Ял итә беләбеҙме?03.05.2017
Ял итә беләбеҙме? Хәүефһеҙлек нимәгә бәйле? Тәү сиратта ул һәр кемдең аңында булырға тейештер. Әгәр бала саҡтан “Ярамай!” тигән тыйыу һеңдерелмәһә, кешелә ҡурҡыу, үҙеңде һәм яҡындарыңды ҡурсалау, хәүефһеҙлек сараларын үтәү тойғоһо булмайҙыр, ахыры. Әле генә өс көн ял иттек, алда беҙҙе тағы ла оҙайлы байрам көтә. Тик тәүге ял көндәренән һуң Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы, Эске эштәр министрлығы, ЮХХДИ идаралығынан килгән мәғлүмәттәрҙән сәстәр үрә тора. Әйтерһең, һуғыш яланынан ағыла был хәбәрҙәр. Уларҙы уҡығандан һуң “Ял итә беләбеҙме, йәмәғәт?” тигән урынлы һорау тыуа...
Ошо өс көндә теркәлгән фажиғәләргә күҙ һалайыҡ. 1 май. Кис. Күмертау ҡалаһы. Утыҙ йәшлек водитель юл ситенән бала етәкләп китеп барған ҡатынды бәрҙерә. 53 йәшлек ҡатын авария урынында һәләк була, сабый ауыр йәрәхәттәр менән дауаханаға оҙатылған. Уның ғүмере өсөн табиптар көрәшә. Водитель һәләкәт урынынан ҡаса, һуңынан асыҡла­ныуынса, ул иҫерек килеш рулгә ултырған икән. Әле хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре тикшереү алып бара. Кеше ғүмере ҡыйылған тағы бер авария Кропачево – Мәсәғүт – Ачит юлында, Салауат районы биләмәһендә теркәлә. Һарытау өлкәһенән водитель машинаға идара итеү һәләтен юғалтып, юл ситенән төшөп китә, “тимер ат” бер нисә тапҡыр әйләнә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, водител­дең был хатаһы арҡаһында ҡатыны фажиғә урынында һәләк була, ике йәшлек ҡыҙҙары дауаханала йән бирә.
Өрөк йылғаһы буйлап катамаранда сәйә­хәткә сыҡҡан 11 кешелек төркөмдө Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡорт­остан буйынса идаралығынан 12 хеҙмәткәр эҙләй. Көслө ағымды еңә алмаған туристарҙы бер тәүлек үткәс кенә һунарсылар таба.
Стәрлетамаҡ ҡалаһы эргәһендә Ағиҙел йылғаһында фажиғә була. Бынан бер йыл элек тап ошо ерҙә батып һәләк булған ирҙең дуҫтары йәнә фажиғә урынына килә. Дүрт ир ҡыҙмаса булып алғас, береһенә эҫе булып китә, һәм ул һыу төшөргә була. Ярҙан ун метр алыҫлыҡҡа киткәс, ул бата башлай. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уны ҡотҡара алмайҙар.
Рәсәйҙең Ғәҙәттән тыш хәлдәр министр­лығының Башҡортостан буйынса идаралығы хәбәр итеүенсә, 1 майҙа, бер тәүлек эсендә, идаралыҡ хеҙмәткәрҙәре 14 янғынды һүндереүҙә ҡатнашҡан, өс юл-транспорт фажиғәһендә кешеләрҙе ҡотҡарған. Янғындар Туймазы, Бүздәк, Ҡырмыҫҡалы, Бөрйән, Нуриман райондарында теркәлгән.
Алда – тағы дүрт көнлөк байрам. Халыҡ күпләп йылға-күл буйҙарына, тәбиғәткә сығыр. Бында ла абайлыҡты онотмаҫҡа кәңәш итә белгестәр. Талпандар уянды. Байрам­дарҙан һуң медицина ойошмаларына талпан ҡаҙалып мөрәжәғәт иткәндәрҙең һаны йөҙҙән ашып киткән. Йылға буйҙарында ла ял итеүҙән тыйылырға кәрәктер, моғайын. Нисек кенә булмаһын, яҙ ике аҙнаға һуңлабыраҡ килә. Йылғаларҙа һыу күтәрелеүен дауам итә. Мәҫәлән, Ағиҙел йылғаһы Өфөнөң “Дуҫлыҡ монументы” эргәһендә 702 сантиметрға еткән. Дим йылғаһы Бочкарев биҫтәһендә 560 сантиметр тәшкил итә.
Ял итә беләбеҙме? Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, барыбыҙ ҙа түгел. Күптәр һаман байрамды табын артына йыйылып үткәреүҙе ғәҙәт итә. Ә бындай мәлдәрҙә йыш ҡына өҫтәл түрендә “аҡбаш” ултыра. Барлыҡ фажиғәнең башы эскелеккә барып тоташа, шайтан һыуынан башлана икәнен онотмаһаҡ ине.



Вернуться назад