеры, академик, техник фәндәр докторы Илшат Әбделмәновҡа арналған музей экспонаттары йыйыла башлаған.
Күптәр Хәйбулланы дала ере тип уйлаһа ла, бында тау эшкәртеү йүнәлеше электән киң таралған, күп кешеләр был йүнәлештә белем алып, илдең төрлө тау-байыҡтырыу комбинаттарында эшләп, ғилми дәрәжәгә эйә булған. Йәштәр белемгә ынтыла, уларҙың һөнәри оҫталығын һәм белем биреү кимәлен күтәреүгә ҙур иғтибар бирелә. Шулай уҡ уҡыу йортонда спортҡа ылыҡҡан йәштәрҙең күп булыуы һоҡландыра. Бында төрлө секциялар эшләй, спорт залының бер ваҡытта ла буш торғанын күрмәҫһең! Бигерәк тә лапта уйыны буйынса Рәсәй чемпиондарын күпләп тәрбиәләгән уҡыу йорто ла ул. Футбол, волейбол, хоккей, милли көрәш, шахмат, еңел атлетика, пневматик мылтыҡтан атыу буйынса колледж спортсылары йыл һайын районда беренселекте бирмәй, иң яҡшы хоккей майҙансығы ла тап бында төҙөлгән.
Уҡыу йортона ситтән килеп уҡыусылар өсөн дөйөм ятаҡ бар. Унда йәшәү өсөн уңайлы шарттар булдырылған, тәртип ҡаты ҡуйылған. Ҡыҙҙар-егеттәр йыр-бейеүгә бигерәк әүәҫ. Концерттарҙа, мәҙәни сараларҙа йәштәр үҙ оҫталыҡтарын күрһәтеп кенә ҡалмай, конкурстарҙа призлы урын да яулай. Үткән йыл “Байыҡ” телевизион бейеү бәйгеһендә уҡыу йортоноң “Тау гәлсәрҙәре” халыҡ бейеү ансамбле (етәксеһе – Юлдаш Мортазин) Гран-приға лайыҡ булған.
Исмәғил Тасимов исемендәге Аҡъяр тау колледжында белем алған студенттарҙың тағы бер айырым үҙенсәлегенә иғтибар иттек – уларҙың барыһы ла махсус кейем формаһында белем ала, уҡыуға ингән һәр студентҡа ул бушлай бирелә. Екатеринбург тау университетынан ҡала, Аҡъяр тау колледжында ғына студенттар махсус формала белем алыу мөмкинлегенә эйә. Был студенттарға оло яуаплылыҡ өҫтәй, буласаҡ һөнәрҙәре өсөн ғорурлыҡ тәрбиәләй. “Беҙҙең уҡыу йортонда белем алыусылар эшһеҙ ҡалмай”, – тип етәксенең ҙур ышаныс менән әйткән һүҙҙәренең хаҡлығына колледж менән яҡындан танышып, студенттар менән аралашҡандан һуң үҙебеҙ ҙә инандыҡ. Киләсәктә Хәйбулла районының иҡтисади үҫешенә тос өлөш индерәсәк тау белгестәре ҙур тормоштоң бөйөк эштәренә әҙер, сөнки баҫҡан урындарында ут сәсеп торған йәштәр бөгөндән үк оло юлға ныҡлы аҙымдар менән һуҡмаҡ һала.


Вернуться назад