Хоҡуҡтарығыҙҙан файҙаланығыҙ06.04.2012
Хоҡуҡтарығыҙҙан файҙаланығыҙКүп балалы ғаиләләргә торлаҡҡа һәм коммуналь хеҙмәттәргә түләүҙә льгота ҡаралған. Ай һайын түләнеүсе компенсацияға түбәндәге ишле ғаиләләрҙең хоҡуғы бар:
— ауылда йәшәгән дүрт һәм унан да күберәк балаһы булған;
— ҡалала йәшәгән өс һәм унан да күберәк балалы аҙ тәьмин ителгән;
— ауылда йәшәгән, аҙ тәьмин ителгән һәм бәлиғ булмаған өс бала тәрбиәләүселәр.
Компенсация юллау өсөн ошо документтарҙың булыуы кәрәк:
а) шәхесте раҫлағаны;
б) ғаилә хәле тураһында белешмә;
в) балаларҙың тыуыу тураһындағы таныҡлығы;
г) торлаҡ һәм коммуналь хеҙмәттәргә түләү билдәләнгән ғаилә ағзалары һаны һәм торлаҡтың дөйөм майҙаны тураһында белешмә тупланғаны;
д) ғаилә ағзаларының һуңғы өс айҙағы килеме тураһында белешмә.
Ата-әсәнең килеме булмаған осраҡта компенсация өсөн мөрәжәғәт итеүсе тейешле белешмәләрҙән тыш (уҡыған урынынан, халыҡты эш менән тәьмин итеү үҙәгенән, хеҙмәт кенәгәһенең күсермәһе), килеме юҡлығы сәбәптәрен күрһәтеп, яҙма аңлатма бирә. Бындай осраҡта ата-әсәнең хеҙмәт кенәгәһе булмаһа, аңлатмала уның ни өсөн юҡлығы ла күрһәтелә;
е) урындағы үҙидара органынан баланы опекаға (попечителлеккә) билдәләү йәки опекаға тәрбиәгә биреү тураһындағы ҡарар күсермәһе.
Ауылда йәшәүсе һәм эшләүсе белгестәр һәм эшселәр торлаҡҡа һәм коммуналь хеҙмәткә түләүгә социаль ярҙам алмауҙары хаҡында эшләгән урынынан белешмә килтерә.
Ишле ғаилә ағзалары төрлө урында йәшәгән осраҡта айлыҡ аҡсалата компенсация алмауҙары хаҡында белешмә тапшырыла.
Физкультура-спорт хеҙмәттәренән дә түләүһеҙ файҙаланалар

Бының өсөн түбәндәге документтарҙың булыуы шарт:
а) ғариза менән мөрәжәғәт итеүсенең паспорты;
б) ғаилә хәле тураһында белешмә;
в) баланың (балаларҙың) тыуыу тураһындағы таныҡлығы;
г) башҡа урында физкультура-спорт хеҙмәттәренән файҙаланмау хаҡында белешмә.

Мәктәп уҡыусылары юлда түләүһеҙ йөрөй

Әгәр ишле ғаиләнең йән башына килеме Башҡортостанда билдәләнгән йәшәү минимумы дәүмәленән артмаһа, 18 йәшкә тиклемге үҫмерҙәр юлда түләүһеҙ йөрөүгә хоҡуҡлы.

Мөрәжәғәт итеү өсөн кәрәкле документтар:
а) таныҡлыҡты раҫлаусы документ;
б) ғаилә хәле тураһында белешмә;
в) балаларҙың тыуыу тураһындағы таныҡлығы;
г) ғаилә ағзаларының һуңғы өс айҙағы килеме тураһында белешмә;
д) үҫмер уҡыған дөйөм белем биреү учреждениеһынан белешмә.


Вернуться назад