Кеше аҡыллана барамы?..02.05.2017
Мин күберәк еңеүселәргә түгел, ә дәрәжәһен төшөрмәй генә еңелә белгәндәргә һоҡланам.
* * *
Үҫкән саҡта өйөбөҙҙә әллә ни әпәүләп-сүпәүләп, маҡтап-ҡуптап тороу булманы. Күмәк бала, сит ауылда йәшәйбеҙ, туғандар юҡ, өләсәй иркәләүе лә теймәй. Хәйер, ул да йомшаҡ һүҙгә йомарт түгел ине.
Беҙҙе яратыу, хуплау йә хупламау ҡатайса ике һүҙ менән генә аңлатылды: “ишкенкән (йәғни эшкингән)” һәм “ишкенмәгән”. Әммә шул ике һүҙҙең тәьҫире әллә күпме наҙлы йәки орошоу һүҙенә торошло ине. Беренсеһенән ҡанатланып, осоп китерҙәй булаһың, икенсеһен ишеткәндә аяҡ аҫтында ер убыла...
* * *
Бала һаны еңел машина һанына кире пропорциональ тәртиптә кәмей бара...
* * *
Беҙ бәләкәй саҡта “ский” ҡушып һөйләшкән булғанский. Йәнәһе, урыҫса еппәрәбеҙ...
* * *
Һигеҙ йыллыҡ мәктәптә уҡығанда марттағы туңда “эшкә” барғаныбыҙ иҫкә төштө. Мәктәпкә утынлыҡ әрҙәнә яҡындағы тауҙа әҙерләп өйөлгәйне. Өлкән кластарға эшкә йөрөү эй оҡшай торғайны инде. Һәр хәлдә, үҙемә ныҡ оҡшай ине. Романтика!
Иртәнге туңда, ҡар күтәрткәндә, тау үңеренән күтәрелдек тә әрҙәнәне аҫҡа ташыныҡ. Текәрәк урындан бауһыҙ ҙа шыйлап төшөп китә. Малайҙар, ҡыйыуыраҡ ҡыҙҙар ярҡаларҙың өҫтөнә ултырып төшә, шар-шор килешәләр, көлөшәләр – ысын байрам ғына инде. Йығылһалар ҙа, ауыртынһалар ҙа бәлә һалып тороу, илау юҡ!
Хәҙер класс бүлмәһендә иҙән йыуыуҙы ла ғәйепләргә торғандар бар.
Ә беҙ эшләп үҫтек!
* * *
Беҙ уҡып ҡына түгел, хәрәкәт итеп, урамда уйнап, саф һауала йөрөп үҫтек. Ә бөгөнгө балалар бройлер себештәренә әйләнә бара – хәрәкәт әҙ, һауа күрмәйҙәр, шуға тәндәре муртыҡ, шыйыҡ, һимерә, ҡарттар ауырыуы тип һаналған сирҙәргә дусар булалар.
Ә бит мейе эшмәкәрлеге өсөн дә хәрәкәт бик кәрәк! Интернетта нисек яҙышҡандарын ҡарағыҙ әле – хатта хатаһыҙ итеп яҙа ла белмәй бит йәштәр!
* * *
Википедияға боронғо ҡытай фәйләсуфы Лао-Цзы тураһында мәҡәлә яҙғайным. Уның тәғлимәтендә башҡорт халҡыныҡына оҡшаған салымдар булыуына ла диҡҡәт иттем. Ә һеҙҙең иғтибарға уның ошо һүҙҙәрен еткергем килә: “Бик күп тау һыуҙары диңгеҙгә ағып төшә, сөнки диңгеҙ тауҙарҙан аҫтараҡ. Шуға ла бар сығанаҡтарға ла идара итә ала. Аҡыл эйәһе лә, кешеләрҙән өҫтәрәк булырға теләһә, үҙен уларҙан аҫтараҡ тота, алдараҡ булайым тиһә – артҡа баҫа. Шуға ла кеше уның өҫтәлегенең ауырлығын тоймай, артта торғас, алдалығын күрмәгәнлектән, ғәҙелһеҙлек тип уйламай”.
* * *
– Их, ҡайҙа милләтте яҡлап һүҙ әйтерлек аҡһаҡалдарыбыҙ, ағайҙарыбыҙ! Беҙҙе кемгә ҡалдырып китеп бөттөләр?! – тигән бабайҙар ҙа бар.
* * *
Беҙ гөлдәрҙең сәскәләренә һоҡланабыҙ, яратабыҙ, бүләк итәбеҙ. Бер көн килеп улар һулый, төҫөн юғалта; инде хәҙер балҡып, күҙҙең яуын алып ултырмай, йышыраҡ күрмәлекһеҙ генә орлоҡтар хасил була. Ә бит тап улар, ошо орлоҡтар, гөлдә иң ҡиммәтлеһе – улар нәҫел дауам итә.
Ҡарттарыбыҙға ҡарағанда шуны уйлайым.
* * *
Бер ҡосаҡ республика гәзиттәренең байрам һандарын килтерҙеләр. Өлкән кешеләрҙең, ветерандарҙың бик күп фотоһы ҡуйылған. Ирем ҡараны ла уйсан ғына әйтеп ҡуйҙы:
– Бигерәк күндәм икән өлкән быуындың күҙҙәре...
* * *
Мин антик әҙәбиәтте, урта быуаттарҙыҡын уҡығанда шул саҡтағы тел байлығына һәм ни тиклем хәйләкәр интригалар ҡылынғанына хайран ҡалам. Әхлаҡи яғына ҡағылмай ғына уйлағанда, бындай комбинациялар өсөн көслө аналитик аҡыл да кәрәк бит! Кеше аҡыллана барамы икән ул, әллә шул көйө торамы тигән уй килә башҡа.
* * *
Бер Яңы йылды мин Кавказда ҡаршыланым. Совет осоро ине әле. Ирҙәрҙе бер башҡа, ҡатындарҙы икенсе бүлмәгә ултырттылар. Яҡын туғандарҙы, ирен-ҡатынын һәм мине, ҡунаҡ булараҡ, бергә йыйҙылар. Ирҙәр алдына үҙҙәре әсеткән йөҙөм шарабы өсөн рюмка ҡуйҙылар. Шунда бер табын әҙерләгән кеше үҙҙәренсә:
– Был сит ҡунаҡ алдына ла рюмка ҡуяйыҡ, уларҙа ҡатындар пьяниска бит, – тине. Мине аңламаҫ тип уйланы булһа кәрәк.
– Кәрәкмәй, беҙҙә лә бөтәһе түгел, ҡайһы берәүҙәр генә эсә, – тинем дә ҡуйҙым, урыҫсалап. Шул тиклем оялды минең алдымда теге кеше. Ә мин үҙебеҙҙең ҡатындар өсөн оялдым.
Уларҙа ҡатын-ҡыҙ рюмка күтәрҙеме – пьяниска, йәғни пьяница. Хатта эскән кеше өсөн һүҙҙәре лә юҡ телдәрендә, бына шулай, урыҫсанан алғандар...


Вернуться назад