Дарыу арзаная, сирләү ҙә еңеләйерме?03.05.2017
Дарыу арзаная, сирләү ҙә еңеләйерме? 1 майҙан Рәсәйҙең Һалым кодексына төҙәтмәләр инде, улар дарыу баҙарына ла ҡағыла: Евразия иҡтисади зонаһы сиктәрендә етештерелгән һәм һатылған дарыу өсөн махсус һалым режимы индерелә. Был хәлдең беҙгә файҙаһы булырмы?
Союзға Рәсәй, Ҡаҙағстан, Белоруссия, Ҡырғыҙстан һәм Әрмәнстан инә. Был тауар һәм хеҙмәттәр менән ирекле сауҙа итеү зонаһы ла булып тора. Ошо берләшмә эсендә тауарҙы экспортҡа оҙатҡанда предприятие йә акцизды, йә өҫтәлмә хаҡҡа һалымды түләүҙән азат ителә. Әгәр ҙә Рәсәй, киреһенсә, был илдәрҙән тауар һатып ала икән, беҙҙең илдәге һалым органдары тейешле түләүҙәрҙе алып ҡала.
– Ошо зона эсендәге дөйөм дарыу баҙары махсус һалым режимынан башҡа табышлы эшләй алмай, – ти BMSLaw Firm компанияһының һалым практикаһы етәксеһе Давид Капианидзе. – Ә был режим уның эшмәкәр­леген йәнләндереү өсөн шарттар тыуҙыра, йәғни хаҡтар кәмергә һәм сифат яҡшырырға тейеш.
Рәсәйҙең Сәнәғәт һәм сауҙа ми­нистр­лығы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, былтыр Башҡортостанда йән башына 6 153 һумлыҡ дарыу ҡулланылған. Илдең фармацевтика баҙарының 2,7 процентын беҙҙең республика алып тора. 2015 йылда төбәгебеҙҙә 27,7 миллиард һумлыҡ дарыу һатылған, шуның 69 проценты дарыуханалар өлөшөнә тура килә, 10 проценты ташламалы дарыу тәьминә­те аша бирелгән.
Эксперттар шуны ла иҫкәртә: Дәүләт дарыу саралары исемлегенә индерелгән препараттар ғына акциздан азат ителә. Был исемлек беҙҙең илдә бер нисә тиҫтә йыл йәшәп килә. Унда Рәсәйҙә ҡулланырға рөхсәт ителгән барлыҡ дарыу тураһында ла мәғлүмәт бар. “Реестрҙағы мәғлү­мәт даими үҙгәртеп торола, бөгөнгә унда 20 меңдән ашыу дарыу бар”, – ти DSM Group маркетинг компания­һының генераль директоры Сергей Шуляк. Исемлеккә Рәсәйҙәге һәм сит илдәрҙәге дарыу етештереүселәр, төрлө ғилми-тикшеренеү институттары, дарыуханалар, ҡыҫҡаһы, дарыу етештереү һәм һатыу өсөн яуаплы булған барлыҡ ойошмалар ҙа мәғлүмәт өҫтәй ала. Айырым кешеләр был исемлекте асып ҡарай алмай.
Белгестәр аңлатыуынса, бындай реестр Евразия союзының башҡа илдәрендә лә бар. Хәҙер ошо союз ағзалары өсөн берҙәм исемлек төҙөү бурысы ҡуйылды, һәм ул бер-ике йылдан әҙер булыр тип көтәләр. Һәр хәлдә, һалымдың кәмеүе етештереү­селәргә хәҙерге иҡтисади ярыш шарттарында дарыуға хаҡты төшөрөү мөмкинлеген бирә. Файҙаланырмы улар ошо форсатты? Оҙаҡламай күрербеҙ.


Вернуться назад